Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 271


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙӘЙРӘҮ
ЙӘЙПЕС с. диал. ҡар. йәйпәк 1. Йәйпес сеуәтә.
ЙӘЙПӘК I (Р.: плоский; И.: flat; shallow; T.: yalpık, yayvan) c.
1. Киң, йәйенке ауыҙлы (һауытҡа ҡарата). □ Плоский, неглубокий. Йәйпәк һауыт. Йәйпәк булыу. ■ Йәйпәк тәрилкәгә ҡат-ҡат өйөлгән майлы ҡабартма шаҡмаҡлы ашъяулыҡ уртаһынан килбәтле урын биләй. Й. Солтанов.
2. Киң, ялпаҡ булып йәйелгән. □ Плоский. ■ Йонсоу ҡиәфәтле кеше, Ҡасҡынтау итәгендә туҡтап, йәйпәк ташҡа ултырҙы ла ҡарашын куп тигәндә бер саҡрымдағы ауылға төбәне. Ә. Хәкимов. Буфетсы асыҡ сырайлы, йәйпәгерәк битле .. бер ҡыҙ ине. Б. Бикбай. Йылғаның йәйелеп киткән еренә Ихсанбай йәйпәк таштар елгәрә. Т. Ғарипова.
ЙӘЙПӘК II (йәйпәге) (Р.: плошка; И.: earthen saucer; T.: çanak) и.
Киң ауыҙлы һай һауыт. □ Плошка. Йәйпәк менән ҡымыҙ эсеу. Йәйпәккә ҡойоп биреу.
ЙӘЙПӘК БӘШМӘК (бәшмәге) (Р: блюдцевик; И.: mushroom species; T.: fin-canmantar) и.
Ылыҫлы һәм япраҡлы урмандарҙа үҫеүсе ҡыҫҡа һабаҡлы, ялпаҡ ҡалпаҡлы ашай торған бәшмәк. □ Блюдцевик (лат. Disciotis). Йәйпәк бәшмәк йыйыу. Йәйпәк бәшмәкте ҡурыу.
ЙӘЙПӘКЛӘНДЕРЕҮ (йәйпәкләндер-) (Р: сплющивать; И.: flatten; T.: yassıltmak) ҡ.
Йәйпәккә (I, 2) әйләндереү, йәйпәк итеү; йәйпәкләү. □ Сплющивать, делать плоским. Йәйпәкләндереп ҡуйыу.
ЙӘЙПӘКЛӘНЕҮ (йәйпәклән-) (Р: становиться плоским; И.: become flat; T.: yassılanmak) ҡ.
Йәйпәккә (I, 2) әйләнеү. □ Сплющиваться, становиться плоским. Танауы йәйпәкләнгән. ■ Таш быуатта йәшәгән боронғолар һуғыуҙан йәйпәкләнеп нығынған, эҫе утта йомшарған таштар булыуын да белгән. М.Моталов.
ЙӘЙПӘКЛӘҮ (йәйпәклә-) (Р: сплющивать; И.: flatten; T.: yassıltmak) ҡ.
Йәйпәк (I, 2) итеү. □ Сплющивать, делать плоским. Балсыҡты йәйпәкләу. ■ Ҡуш ҡайындан метр ярым ерҙә ҡаҡ имән бағана, уның бер яғы йәйпәкләп юнылған да шыма итеп йышылған. Б. Хәсән.
ЙӘЙРӘ (Р: дикобраз; И.: Old World porcupine; T.: oklu kirpigiller) и. зоол.
Арҡаһы, ҡабырғаһы бик оҙон энәләр менән ҡапланған кимереүсе йәнлек. □ Дикобраз (лат. Hystricidae). Йәйрә энәләре. Һинд йәйрәһе.
ЙӘЙРӘН (Р: джейран; И.: Persian gazelle; T.: îran ceylanı) и. зоол.
Алғы һәм Урта Азияның сүллек һәм ярым сүллектәрендә, шулай уҡ Кавказ артында һәм Ҡаҙағстанда осраған илек төрөнә ҡараған хайуан. □ Джейран (лат. Gazella subgutturosa). ■ Ул [юлбарыҫ] туҡ булғандыр: йәй буйы көтөуе менән һыулауға килгән йәйрәндәр - уға еңел табыш. «Ағиҙел», №6, 2011.
ЙӘЙРӘП ЯТЫУ (йәйрәп ят-) (Р:простираться; И.: spread; T.: uzanmak) ҡ.
Ҙур майҙанды биләү, тирә-яҡҡа йәйелеү. □ Простираться, раскидываться. ■ Алтын диңгеҙ йәйрәп ята ҡаршыла, куҙҙәр, куҙҙәр башаҡтарға тартыла. Р. Назаров. Йәйрәп ятҡан ҡеуәтле йылғаның буйынан йөҙҙәрсә урындан туҡтауһыҙ төтөн күтәрелә, нимәлер яна, нимәлер шартлай. Р. Шәкүр.
ЙӘЙРӘТЕҮ (йәйрәт-) (Р: дать свободно расположиться; И.: let spread; T.: yayıldırmak) ҡ.
1. Иркен, киң итеү, киң ерҙе биләтеү; йәйелдереү. □ Дать свободно располагаться, чувствовать приволье. Малды йәйрәтеп ебәреу.
2. кусм. Иркенлек, рәхәтлек биреү, кинәндереү, иркенләтеү. □ Делать с удовольствием; блаженствовать. Йәйрәтеп йоҡлау. Йәйрәтеп ултырып сәй эсереу. Йәйрәтеп ултырып һөйләштереу. ■ Солтанов түңәрәк битен йәйрәтеп көлә. Н. Мусин.
ЙӘЙРӘҮ (йәйрә-) (Р: раскидываться; И.: spread out; T.: yayılmak) ҡ.
1. Иркен, киң булыу; киң ерҙе биләү; йәйелеү. □ Раскидываться, простираться. Йәйрәп уҫеу. Дала йәйрәп ята. Һыу баҫыуҙа йәйрәп ята. ■ Ағиҙелкәй көткән килер
271