ЙӘЙӘҮЛЕ БУРАН
яҡлаусы кеше; йәмәғәт яҡлаусыһы. □ Общественный адвокат, защитник. Йәйәуле адвокат булып эшләу. Йәйәуле адвокатҡа мөрәжәғәт итеу.
ЙӘЙӘҮЛЕ БУРАН (Р.: позёмка; И.: blizzard accompanied by ground wind; T.: tipi) u.
Өҫтән яумай, ҡар өҫтөнән йүгергән буран. □ Позёмка. ■ Йәйәуле буран йугерә-йугерә, елдәрҙе ҡыуа-ҡыуа. Ғумеркәйҙәр гөрләп уҙа, йәшәуҙән һуң кем туя?! Йырҙан. Был юлы ла шулай булды: төштән һуң яуа башлаған ҡар бер аҙҙан йәйәуле буранға кусте, тора-бара һепертмәгә әйләнде. «Башҡортостан», 17 ғинуар 2012.
ЙӘЙӘҮЛЕ ҒӘСКӘР (Р: пехота; И.: infantry; T.: piyade) и. хәрби.
Ҡораллы көстәрҙең йәйәү хеҙмәт иткән төрө. □ Пешее войско, пехота. ■ Юлсының тын алырлыҡ та хәле ҡалмай. Ярҙам итерҙәй берәй йән эйәһе юҡмы икән, тип, тирә-яғына куҙ һала. Ҡапыл йәйәуле ғәскәрҙең биш һалдаты куренә. «Йәшлек», 21 июль 2009.
ЙӘЙӘҮЛЕК (йәйәүлеге) (Р.: хождение пешком; И.: being pedestrian; T.: yayalık) и.
Йәйәү булыу хәле. □ Хождение пешком. • Ат ҡәҙерен белмәгәнгә йәйәулек бирер язаһын, аш ҡәҙерен белмәгәнгә аслыҡ бирер язаһын. Мәҡәл.
ЙӘЙӘҮЛЕ ҠОРТ (Р.: пешая пчела; И.: sick bee; T.: malul an) и. у март.
Ҡанаттары нығынып етмәгән йәш ҡорт йәки төрлө ауырыуҙан ҡанаттары зарарланған зәғиф ҡорт. □ Пешая пчела.
ЙӘЙӘҮЛЕ-ЯЛПЫЛЫ (Р: пеший; И.: pedestrian; T.: yaya) с.
Йәйәүләп килгән. □ Пеший. Йәйәуле-ялпылы кешеләр. ■ [Татлыбикә:] Ҡоҙағый, көнө-төнө ятмай тигәндәй, йәйәуле-ялпылы килеп, хәлем дә, аяғым да ҡалмағас, ҡайҙа барайым инде, килеп йығылдым инде. М. Буранғолов. Ләкин йәйәуле-ялпылы, туҡтауһыҙ эш менән уткән ғумер, уның [Миңнебайҙың] һаҡалына ҡырау төшөрһә лә, йөрәгенә ҡырау төшөрә алмаған. С. Ҡудаш.
ЙӘЙӘҮЛӘТЕЛЕҮ (йәйәүләтел-) ҡ. төш. ҡар. йәйәүләтеү 1. страд, от йәйәүләтеү 1. ■ Йылға ярында йәйәуләтелгән эскадрондар ята. Ә. Ихсан.
ЙӘЙӘҮЛӘТЕҮ (йәйәүләт-) (Р: отправить пешком; И.: send on foot; T.: yaya gitmek) ҡ.
1. Йәйәү атлатыу. □ Отправить пешком. Йәйәуләтеп ебәреу. ■ [Немецтар] иҫән ҡалған биш-алты йөҙ әсирҙе иһә йәйәуләтеп Дахау тигән лагерға алып киттеләр. Ә. Хәкимов. Дамелла икәнегеҙ иҫебеҙҙә, фәҡирҙе лә алығыҙ иҫегеҙгә. Аҡрын, йәйәуләтеп, артҡа төштөк, Аҡмулла — фәлән-төгән, тиһәгеҙ ҙә. М. Аҡмулла.
2. диал. ҡар. кинәнеү 2. Йәйәуләтеп ултырып сәй эсеу.
ЙӘЙӘҮЛӘТӘ р. ҡар. йәйәү. Йәйәуләтә йөрөу. Йәйәуләтә барып ҡайтыу.
ЙӘЙӘҮЛӘҮ (йәйәүлә-) (Р.: идти пешком; И.: walk; T.: yaya gitmek) ҡ.
Йәйәү атлау. □ Идти пешком, топать. Йәйәуләп китеу. Йәйәуләп утеу. Өс саҡрым йәйәуләу. ■ Тороу тугел, бармаҡты ла ҡыбырлатҡы килмәй. Сабынлыҡҡа йәйәуләп барырға, көн буйы тирләп-бешеп бесән йыйырға, унан арыған көйө тағы һәлпәңләп ҡайтырға. Н. Мусин. Йәйәуләргә тура килгәс нишләрһегеҙ икән, тип битараф ҡына уйлап ҡуйҙы ул [ҡарт]. Б. Рафиҡов. Ҡырҡатар ҡатынды эйәртә лә, йәйәуләп, ҡайныһына китә. Әкиәттән.
ЙӘЙӘҮЛӘШЕП (Р: пешком; И.: on foot; T.: yaya) р.
Йәйәүләп бергә. □ Пешком. Йәйәуләтеп ҡайтыу. Йәйәуләтеп барыу. ■ Улар [Айбу-латтар] бер аҙ кәңәшләштеләр ҙә, Алтын-байҙың бойҙайлы тоҡтарын өс-дурт йөккә бу леп тейәп, .. уҙҙәре йөктәре янында йә-йәуләшеп, ҡалаға урләй башланылар. Һ. Дәүләтшина.
ЙӘКИ [фарс. сЛ] (Р.: либо; И.: ог; Т.: veya) терк.
Мәғәнә яғынан береһен береһе алмаштырған ике һөйләм йәки һөйләм киҫәген алмаштырып теркәү өсөн ҡулланыла; йәиһә. □ Союз разд. Либо, или. Бөгөн йәки иртәгә. Ул йәки мин. ■ Икенсе отряд Ҡаҙаҡҡол тирәһендә, өсөнсөһө Тирлән йәки Уразай ауылында булырға тейеш. Я. Хамматов. Һуғым малын бысаҡ менән салыу йәки бысаҡлау башҡорттарға, һис шикһеҙ, һуңыраҡ ингән бер йола булып һанала. Ж. Ке-
274