Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 284


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙӘМЛӘҮ
еңгә:] Ошо Аҡйондоҙҙоң урамдарҙы йәмләтеп бер утеп китеуе уҙе ни тора. М. Кәрим.
ЙӘМЛӘҮ (йәмлә-) ҡ. ҡар. йәмләндереү. Бала тормошто йәмләй. Гөл булмәне йәмләй. ■ Ғәм алдына сығып баһа ала, майҙан йәмләй ҡыҙҙар аҫылы. Т. Ғәниева. [Азамат:] Молодец, Салауат! Бына һинең кеуек кешеләр йәмләй ҙә инде донъяны. Р. Солтангәрәев.
ЙӘМПӘЙЕС (Р.: низкорослый; И.: undersized; T.: kısa boylu) с. диал.
Буйға бәләкәй. □ Низкорослый (о человеке). Йәмпәйес кеше. Йәмпәйес булыу.
ЙӘМРӘЙЕҮ (йәмрәй-) (Р: хмуриться; И.: frown; T.: somurtmak) ҡ.
Кәйефһеҙләнеп, асыуланып, төҫтө боҙоу; емерелеү. □ Хмуриться, супиться, насупливаться. Йәмрәйгән ҡаш. Йәмрәйеп ҡарау. Йәмрәйеп тороу. ■ Ҡул кутәргәс, машина ла әлегесә яйланы. Кабинанан шофёрҙың йәмрәйгән йөҙө куренде. Ф. Иҫәнғолов. Иҫә-кәйҙең ялбыр ҡашы куҙен ҡаплай яҙып йәмрәйгән, асыуы йөҙөнә сыҡҡан. Ә. Хәкимов. Баймораттың ниҙер әйтергә теләуен тик яҫы ҡара ҡаштарының берсә йәмрәйеп, берсә юғары сөйөлөуенән һәм ирендәренең ҡыбырлауынан ғына белергә мөмкин ине. Н. Мусин.
ЙӘМРӘЙТЕҮ (йәмрәйт-) (Р: хмурить; И.: frown; T.: çatmak) ҡ.
Йәмрәйергә сәбәп биреү. □ Хмурить, супить, насупливать. Ҡашты йәмрәйтеп ҡарау. ■ Бабай, ҡалын ҡаштарын йәмрәйтеп, эшен ҡыҙыулатты. И. Ғиззәтуллин. Гибадулла бөгөн беҙҙең эшләгән ергә барыу менән, ҡаштарын йәмрәйтеп, туҡтап ҡалды. Н. Мусин. Сырым, йөҙөн йәмрәйтеп, әсирҙең башына тоҫмаллап, йән асыуы менән һуғырға киҙәнде. Ә. Хәкимов.
ЙӘМ-ТӘМ (Р: прелесть; И.: charm; T.: çekicilik) и. йыйн.
Ниҙеңдер бөтә матурлығы, ҡәҙере, йәм һәм тәм. □ Прелесть, удовольствие. Эштән йәм-тәм табыу. ■ Эштән өркмәй Мөхәмәтша, киреһенсә, эштә ул йәм-тәм таба. М. Хужин. Ҡулдарығыҙ һаран ерҙән йәм-тәмдәр ала торған, куҙ нурығыҙ, йәнгә утеп, яралар һала торған. М. Ғәли.
ЙӘМҺЕҘ I (Р: некрасивый; И.: unattractive; T.: çirkin) с.
1. Ҡарар күҙгә йыуаныс бирерлек төҫө, күренеше булмаған; күркһеҙ. □ Некрасивый, неприглядный, непривлекательный, неприятный. Йәмһеҙ кеше. ■ Әсәйем ос һәнәген һатып ебәрһә, уның менән ошо һаҡалтай, йәмһеҙ кеше кәбән ҡойоп йөрөрмө икән? Н. Мусин. Ҡәтфәр батша төҫкә-башҡа бик йәмһеҙ, ҡара, шаҙра кеше икән. Эпостан. • Йәмһеҙ ҡыҙҙы ҡосаҡлағансы, йәмле ҡыҙҙың янында тор. Мәҡәл. Белмәгән сибәрҙе алғансы, белгән йәмһеҙҙе ал. Мәҡәл. Бер матурға — бер йәмһеҙ, бер йәмһеҙгә — бер матур. Мәҡәл. Йәмһеҙҙең көҙгөһө насар, булдыҡһыҙҙың ҡоралы насар. Мәҡәл.
2. Күңелгә йыуаныс, рәхәтлек бирер сифаты булмаған. □ Некрасивый, неприятный. Йәмһеҙ ҡараш. Йәмһеҙ тауыш. Йәмһеҙ ҡыланыш, в Директор менән йәмһеҙ һөйләшеуҙән аҙаҡ куңеле болоҡһоп торғанлыҡтан, Зөһрә бер һуҙһеҙ риза булды. Н. Мусин. Әммә сәхнәнән һәм экрандарҙан яңғыраған әшәке һуҙҙәрҙең, йәмһеҙ ҡыланыштарҙың мәҙәниәт менән һис уртаҡлығы юҡ. «Йәшлек», 19 февраль 2011.
ЙӘМҺЕҘ II (Р: некрасиво; И.: ungracefully; unprettily; T.: biçimsiz) р.
1. Төҫкә-башҡа шыҡһыҙ ҡиәфәттә. □ Некрасиво, неприглядно, непривлекательно, неприятно. Төҫкә-башҡа йәмһеҙ булыу. Йәмһеҙ куренеу. И Ғәзимәнең төҫкә йәмһеҙ, уҙе уҫал булыуына ҡарамай, Ныязғол байҙың уны икенсе бисәлеккә алып тороуына куп кеше ғәжәпкә ҡала. һ. Дәүләтшина. • Йөҙөң йәмһеҙ булһа, көҙгө ғәйепле тугел. Мәҡәл. Йәмһеҙ булһа ла — бай ҡыҙы матур, ярлы ҡыҙы матур булһа ла — йәмһеҙ. Мәҡәл. Ямауҙың уҙе тугел, эҙе йәмһеҙ куренә. Мәҡәл.
2. Күңелгә йыуанысһыҙ итеп. □ Некрасиво, неприятно. Йәмһеҙ ҡыланыу. Йәмһеҙ ҡарау. ■ Һуҙ ҡушманым башҡа уға, кәрәкмәй, йәмһеҙ була. Р. Ғарипов. Ҡапҡа йәнә йәмһеҙ итеп сыйылдап ҡуйҙы. Н. Ғәйетбаев.
ЙӘМҺЕҘЛЕК (йәмһеҙлеге) (Р: непривлекательность; И.: unattractiveness; T: çirkinlik) и.
284