Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 280


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙӘЛСЕҮ
3. Тыныслыҡ, иркенлек менән йәшәтеү.
□ Не беспокоить, не трогать. ■ [Фазыл:] Миҫалға, һин у ҙең дә совет власын йәлсетер кеше тугелһең. Ә. Хәкимов. [Мулла:] Мин курше ауылдағы штабка барам. Мин ул йөҙө ҡараларҙы йәлсетмәм! Ғ. Дәүләтшин. • Өргән эт тешләмәҫ, әрләгән дуҫ кәмһетмәҫ, көлһә лә дошман йәлсетмәҫ. Мәҡәл.
ЙӘЛСЕҮ (йәлсе-) (Р.: получать удовольствие; И.: enjoy; T: memnun olmak) ҡ.
1. кубр. юҡл. Файҙа, рәхәт күреү; кинәнеү. □ Получать удовольствие, наслаждение, испытывать радость; наслаждаться, радоваться. ■ [Алтынсәс:] Ҡулы ҡороп, ергә һыймай йөрөгән Хәби бай Сурағолдо ҡыуып ебәрһә лә, барыбер йәлсемәне, уҙе ҡороно. Т. Хәйбуллин. • Баталы ҡол арымаҫ, батаһыҙ ҡол йәлсемәҫ. Мәҡәл.
2. кубр. юҡл. Нимәгәлер булған ихтыяжды ҡәнәғәтләндереп, шатланыу; кинәнеү.
□ обычно в отриц. форме. Достигнуть желаемого, иметь желаемое или необходимое; везти кому в чём. Аҡсаға йәлсемәу. Мин был баҡсанан йәлсемәнем. И Беҙ шәм ҡабыҙыр өсөн кәрәсингә лә йәлсемәй интеккән саҡта, курше Вятский утарында, төндәрен куҙҙе ҡамаштырып, йәнде арбап, электр уттары тоҡаныр ине. М. Ямалетдинов. • Тимерсе бысаҡҡа йәлсемәҫ. Мәҡәл.
♦ Йәлсемәгер! ҡарғағанда әйтелә.
□ Чтоб тебе не было удачи!
ЙӘЛСЕҮБЕҘ (Р: неутомимый; И.: indefatigable; T: yorulmak (nedir) bilmeyen) с. диал.
Тырыш, әрһеҙ. □ Неутомимый, неприхотливый. Йәлсеуһеҙ up.
ЙӘЛТ [фарс. ‘мут, хәйләкәр’] (Р: проворный; И.: nimble, quick; T: çevik) с. иҫк. кит.
Етеҙ, өлгөр. □ Проворный, ловкий. Йәлт кеше.
ЙӘЛТЛӘҮ (йәлтлә-) (Р: торопить; И.: hurry; T.: acele ettirmek) ҡ. иҫк. кит.
Тиҙләтеү, һәләтләү. □ Торопить, поторапливать, подгонять. // Поторапливание. Йәлтләп тороу. Эшкә йәлтләу.
ЙӘЛТӘКӘЙ (Р: слабоумный; И.: imbecile; T: aklı zayıf) с. диал.
Аҡылға еңел. □ Слабоумный. Йәлтәкәй бала.
ЙӘЛТӘНЛӘТЕҮ (йәлтәнләт-) (Р: двигаться быстро и легко; И.: move fast and easy; T: hızlı davranmak) ҡ.
Тиҙ-тиҙ генә, еңел ҡуҙғалыу. □ Двигаться быстро и легко. ■ [Сурағол] Әлкәйҙец, Ҡолморҙа старшина ҡапҡаһынан сығып, йәлтәнләтә баҫып, яҡ-яғына ҡарана-ҡарана доверенный Әкбәрҙең йортона инеп киткәнен курҙе. Т. Хәйбуллин. Сыйырсыҡтың .. ҡанаттарын йәлтәнләтеп, ҙур энергия менән һайрауҙары — барыһы ла, барыһы ла яҙ баштарының куңелле тойғоларын йөрәккә ҡайһылай сиртәләр. Т. Йәнәби.
ЙӘЛТӘНЛӘҮ (йәлтәнлә-) ҡ. диал. ҡар. елтәнләү. Йәлтәнләп сығып китеу. Йәл-тәнләп йөрөу.
ЙӘЛӘҮКӘР с. диал. ҡар. арамъя. ■ [Сәлиха:] Куҙ асып куҙ йомғансы юҡ була был ҡыҙ. Был тикле йәләукәр булыр икән. Ж. Кейекбаев.
ЙӘМ (Р: красота; И.: beauty; T: güzellik) и.
1. Төҫ, күренеште матурлаған сифат; күрк. □ Красота, краса, прелесть, привлекательность. Тәбиғәт йәме. Йәм биреу. Йәм өҫтәу. ■ Матур һындар, матур ҡыҙҙар, матур сыңдар, әйткән саҡта, исемегеҙ матур сындар. Һеҙҙе куреп, йәмгә сумып, киттем иреп, аҡылһыҙҙар: «аҡылһыҙ», — тип баҡырһындар. Ш. Бабич. ® Ас кешегә ут йәм, таҙ кешегә бурек йәм. Мәҡәл. Кулдең йәме ҡаҙ менән, туйҙың йәме ҡыҙ менән. Мәҡәл. Яҙҙың йәме сәскә менән, көҙҙөң йәме кәлтә менән. Мәҡәл. Тәмһеҙҙе балға һалһаң да тәмле булмаҫ, йәмһеҙҙе йәмгә манһаң да йәмле булмаҫ. Мәҡәл.
2. Күңелгә ҡыуаныс, рәхәтлек биргән сифат. □ Красота, краса, прелесть, привлекательность. Бала — тормөш йәме. Донъя йәме. Йәм табыу. ■ Тирә-яғы, бар ҡыҙ ҙа, һарай алды, бар ер ҙә шул һылыуҙан [Һомайҙан] йәм алған, бары шунан йәнләнгән. «Урал батыр». Яҙғы шарлауыҡтарҙан көҙгө ҡырауҙарға тиклем тынмай һайраған ҡоштар йәм өҫтөнә йәм өҫтәй. М. Кәрим.
280