йәмғиәт
Сал тулҡынлы һыуымдан, икмәгемдән тәм алдым, тыуған-үҫкән яғымдан мин донъяла йәм алдым. А. Игебаев. Һинән башҡа мицә йәм юҡ, ят һыуҙарҙа бындай тәм юҡ. Ғ. Рамазанов. Колхоздың алдынғы тракторсыһы иҫәпләнгән Абдулла ағай эштән йәм табып йәшәй торған кешеләрҙең береһе ине. Н. Мусин. • Ағай-эне талашһа, ятҡа йәм. Мәҡәл. Күп аштың тәме юҡ, күп һүҙҙең йәме юҡ. Мәҡәл. Дуҫың яныңда булмаһа, донъяның йәме юҡ. Мәҡәл.
ЙӘМ АЛ и. ҡар. ямал. Йәмал булыу. Йәмал табыу.
ЙӘМБИЛ (Р: рубанок; И.: plane; T.: rende) u. иҫк.
Бәләкәй ҡул йышҡыһы; ҡыҫҡа йышҡы. □ Рубанок. Бер яҡлы йәмбил. Ике яҡлы йәм-бил. Ҡыя йәмбил.
ЙӘМБУЛАТ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Мең ырыуының аймағы. □ Название одного из родовых подразделений минцев.
ЙӘМҒЕ I [ғәр. ‘йыйылма’] (Р: сбор; И.: sum; T.: toplam) и. иҫк.
Йыйылма, берләшмә. □ Сбор; сумма. Сығымдарҙың дөйөм йәмғеһе.
ЙӘМҒЕ II [ғәр. (Р: весь; И.: all; T.: tüm) билд. а.
Бөтә, барлыҡ. □ Весь, вся, все; объединённый. Йәмғе донъя. Йәмғе халыҡ. ■ Ихтилал Башҡортостандың йәмғе дүрт юлында ла дөрләгәнлектән һәм ҡыш башланыу сәбәпле, И.К. Кириловҡа Өфө ҡәлғәһенә ҡайтырға һәм, барлыҡ көстәрҙе туплап, киң фронтлы һөжүм ойоштороу тураһында уйларға кәрәк була. Й. Солтанов. Йыраҡтан йәм-йәшел булып күренһә лә, тау битләүе бигүк йәшел түгел, йәмғе үҫенте ҡыҫҡа, һарғылт шырт. үләндән ғибәрәт. «Ағиҙел», № 3, 2010.
ЙӘМҒЕ БУЛЫУ (йәмғе бул-) (Р: собраться; И.: gather (together); T.: toplanmak) ҡ.
Йыйылыу, берләшеү. □ Собраться. ■ Әгәр йәннәт менән тамуҡты әүсаф ҡылыуға йәмғе булһа ҡаф та ҡаф. М. Ғафури.
ЙӘМҒЕ ҠЫЛЫУ (йәмғе ҡыл-) (Р: собрать; И.: gather; T.: toplamak) ҡ.
Йыйыу, берләштереү. □ Собрать. ■ [Рустар ] турғайҙың ҡырғыҙҙарын йәмғе ҡылды. Бәйеттән.
ЙӘМҒЕҺЕ (Р: всего; И.: in all; T.: tümü) билд. а.
Бөтә булғаны, барлығы. □ Всего, итого. И Ай календары буйынса, ай был күк есеме яңы тыуғанда башлана ла икенсеһе тыуғанға тиклем дауам итә, йәмғеһе 30 көн килеп сыға. «Башҡортостан ҡыҙы», № 5, 2010. [Мировой — Ҡотлоғужаға:] һеҙ Лап-шиндан утыҙ мең дисәтинә самаһы артыҡ ер өсөн дисәтинәһенә етмешәр тиндән йәмғеһе егерме бер мең һум неустойка түләтәһегеҙ. Н. Мусин. Ағиҙелде ике яҡлап, Ҡыуғанак тамағынан Һәүәлекүл тамағына тиклем, Ағиҙелгә ҡойған һыуҙарҙың башынан урап, йәмғеһе әүәле заманда Кесе Табын тип аталған. М. Өмөтбаев.
ЙӘМҒИӘТ [ғәр. (Р: общество;
И.: society; T.: cemiyet) и.
1. Матди тормоштоң дөйөм булған конкрет-тарихи шарттары ерлегендә күмәге бер бөтөнгә берләшкән халыҡ. □ Общество. / Общественный. Йәмғиәт ҡоролошо. Йәмғиәт тормошо. Йәмғиәт үҫеше. Кешелек йәмғиәте. Демократик йәмғиәт. Йәмғиәткә ҡаршы. Йәмғиәт өсөн хәүефле. ■ Төрлө дәүерҙәрҙә лә йәштәр йәмғиәт үҫешенең стратегик таянысы һәм прогрестың этәргесе булып тора. Р. Бикбаев. Әлбиттә, әҙәбиәт — бөгөнгө йәмғиәт емеше: йәмғиәт торошо, йәмғиәт кимәле әҙәбиәттә лә сағылыш таба. «Ағиҙел», № 9, 2010.
2. Уртаҡ эш, уртаҡ маҡсат йәки башҡа нәмә нигеҙендә берләшкән кешеләр төркөмө. □ Общество. Спорт йәмғиәте. Ғилми йәмғиәт. Айыҡлыҡ йәмғиәте. Акционерҙар йәмғиәте. Ҡулланыусылар йәмғиәте. ■ Бөгөн килеп Торатауға оло ҡаза янай: Стәрлетамаҡтың «Сода» йәмғиәте уны «ашарға» йыйына. М. Ямалетдинов. [Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев] Рус география йәмғиәтенең Ырымбур бүлегенә ағза итеп һайланғас, ул бөтөнләй ял итмәне тиерлек. Я. Хамматов.
281