ЙӘЙРӘШЕҮ
көнөн, ул теләгән йәйрәп ағырға. Р. Ниғмәти. Көньяҡ-көнсығышта ҡырғын ише ҡалмыҡтар ябырылып килә, ә төньяҡта оло Рәсәй биләмәләре йәйрәй. «Ватандаш», № 1, 2012.
2. кусм. Иркенлек, рәхәтлек тойоу; кинәнеү, йәйелеү. □ В форме деепричастия на -п выражает чувство удовольствия, удовлетворения. Йәйрәп ятып йоҡлау. Йәйрәп йөрөу. Йәйрәп ултырыу. Йәйрәп китеп эшләу. ■ Аҡһаҡалдар был юлы ҡыҫынып-ҡымтынып торманы. Йәйрәп ултырып, ҡымыҙ эстеләр, ихласланып һимеҙ һарыҡ итен ашанылар. Ә. Хәкимов. Халыҡҡа менеп йөрөргә, йәйрәп хәл йыйырға ҙур бер яман тау булған. Эпостан.
ЙӘЙРӘШЕҮ (йәйрәш-) ҡ. урт. ҡар. йәйрәү 2. взаимн. от йәйрәү 2. ■ Мораҙым яуҙы тарҡатты, яуҙы йыйып, бер эште хан яуына ацлатты. Ике яу ҙа аңлашып, аттан төшөп йәйрәшеп, татлы ялға талыҡты. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
ЙӘЙ СЕЛЛӘҺЕ и. ҡар. йәйге селлә.
ЙӘЙСӘН и. ҡар. ләйсән. ■ «Йәйсән» һуҙен алайыҡ. Исеменән ук куренеуенсә, ул йәйге, ҡояшлы ямғырҙы ацлата. М. Ямалетдинов.
ЙӘЙТАШ и. ҡар. йәй ташы. ■ Йәйташ ярҙамында ямғыр яуҙырып, ямғыр туҡтатып була. Башҡорт мифологияһынан.
ЙӘЙ ТАШЫ (Р.: дождевой камень; И.: rain stone; T: Yada Taşı) и. миф.
Халыҡ ышаныуынса, һыу һипһәң йәки һуҡһаң, ямғыр яуҙыра торған тылсымлы таш. □ Дождевой камень, камень лета (по поверью, имеет волшебную силу, помогает вызвать дождь). И XI быуатта уҡ төрөк ғалимы Мәхмуд Ҡашғари «Диван лөғәт ат-төрөк» («Төрки һуҙҙәренә аңлатма») тигән хеҙмәтендә йәй ташы (ядаташ) тураһында яҙа: ҡоролоҡ ваҡытында кешеләр таштарҙы һыу менән йыуалар, туҡтамай ямғыр яуһа, таштарҙы һары май менән майлайҙар. Интернет селтәренән. Белорет районының Береш тигән ауылы янында йәй ташы бар. Экспедиция материалдарынан.
ЙӘЙ ТӘҢРЕ (Р: божество лета; И.: summer deity; T: Yaz Han, Yaz Tanrısı) и. миф.
Башҡорттарҙың ун ике тәңреһенең береһе. □ Божество лета (одно из двенадцати божеств башкир). И Йәй тәңре менән бәйле ышаныуҙар исламғаса осорға барып тоташа. Башҡорт мифологияһынан.
ЙӘЙ ХУЖАҺЫ и. миф. ҡар. йәй тәңре.
ЙӘЙ ЭЙӘҺЕ и. миф. ҡар. йәй тәңре.
■ Уларҙың [башҡорттарҙың] ҡайһы берҙәре уҙенең ун ике эйәһе бар тип әйтә: ҡыш эйәһе, йәй эйәһе. Картотека фондынан.
ЙӘЙӘ I [боронғо төрки йа\ (Р: лук; И.: bow; Т: уау) и.
1. Уҡ атыу өсөн бөгөп кереш тартҡан ҡорал, ян. □ Лук (оружие для метания стрел в виде гибкой дуги, стянутой тетивой). Йәйә тартыу. Йәйә киреу. Йәйәнән атыу. Йәйә бөгөу. ■ [Аҡмал Етембайҙан] һыҙмаһын кире индертеп, йәйәһе менән уҡ ҡорманын сығарттырҙы. Б. Рафиҡов. Егеттәр, йәйәләрҙән ысҡындырылған уҡ-тарҙай, алға атылдылар. Р. Низамов. Егет риза булып алған да ҡарттың һаҙағынан бер уҡ алып, йәйәһен киреп, керешен тартып ҡараған. «Алпамыша». • Ата алмаған йәйәһенән курер. Мәҡәл. Уғын атҡас, йәйәһен йәшермә. Мәҡәл. Һуғышҡа барған суҡмарын онотҡан, яуға барған йәйәһен онотҡан. Мәҡәл. Яман кешенән йәйә буйы булһа ла ҡас. Мәҡәл. Яңғыҙҙың йәйәһе лә юғалыр, кумәктең уғы ла юғалмаҫ. Мәҡәл.
2. миф. Мифлаштырылған, сакраль һаҡлау функцияһына эйә булған ҡорал. □ Лук (мифологизированный сакральный предмет; выполняет обережную функцию. В целях защиты новорождённого мальчика под его подушку кладут лук и стрелы). ■ Ир балаға йәйә, уҡ һалыу йолаһы бар. Экспедиция материалдарынан.
ЙӘЙӘ II (Р: скобка; И.: bracket; T: parantez) и.
Ярым түңәрәк йәки ярым квадрат рәүешендәге тыныш билдәһе. □ Скобка (знак препинания). Туңәрәк йәйә. Квадрат йәйә. Фигуралы йәйә. Йәйә тышына сығарыу. Йәйә эсенә алыу. Йәйәне ябыу. ■ Текстарҙы әҙерләу барышында, һөйләмдәрҙең мәғәнәләренән сығып өҫтәлгән һуҙҙәр - квадрат,
272