Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 278


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

йәлп
ҙың ҡайһыһы] хатта бер туғаның кеуек, йәлләшеп, ярҙамлашып торалар ул. Һ. Дәүләтшина.
2. диал. Йәлләү. □ Жалеть. ■ Пристав уҙе лә бик йәлләшкән һымаҡ, йомшаҡ тауыш менән: — Эйе, эйе, йәл, — тип һуҙып һөйләнде лә, тәҙрәгә ҡарап, тағы ла папиросын һурҙы. Һ. Дәүләтшина.
ЙӘЛП (Р.: подражание быстрому, резкому движению; И.: imitative word; T.: ani hareketi bildiren kelime) оҡш.
Етеҙ, еңел хәрәкәтте йәки һалбырап торған еңел нәмәнең хәрәкәтен белдергән һүҙ.
□ Подражание быстрому, резкому движению. Йәлп итеп боролоу. Йәлп итеп ҡалыу. Йәлп итеп кутәреу. И Аллаяр ат егелә торған тимер тырмаларҙы йәлп иттереп арбаға кутәрә лә һала, кутәрә лә һала. Ф. Иҫәнғолов. Ауыр кәуҙәле атайым йәлп итеп тороп ишеккә ҡарай юрғаланы. Ә. Вахитов.
ЙӘЛПЕЛДӘТЕҮ (йәлпелдәт-) (Р: развевать; И.: blow about; T.: dalgalandırmak) ҡ.
Йәлп-йөлп иттереү, йәлп-йөлп килтереү.
□ Развевать, колыхать. Итәк-еңде йәлпел-дәтеу. Йәлпелдәтеп кутәреу. ■ Бына уның [Ирғәленең] куҙ алдынан ҡулына фанеранан эшләнгән сумка тотҡан ҡыҙ, ҡалын ҡара толомдарын йәлпелдәтеп, ялан аяҡ йугереп утә. Н. Мусин. Баш врачтың аҡ халатының итәген йәлпелдәтеп әле тегеләй, әле былай елеп уткәне куренеп ҡала. Н. Мусин.
ЙӘЛПЕЛДӘҮ (йәлпелдә-) (Р: развеваться; И.: flutter; T.: dalgalanmak) ҡ.
Йәлп-йөлп итеү, йәлп-йөлп килеү.
□ Развеваться, колыхаться. Йәлпелдәп атлау. Ҡолаҡтары йәлпелдәп тора. Атлағанда итәге йәлпелдәп тора. ■ Атау Яхыяның да санаһын утеп киткән дә йәлпелдәп завод яғына һалдыра. Н. Мусин. Шәһурә уҫмер ҡыҙҙарса йәлпелдәп атлап килде лә әсәһенең ҡуйынына һыйынды. Н. Мусин.
ЙӘЛПЕЛДӘШЕҮ (йәлпелдәш-) ҡ. урт. ҡар. йәлпелдәү, взаимн. от йәлпелдәү. Йәлпелдәшеп килеу.
ЙӘЛПЕСӘК (йәлпесәге) и. диал. ҡар. балитәк. Йәлпесәк тегеу.
ЙӘЛП-ЙӨЛП (Р: подражание быстрому и лёгкому движению; И.: imitative word; T.: calt) оҡш.
Ҡабат-кабат йәлп иткән хәрәкәтте белдергән һүҙ. □ Подражание быстрому и лёгкому движению. Йәлп-йөлп баҫыу. Йәлп-йөлп итеу. ■ Ни эшләптер ул [Ирназар] утә яй атлай, ә Фәйрузә ашыға, — уға ҡул болғаны ла, йәлп-йөлп итеп, алға йугерҙе. Ә. Хәкимов. Ҡыҙ көмөш ҡыңғырауҙар тауышы сығарып көлдө лә, зәңгәр куҙҙәренең ҡарашы менән бер өтөп алғас, еңел ситса кулдәгенең итәктәрен йәлп-йөлп иттереп, тубәнгә төшөп китте. Н. Мусин.
ЙӘЛП-ЙӘЛП оҡш. ҡар. йәлп-йөлп. Йәлп-йәлп итеу. Йәлп-йәлп килеу. ■ Ул [Нәсимә] йәһәт кенә һоҫаһын бер уңға, бер һулға елдереп шыуҙыра, табансаларын бер өҙлөкһөҙ йәлп-йәлп баҫа башланы. Һ. Дәүләтшина.
ЙӘЛПӘЙЕҮ (йәлпәй-) (Р: сплющиваться; И.: become flat; T.: yassılmak) ҡ.
Йәлпәккә әйләнеү, йәлпәк булыу; йәлпәшеү. □ Сплющиваться, расплющиваться. Бурекйәлпәйгән. ■ Һаптыңйәлпәйгәнерендә Байназаровтарҙың ырыу тамғаһы — «ҡуян эҙе» ярылып ята. М. Кәрим.
ЙӘЛПӘЙЕШЕҮ (йәлпәйеш-) ҡ. урт. ҡар. йәлпәйеү, взаимн. от йәлпәйеү.
ЙӘЛПӘЙТЕП ҠУЙЫУ (йәлпәйтеп ҡуй-) (Р: сплюснуть; И.: flatten; T.: yassılt-mak) ҡ.
Йәлпәккә әйләндереү. □ Сплюснуть, расплющить. Эшләпәне йәлпәйтеп ҡуйыу.
ЙӘЛПӘЙТЕҮ (йәлпәйт-) (Р: сплющивать; И.: flatten; T.: yassıltmak) ҡ.
Йәлпәккә әйләндереү, йәлпәк итеү. □ Сплющивать, расплющивать. Эшләпәне йәлпәйтеу. Йәлпәйтә һуғыу. ■ Ҡартлығына ҡарамай, ялтырап торған куҙле, туңәрәк аҡ һаҡаллы, еп кеуек сирткән мыйыҡлы Солтан, танауын йәлпәйтеп йылмайып, ат туғарып, арбаһын тартып урынлаштырып йөрөгән Заһит янына килде. Һ. Дәүләтшина.
ЙӘЛПӘК (Р: плоский; И.: flat; T.: yassı) с.
Яҫы булып йәйелгән; йәйпәк. □ Плоский; приплюснутый, низкий. Йәлпәк таш. Йәлпәк бит. Йәлпәк өй. Йәлпәк танау. Йәлпәк булыу. ■ Салауат атаһын ишек алды май
278