ЙӘЙӘҮЛЕ АДВОКАТ
ә аңлатмалар һәм иҫкәрмәләр ябай йәйәләр эсенә алынды. Ғ. Ҡунафин.
ЙӘЙӘ III (Р.: крылья саней-розвальней; И.: sledge fender; T: kızağın kanati) и. диал.
Сана терһәге. □ Крылья саней-розвальней. Сана йәйәһе.
ЙӘЙӘ БУЙЫ (Р.: длина лука; И.: bow’s length; T.: yay kadar mesafe) u.
Йәйәнең оҙонлоғо тиклем ер, арауыҡ.
□ Расстояние, равное длине лука. ■ Эй, китте, ти, эй, китте, ти, артына әйләнеп ҡараһа — йәйә буйы ер киткән, ти. Әкиәттән.
ЙӘЙӘ КЕРЕШЕ (Р: тетива; И.: bowstring; T.: kiriş) и.
Уҡ-Һаҙаҡтағы тарттырыусы бау. □ Тетива. Йәйә керешен тартыу.
ЙӘЙӘЛЕ (Р: имеющий лук; И.: having a bow; T: yaylı) и.
1. Йәйәһе булған. □ Обладающий луком, имеющий лук.
2. Йәйә менән ҡоралланған. □ Вооруженный луком. Йәйәле яугир.
ЙӘЙӘЛӘНЕҮ (йәйәлән-) (Р: принять форму лука; И.: adopt a bow form; T: yaylanmak) к.
Йәйә формаһын алыу. □ Принять форму лука.
ЙӘЙӘСЕ (Р: лучник; И.: bowman; T: tirendaz) и.
1. Йәйә менән ҡоралланған һуғышсы.
□ Лучник. Йәйәселәр дошманға уҡ яуҙырҙы.
2. спорт. Йәйә атыу ярышында ҡатнашыусы спортсы. □ Лучник (спортсмен). Йәйәселәр ярышы башланды. Йәйәсе дипломы менән бүләкләнеү.
ЙӘЙӘҮ [боронғо төрки йадағ] (Р: пешком; И.: on foot; T: yaya) р.
Үҙ аяғың менән атлап. □ Пешком. Йәйәү барыу. Йәйәү йөрөү. Йәйәү китеү. ■ Зарлы Йософ унан ары йәйәү барҙы, ҡәрҙәштәренең яуыз уйын белеп алды. «Ҡиссаи Йософ». [Хашимдың] район үҙәгенән сыҡҡаны бирле йәйәү атлаған аяҡтарының балтырҙары тартышып-тартышып ҡуйҙы шул саҡ, табандары ла ут кеүек яна. Т. Ғарипова. • Ас ҡалмаған аш ҡәҙерен белмәҫ, йәйәү йөрөмәгән ат ҡәҙерен белмәҫ. Мәҡәл. Сирле булып
атҡа ултырып йөрөгәнсе, таҙа булып йәйәү йөрөгәнең артыҡ. Мәҡәл. Яман атҡа менгәнсе, йәйәү йөрө талғансы, яман ҡатын алғансы, буйҙаҡ йөрө ҡанғансы. Мәҡәл.
♦ Ҡара йәйәү бөтөнләй атһыҙ. □ Безлошадный. Ҡара йәйәү ҡалыу. ■ Атайымдың ҡара йәйәү интеккән сағы ине. Йәғни Ҡо-лағашҡа әле юҡ тигән һүҙ. С. Кулибай. • Ҡарт атын маҡтаған кеше ҡара йәйәүгә ҡалған. Әйтем.
ЙӘЙӘҮЛЕ I (Р: пеший; И.: pedestrian; T: yaya) с.
1. Йәйәү барған, йәйәү йөрөгән. □ Пешеходный, пеший. Йәйәүле кеше. ■ Юл буйынса һирәкләп йәйәүле һәм һыбайлы юлсылар тап булдылар. Б. Дим. • Йәйәүле ҡунаҡ тыныс йоҡлар. Мәҡәл.
2. хәрби. Йәйәү хеҙмәт иткән. □ Пеший (солдат, войско). Йәйәүле һалдат. Йәйәүле ғәскәр. ■ Дошман һуғышсылары, арттағы төп көстөң ҡасан килеп етеүен көтөп, һөжүмгә барыусы йәйәүле һалдаттарҙың өҫтөнә картечтар, уҡтар менән ҡурғаштар яуҙырырға тотондо. Я. Хамматов.
ЙӘЙӘҮЛЕ II (Р: пеший; И.: pedestrian; T: yaya) и.
1. Йәйәү барған, йәйәү йөрөгән кеше. □ Пеший, пешеход. ■ Киң ялан уртаһынан һуҙылған ҡарлы юлдан бер йәйәүле атлай. Ғ. Лоҡманов. Йәйәүлеләрҙең ҡайһы берҙәре ары-бире һуғылды ла, өҫ-баштарын да сисеп тормай, һыуға ташланды. Ә. Хәкимов. • Атлыға йәйәүле юл бирер. Мәҡәл. Йәйәүлегә янсыҡ та ауыр. Мәҡәл. Йәйәүленең аты арымай. Мәҡәл. Йәйәүленең ризығын һыбайлы ашаған. Мәҡәл. Йәйәүленең хәлен көтөүсенән һора. Мәҡәл. Яңғыҙҙың өнө сыҡмаҫ, йәйәүленең саңы сыҡмаҫ. Мәҡәл.
2. хәрби. Йәйәү хеҙмәт итеүсе. □ Пехотинец. ■ Йәйәүле, атлы, тупсы һәм башҡалар, сафтарҙы боҙмай ғына, тауыш-тынһыҙ килеп туҡтайҙар. Б. Хәсән.
ЙӘЙӘҮЛЕ АДВОКАТ (Р: общественный адвокат; И.: public barrister; T: dava vekili) и.
Суд билдәләүе буйында йәмәғәт ойошмаһы йәки коллективтың мәнфәғәттәрен
273