ЙӘМҒИӘТЕ ХӘИРИӘ
ЙӘМҒИӘТЕ ХӘЙРИӘ (Р: благотворительное общество; И.: charitable institution; T.: hayır kurumu) и. map.
Мохтаж кешеләргә ярҙам күрһәтеү маҡсатын тотҡан ойошма. □ Благотворительное общество. И Әллә ниндәй әһел булмаған кем-сәләр ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ яһап сәхнәгә менәләр ҙә, «Йәмғиәте хәйриә» файҙаһына тип, берәй нәмә ҡуялар. Ш. Бабич.
ЙӘМҒИӘТЛӘШТЕРЕЛЕҮ (йәмғиәтләштерел-) ҡ. төш. ҡар. йәмғиәтләштереү. страд, от йәмғиәтләштереү. Йәмғиәтләштерелгән мал. ■ Өйҙөң ҡаршыһында ҡатар береһе ағас, береһе кирбес ике келәт. Ағас келәттә колх:озсыларҙың йәмғиәтләштерелгән һыйырҙарының һөтө өсөн сепа-рат ҡуйылған. Һ. Дәүләтшина.
ЙӘМҒИӘТЛӘШТЕРЕҮ (йәмғиәтләштер-) (Р.: обобществлять; И.: socialize; T.: toplumsallaştırmak) ҡ.
Йәмғиәт (1) ҡарамағына берләштереү. □ Обобществлять. // Обобществление. Ойошмаларҙы йәмғиәтләштереу.
ЙӘМҒИӘТСЕ (Р: общественник; И.: voluntary group activist; T.: toplumsal yaşama faal biçimde katılan) и. иҫк.
Йәмәғәт эштәрен алып барыусы. □ Общественник. ■ Гөлшат әхирәттәре араһында сибәрлеге менән дә айырылып торманы, уҡыуҙа ла әллә ни уцыштар ҡаҙанманы, егеттәрҙең һушын алып, иғтибар уҙәгендә йөрөгән йәмғиәтсе лә булманы. Д. Шәрәфетдинов.
ЙӘМҒИӘТ ФӘНДӘРЕ (Р: общественные науки; И.: social sciences; T.: toplum bilimleri) и.
Кешене һәм уның мәҙәниәтен өйрәнә торған фәндәр (тарих, сәйәси иҡтисад, филология һ. б.) □ Общественные науки (история, политология, филология и т. д.). Йәмғиәт фәндәрен өйрәнеу.
ЙӘМЕ (Р: ладно; И.: all right, O.K.; T.: tamamı) киҫ. һөйл.
Үтенеүҙе, үтенесле өндәүҙе белдергәндә әйтелә; яраймы. □ Ладно, хорошо, обязательно. Кил, йәме! ■ [Әхәт:] һин мине лә уйнарға өйрәтерһең инде, йәме. Д. Бүләков.
[Исмәғил:] Әсәй, атты һин туғар әле, минең ваҡыт юҡ. Туғар, йәме, әсәй! Һ. Дәүләтшина.
ЙӘМИҒ [ғәр. (Р: всего; И.: in all; T.: tümü) билд. a. иҫк. кит.
Бөтә, барлыҡ; йәмғе. □ Всего, весь, вся, все, всё. Йәмиғ халыҡ.
ЙӘМИЛ I [ғәр. (P: красивый; И.: beautiful; T.: cemil) с. иҫк.
Матур, гүзәл. □ Красивый, прекрасный, миловидный, привлекательный. Йәмил булыу. Йәмил ҡыҙ.
ЙӘМИЛ II [ғәр. (Р: милость;
И.: mercy, charity; T.: lütuf) и. иҫк.
Мәрхәмәт, шәфҡәт, рәхимлелек; хөрмәт. □ Милость, любезность. ■ Тотҡонлоҡта яналыр йөрәктәрем, Хоҙа беҙгә сабыр йәмил бирһен имде. Халыҡ ижадынан.
ЙӘМИН [ғәр. (Р: клятва; И.: oath; T.: yemin) и. иҫк.
Ҡәтғи, тантаналы һүҙ менән нығытылған вәғәҙә; ант. □ Клятва, присяга. Йәмин ҡағыҙы.
■ Был серле йәмин ҡағыҙының төбө ҡайҙа бара тигән сөәлдәрҙе уйламай, яҙмышҡа буйһоноп, ҡолдар кеуек хеҙмәт итергә вәғәҙә бирҙеләр. М. Ғафури.
ЙӘМИН ИТЕҮ (йәмин ит-) (Р: клясться; И.: swear; T.: yemin etmek) ҡ.
Ант итеү. □ Клясться, давать клятву.
■ Ғәһет ҡылдым, йәмин иттем тотоп ҡыҙыл байраҡ ҡулға. М. Ғафури.
ЙӘМ-ЙӘШЕЛ (Р: ярко-зелёный; И.: bright green; T.: açık yeşil) с. артыҡл. дәр. ҡар. йәшел, превосх. степ, от йәшел.
Бик ныҡ йәшел, асыҡ йәшел. □ Яркозелёный. Йәм-йәшел улән. Йәм-йәшел булыу. ■ Уларҙың [баҫыуҙарҙың] ҡайһыһы һөрөлгән, ҡайһыһында көҙ сәсеп ҡалдырған арыш ҡурпыһы, йәм-йәшел келәм булып, йәйелеп ята. һ. Дәүләтшина. Батша Риуан төш курә. Ете бешкән бойҙай башағы, ете йәшел бойҙай курә. Етеһе лә уралып йәм-йәшел була ла ҡуя. Эпостан.
ЙӘМКӘ [рус. емки] (Р: емки; И.: (pair of) tongs; T.: maşa) и.
Күмер ҡыҫҡыс. □ Емки (щипцы для угля). ■ Был юлы әбей бесәйгә йәмкә менән киҙәнмәне. Ғ. Ғүмәр. Сәйҙеямал усаҡ эсендәге көлдө йәмкә менән бер яҡ ситкә һыпырҙы.
282