Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 275


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

йәлдәк
йекбаев. [Флурә] ҡай саҡ Вил Ваһапович теге йәки был һуҙҙең мәғәнәһен аңлатҡанда йылмая. Ш. Хажиәхмәтов.
ЙӘКМӘ и. диал. ҡар. йәмкә. Йәкмә менән болғау.
ЙӘКҮН [ғәр. û_& "булыу, булмыш’] (Р.: итог; И.: result; T.: sonuç) и. иҫк.
Йомғаҡ, һөҙөмтә. □ Итог, вывод. Йәкун яһау. Эштең йәкуне. ■ Мазлумов бығаса әйткәндәренә йәкун яһағандай һөйләп китте. Ғ. Ғүмәр.
ЙӘКШӘМБЕ [фарс. (Р.: воскресенье; И.: Sunday; T.: Pazar (günü)) и.
Аҙнаның һуңғы, етенсе көнө; дөйөм ял итеү көнө. □ Воскресенье. / Воскресный. Йәкшәмбе көн. Йәкшәмбегә ҡайтыу. Йәкшәмбе килеп етте. ■ һуңғы ваҡытта христиандарҙы дин байрамдарында, ябай йәкшәмбе көндәрендә лә сиркәугә барырға, хәйер йыйып ҡайтырға ысынлап сығара башланылар. Б. Рафиҡов. Йәкшәмбе көн булғанлыҡтан, урамда халыҡ ҡайнай. Ғ. Хәйри. Үткән йәкшәмбелә поезда уҡ башында ярала биреп ҡуйған ниәте [Дилбәргә] өс көн буйы тынғы бирмәне. Г. Ғиззәтуллина. • Бер куҙе — шәмбегә, икенсеһе — йәкшәмбегә. Мәҡәл.
ЙӘКӘЙ и. диал. ҡар. иҙеү.
ЙӘКӘЛ (Р: щиколотка; И.: ankle; T.: ayak bileği) и.
1. диал. Бәкәл, бәкәлсәй. □ Щиколотка, лодыжка; бабка. Йәкәл быуыны.
2. Уйын өсөн файҙаланылған һөйәк. □ Бабка (кость для игры). ■ Йәкәл, туп, ҡасышлы уйындары малайҙарҙы туйҙырып бөттөләр инде. Ә ҡармаҡҡа йөрөргә иртәрәк әле. X. Мохтар. Гога кеҫәһенән йәкәлен сығарып, ҡапҡаға һуға башланы. Й. Мостафин. Ашығаяҡ, йәкәл уйнай икән, ул [Әмин] ота, мәрәйгә атһа — ул мәргән. Ғ. Хөсәйенов.
ЙӘКӘЛБАШ с. диал. ҡар. бәйләнсек. Йәкәлбаш кеше.
ЙӘЛ I [рус. жаль} (Р: жаль; И.: it is a pity; T.: yazık) р. хәб. функц.
1. Әсенеү, һыҙланыу, үкенеү, аяу тойғоһон белдерә. □ Жаль, жалко. Йәл булыу. Йәл тугел. ■ Таңғы аһәң, киске моң-ғәм... Барыһы утә, барыһы йәл — яңырып
гел килһә лә ул, юҡ, туҡталмай гузәл мәл. X. Назар, һәр ваҡытта йыйнаҡ, таҙа, ыҡсым тип танылған был «һары әбей»ҙең былай туҙынып китеуе Гөлйөҙөмгә бик йәл тойолдо. һ. Дәүләтшина. Мәҙинә ҡолаҡтарына тиклем ҡыҙарған Ғәлимәгә кутәрелеп ҡараны: йәл уға, йәл әхирәте. Т. Ғарипова.
2. Ниҙелер бирергә, исраф итергә ҡыҙғаныу тойғоһон белдерә. □ Жаль, жалко. Туккән көс йәл. Үткән ғумер йәл. ■ [Айсыуаҡ:] Минең һуңғы батырлығым ил аҙаматтарының һәләк булыуына сәбәп булған икән, уға гөнаһлы мин. Талашмағыҙ, кубәләктәй йәнем илдең берлеге өсөн йәл тугел. М. Буранғолов. Үҙебеҙҙең башҡорт ғәскәренә бер ни ҙә йәл тугел, тип Ғарифулла бай бер өйөр йылҡыһын буләк иткән, имеш. М. Хужин. Кәкук кенә саҡырһа, яҙҙар була, йәш ғумерҙең утеуе йәл була. Халыҡ йырынан. • Кеше малы мал тугел, ата малы йәл тугел. Мәҡәл. Ҡаҙ өсөн тауыҡ йәл тугел. Мәҡәл. Һөймәгән йәр йәр тугел, ташлаһаң да, йәл тугел. Мәҡәл.
ЙӘЛ II (Р: жалкий; И.: pitiful; T.: acınacak) с.
Ҡыҙғаныу тойғоһо уятҡан. □ Жалкий. Йәл кеше. Йәл куренеш. Йәл тормош. Йәл ваҡиға.
ЙӘЛБЕР-ЙӨЛБӨР (Р: подражание лёгкому колебанию предмета; И.: imitation word; T.: tir tir) оҡш.
Ваҡ-ваҡ ҡына, еңел генә һелкенгәнде белдергән һүҙ (йоҡа нәмәгә ҡарата). □ Подражание лёгкому колебанию предмета. Йәлбер-йөлбөр итеу. Йәлбер-йөлбөр килеу.
ЙӘЛБЕРСӘК (йәлберсәге) (Р: мелкие оборки; И.: small frill; T.: farbala) и. этн. диал.
Итәктәге ваҡ ҡатмар. □ Мелкие оборки, воланы. Йәлберсәк ҡуйып тегеу.
ЙӘЛДӘК I (P: изворотливый; И.: dodgy; T.: açıkgöz) с.
1. Хәйләле, йылғыр, алдай торған. □ Изворотливый; увёртливый, ловкий.
2. Ялҡау. □ Ленивый. Йәлдәк әҙәм. ■ [Фәхри:] Фермаға куҙ һалып ҡайтырға кәрәк, ул йәлдәктәргә ышаныс юҡ. Б. Бикбай.
3. Сибек, көсһөҙ. □ Слабый. Бигерәк йәлдәк ат еккәнһең бит.
275