Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 283


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙӘМЛӘТЕҮ
Я. Хамматов. Бөтәһе лә шымып ҡалғайны, хатта Бәҙғолъямал әбей ҙә, усаҡ аҫтындағы утты ҡағыштырыуҙан туҡтап, йәмҡәһен тотҡан көйө бөксәйә биреп, ҡыбырламай баҫып тора. Н. Мусин.
ЙӘМКӘГӘ БАҪЫУ (йәмкәгә баҫ-) (Р.: наступить на совок; И.: magic way to summon one’s soul; T.: bir büyü) ҡ. миф.
Әруахтарҙы саҡырыу ысулы. □ Наступить на совок (магический способ вызывания улетевшей души). И Ҡот оҙаҡ төшмәһә, йәмкәгә баҫып ҡояһыц. Аяҡ менән баҫаһың, шунан ҡот төшә. Башҡорт мифологияһынан.
ЙӘМКӘ ТАШЛАУ (йәмкә ташла-) (Р.: выбрасывание совка; И.: spell against hail; T.: bir âdet) ҡ. миф.
Борсаҡ яуыуын туҡтатыуға йүнәлтелгән йола. □ Выбрасывание совка (магическое действие, направленное на остановку града). И Борсаҡ яуһа, урамға йәмкә ташлайҙар. Башҡорт мифологияһынан.
ЙӘМ-ҠОТ (Р: внешняя красота; И.: outer beauty; T.: dış güzellik) и. диал.
Тышҡы матурлыҡ. □ Внешняя красота. И Ауылдың ҡап уртаһында ҡыҙыл кирбестән төҙөлгән белем у сағы тирә-йунгә йәм-ҡот биреп ултыра. «Башҡортостан», 3 ноябрь 2011.
ЙӘМЛЕ (Р: красивый; И.: beautiful; Т: güzel) с.
1. Ҡарар күҙгә йыуаныс бирерлек төҫө, күренеше булған; күркле, күркәм. □ Красивый, живописный. Йәмле ер. Йәмле йәй. Йәмле тормош. Йәмле куренеш. И Ағиҙелкәй буйы бигерәк йәмле, аҡ тирмәләр ҡороп йәйләугә. Ҡайҙа ғына барма, дуҫ-иш кәрәк, атҡайыңды төшөп бәйләугә. Халыҡ йырынан. Йәмле Ҡырым ерендә ҡараңғыла, кис булғас, йыраҡта, тирәк аҫтында һайрар була һандуғас. М. Өмөтбаев. Йәмле генә Урал буйын ташлап киткеләрем килмәй илемдән. Халыҡ йырынан. • Йәмһеҙ ҡыҙҙы ҡосаҡлағансы, йәмле ҡыҙҙың янында тор. Мәҡәл. Тәмһеҙҙе балға һалһаң да, тәмле булмаҫ, йәмһеҙҙе йәмгә манһаң да, йәмле булмаҫ. Мәҡәл. Эткә эт йәмле, ҡошҡа ҡош йәмле. Мәҡәл.
2. Күңелгә йыуаныс, рәхәтлек бирерлек. □ Красивый. Йәмле донъя. ■ Йәйҙең
йәмле төнө, саф һауаға таралған тәмле сәскә еҫтәре тәнде иркәләй, тыныс ял итергә саҡыра, һ. Дәүләтшина. Төндәр була бик йәмле, таң йондоҙо сыҡҡанда. Был бәйетте яҙҙым мин, эскәйҙәрем бошҡанға. Бәйеттән. Шул йәмле донъяла кешенең йәшәгеһе килеп кенә тора, ти. «Урал батыр». • Сәмле эш йәмле. Мәҡәл.
3. диал. ҡар. матур 1. Йәмле ҡыҙ. Йәмле бала.
ЙӘМЛЕЛЕК (йәмлелеге) (Р: красота; И.: beauty; T: güzellik) и.
Матурлыҡ, йәмле булыу сифаты. □ Красота, живописность. Тәбиғәттең йәмлелеге. И Эй, шул йылғы йәйҙең йәмлелеге, байлығы! Т. Ғарипова. [Фирҙәуес:] Донъя әллә ҡайҙарға һуҙылған... Ул болондарҙың йәмлелеге... Бөтә ерҙә ап-аҡ сәскә... Н. Асанбаев. ® Йәмлелек — йән аҙығы. Мәҡәл.
ЙӘМЛӘНДЕРЕҮ (йәмләндер-) (Р: делать красивым; И.: make beautiful; T: güzelleştirmek) ҡ.
Йәмлегә, күркәмгә әйләндереү, йәмле итеү; йәмләү. □ Делать красивым, украшать. Баҡсаны йәмләндереу. Тормошто йәмләндереу. ■ Әгәр өйөңдә аңлайҙар, яраталар, һәр башланғысыңды хуплап торалар икән, өҫтәуенә, куҙ нурындай ҡәҙерле балаларың тормошоңдо йәмләндереп, куңелеңде иретеп, яныңда йугереп йөрөһә, теләктәр ҙә, маҡсаттар ҙа яҡтыраҡ, киңерәк була бара ул. «Башҡортостан ҡыҙы», № 1, 2010.
ЙӘМЛӘНЕҮ (йәмлән-) (Р: хорошеть; И.: grow prettier; T: güzelleşmek) ҡ.
Йәмлегә, күркәмгә әйләнеү, йәмле булыу. □ Хорошеть, становиться красивым. Донъя йәмләнде. Ағастар йәшәрҙе, тирә-яҡ йәмләнде. ■ Ана бит тирә-яҡ ҡайһылай йәмләнде: сыйырсығы-турғайы сырҡылдаша, кәрниз буйҙарында тыҡылдашып, бер-береһен ҡыуып, кугәрсендәр тормош көтә. Т. Ғарипова. Бына [Фазылетдин] тупһаны аша атлар ҙа көр тауышы өйҙө тултырыр, Рәшиҙәнең донъяһы киңәйеп, көнө йәмләнеп китер. Р. Камал.
ЙӘМЛӘТЕҮ (йәмләт-) ҡ. ҡар. йәмләндереү. ■ Донъяны йәмләтеу. ■ [Миңлекәй
283