Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 277


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙӘЛЛӘШЕҮ
булмәгә алып инделәр ҙә, киң бер ширлеккә һуҙып һалып, йәлләт шыйлан тимерсыбыҡ менән ярырға тотондо. Н. Мусин. Башҡорт яугирҙарының уле кәуҙәләре быуа быумалы булып ятып ҡала. Батша йәлләттәренән шунан башҡаны көтөп тә булмай. Эпостан.
2. кусм. Ҡанһыҙ, мәрхәмәтһеҙ кеше.
□ Безжалостный, жестокий человек. / Деспот. ■ Ике тин дә тормаҫлыҡ йәлләттәргә башын һатып, тамаҡ туйҙырмаҡ була [доноссы]. М. Ғафури. Белсе, гөнаһ тыуа гөнаһһыҙҙар йәнен емереп, тик әурәтер бер мәл йәлләттәрҙе паклыҡ менән уткән ғумерем. М. Ғәли.
ЙӘЛЛӘТ БАЛТАҺЫ (Р.: топор палача; И.: hangman’s axe; T: celladın satırı) и.
Баш киҫә торған махсус балта. □ Топор палача. Йәлләт балтаһын уткерләу.
ЙӘЛЛӘТЕҮ (йәлләт-) ҡ. йөкм. ҡар. йәлләү 1. страд, от йәлләү 1. Үҙеңде йәлләтеу. Йәлләтергә тырышыу. ■ Әсәһенән йәлләтеп торорға был элекке Яҡуп тугел ине инде. М. Кәрим. Гөлнара битен усы менән ҡаплап, танауын мыш-мыш тартып иларға тотондо. Айнур өсөн яңылыҡ тугел был, бутән саҡтағы кеуек, йәлләтергә, уныц куңелен йомшартырға тырыша. Н. Мусин.
ЙӘЛЛӘТКЕС (Р.: жалобно; И.: sorrowfully; T: hazin hazin; acıklı acıklı) р.
Йөрәк әрнеткес, ҡыҙғаныслы. □ Жалобно. ■ [Аҡтуш] төнө буйы йәлләткес шыңшып сыҡты, хатта илаған кеуек тойолдо өйҙәгеләргә. «Ағиҙел», №6, 2011. [Йорттоң] иҫке ҡапҡаһы, көндәрем бөттө тигәндәй, йәлләткес шығырланы. Ә. Әминев.
ЙӘЛЛӘТЛЕК (йәлләтлеге) (Р: палачество; И.: hangman’s trade; T: cellatlık) и. иҫк.
Йәлләт эшмәкәрлеге, йәлләт булыу хәле.
□ Палачество. Йәлләтлек вазифаһы. Йәл-ләтлек эше. ■ 1920 йылда башҡорт халҡының С. Ш. Мырҙабулатов етәкселегендәге ҡораллы баш кутәреуен ҡанға батырып баҫтырышыуҙа йәлләтлек тәжрибәһен мул туплап .. уҙен ифрат ләззәтләнеп кеше ултереусе — садист итеп таныта. Й. Солтанов.
ЙӘЛЛӘҮ I (йәллә-) (Р: жалеть; И.: feel sorry (for); T: acımak) ҡ.
1. Аяныс хәлдә күреп әсенеү, ҡыҙғаныу. □ Жалеть, сострадать. Балаларҙы йәлләу. Йәлләп илау. Үҙен йәлләмәу. ■ Уны [Мөхәм-мәтсәлимде] уятырға йәлләгән Ғәбиҙә, саҡ ҡына булһа ла йәнә йоҡлатырға теләп, иҙән уртаһында оҙаҡ хәрәкәтһеҙ торҙо. Я. Хамматов. Өйрәнсек, бер ҡатлы һөнәрсенең куңеле тамам йомшарып етеуенә, уҙен ихлас йәлләй башлауына тамам төшөнөп алғас, куптән уйлап килгән хәйләһен тормошҡа ашырырға керешкән. 3. Биишева. Һаман иҫтә: йәп-йәш ҡайындарҙы шаҡармаға киҫтем йәлләмәй. Р. Йәнбәк. • Яҙға сыҡҡан атты яуҙан да йәлләмә, көҙгә кергән атты кейәуеңәлә бирмә. Мәҡәл. Ат йәлләгән ергә ҡарар, ҡош йәлләгән куккә ҡарар. Мәҡәл.
2. Бирергә, исраф итергә йәл күреү, ҡыҙғаныу. □ Жалеть. Аҡса йәлләу. Йәлләп тормау. Ваҡытты йәлләу. Көстө йәлләу. ■ [Навалихин бай:] Әгәр ҙә шуны эшләй алған кеше булһа, мин ул кешенән һис ваҡытта ла аҡса йәлләмәгән булыр инем. Т. Хәйбуллин. Ереккәнде ер ярата, тигәндәй, Шафиҡ тыуған ере өсөн уҙ көсөн йәлләмәне. Я. Хамматов. Дан сығарыр ирҙәр йән йәлләмәҫ, йәнде йәлләу менән дан булмаҫ. Халыҡ йырынан. • Сәтләуек ашағың килһә, тешеңде йәлләмә. Мәҡәл.
ЙӘЛЛӘҮ II (Р: жалость; И.: pity; Т: acıma) и.
Ҡыҙғаныу хисе, аяу. □ Жалость. Йәлләу тойғоһо. Йәлләу уятыу. ■ Миңлебикәһен һағыныу һәм юҡһыныу тойғоһо көсәйә барҙы [Шәғәленең] куңелендә һәм, аҙаҡ килеп, тағы йәлләу тойғоһо өҫтәлде. К. Мәргән.
ЙӘЛЛӘҮЕС (Р: вызывающий чувство жалости; И.: pitiful; T: acıtıcı) c.
Әсенеү, аяу тойғоһо уятҡыс; йәл. □ Вызывающий чувство жалости, сострадание, жалкий. ■ Баяраҡ артта ҡалған йәйәулеләр уҙа башлай, гуйә, улар беҙгә йәлләуес ҡараштарын ташлай. «Ағиҙел», № 9, 2009.
ЙӘЛЛӘШЕҮ (йәлләш-)
1. урт. ҡар. йәлләү 1. взаимн. от йәлләү 1. ■ Мәҙинә справканы тапшырғас, хеҙмәттәштәре аһ-уһ итеп йәлләште, йы-уатышты ла бутәнсә төпсөнөп торманы. Ә. Хәкимов. [Мәғфурә:] Улар [урыҫтар
277