Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 285


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙӘМШЕК
Шыҡһыҙлыҡ, йәмһеҙ булыу сифаты. □ Непривлекательность. ■ [Һәнәрсе:] Үҙ тамағың туҡ булһын өсөн генә кешеләрҙең күңелен йәмһеҙлеккә, тупаҫлыҡҡа күнектерергә яраймы ни?! 3. Биишева. Мин был ерҙе матурларға тыуҙым һәм күрергә тыуҙым гүзәллектең күккә үрләрен. Закондан тыш тип иғлан итәм йәмһеҙлектең бөтә төрҙәрен. Ә. Атнабаев. Әҡлимә өйөнә нисек ҡайтҡанын да белмәне. Шунда ғына ниндәй ҡот осҡос аҙым эшләгәнен бөтә йәмһеҙлеге менән күҙ алдына килтерҙе. «Ағиҙел», № 9, 2009. • Матурлыҡ морат түгел, йәмһеҙлек оят түгел. Мәҡәл.
ЙӘМҺЕҘЛӘНДЕРЕҮ (йәмһеҙләндер-) ҡ. йөкм. ҡар. йәмһеҙләнеү, понуд. от йәмһеҙләнеү. Донъяны йәмһеҙләндереп, ямғыр яуа.
ЙӘМҺЕҘЛӘНЕҮ (йәмһеҙлән-) (Р.: становиться некрасивым; И.: become unattractive; T: çirkinleşmek) ҡ.
1. Йәмһеҙгә (1, 2) әйләнеү, йәмһеҙ булыу. □ Становиться некрасивым, непривлекательным, неприглядным; дурнеть. Ныҡ йәмһеҙләнеү. Япраҡтар ҡойолдо, урман йәмһеҙләнде. К Шулай былар [егет менән ҡыҙ] бер урманға килеп керҙеләр, ти, урманға кергәс, теге егет бөтөнләй йәмһеҙләнеп, шөкәтһеҙләнеп ҡалды, ти. Әкиәттән. Бая Роман, уның [Миңлегөлдөң] йәмһеҙләнгән йөҙөн күргәс, ҡурҡҡан шикелле, сырайы ҡасып, артына сигенгәйне. Н. Мусин.
2. Үҙеңде насар, әҙәпһеҙ тотоу. □ Вести себя недостойно, некрасиво. Бала йәмһеҙләнеп тора.
ЙӘМҺЕҘЛӘТЕҮ (йәмһеҙләт-) ҡ. йөкм. ҡар. йәмһеҙләү, понуд. от йәмһеҙләү. ■ Ҡыҙыл ут шәүләһе, күбәләктәй елпенеп, [Зәйниҙең] ҡырынмаған ҡырыҫ бите өҫтөндә уйнай. Күк һипкелгә оҡшаған дары төртөктәре уғата йәмһеҙләшә. Й. Солтанов. Бөтөрөлгән мыйыҡлы сауҙагәрҙәр, приказчиктар, .. оҙон ыштан балағын йоҡа ойоҡ ҡунысына ҡыҫтырып, элек тә йөрөргә белмәгән аяҡтарын йәмһеҙләшкән мулла, мәзин ҡатындары .. - барыһы ла йыйналғандар. А. Таһиров.
ЙӘМҺЕҘЛӘҮ (йәмһеҙлә ) (Р.: делать некрасивым; И.: render unattractive; T: çirkinleştirmek) ҡ.
Йәмһеҙгә (1, 2) әйләндереү, йәмһеҙ итеү.
□ Делать некрасивым, непривлекательным, неприглядным, неприятным. Баҡсаны йәмһеҙләү. Өйҙө йәмһеҙләү. ■ Кеше донъяны йәмһеҙләү өсөн түгел, матурлау өсөн йәшәй.
3. Биишева. Кеме һуғышта, кеме ауырып, тотош ғаиләләре менән ҡырылған өйҙәрҙең тәҙрәләренә таҡталар ҡаҙаҡланып, былай ҙа йәме булмаған урамдарҙы тағы ла йәмһеҙләй төшә. М. Хужин.
ЙӘМҺЕҘЛӘШЕП КИТЕҮ (йәмһеҙләшеп кит-) (Р: поругаться; И.: quarrel (with); T: kavga etmek) ҡ.
Үҙ-ара мөнәсәбәтте боҙоу; асыуланышыу.
□ Поругаться, испортить отношения с кем. Күршеләр йәмһеҙләшеп китте. Катын ире менән йәмһеҙләшеп китте.
ЙӘМҺЕҘЛӘШЕҮ (йәмһеҙләш-) ҡ. диал. ҡар. яманлашыу. ■ Ғәйниямал ҡалаға ҡунаҡҡа килгәндә лә матурлыҡ өсөн генә ҡуйылған йәндәй күргән йыһаздарына барып ултырыр ҙа килене Зәйтүнә, йәғни Гүзәлдең әсәһе менән йәмһеҙләшеп тә алыр. Ф. Рәхимғолова.
ЙӘМШЕГӘН (Р: боярышник; И.: hawthorn; T: akdiken) и. диал.
Ҡыҙыл йәки һары емешле, эре энәле ҡыуаҡ ағас; энәлек. □ Боярышник (лат. Crataegus). И Йәмшегәндәр, баландар, гөлйемештәр тәлгәш-тәлгәш һығылып ултыра. Й. Солтанов.
ЙӘМШЕК (Р: сплющенный; И.: flattened out; T: yassılmış) с.
1. Емерелеп, йәнселеп, рәүеше боҙолған; йәлпәшкән. □ Сплющенный, сплюснутый. Мороно йәмшек ҡомған. Түбәһе йәмшек эшләпә. ■ Бәләкәс кенә йәмшек еҙ самауырға ҡаҙандан эҫе һыу ҡойоп, шаулатырға ҡуҙ һалып, самауыр соҡалағына ҡуялар. Һ. Дәүләтшина. Күҙ алдына килә йәмшек өйҙәр, кисә генә булыпуткәндәр. X. Ҡунаҡбай.
2. Йәлпәшеп торған. □ Приплюснутый. Йәмшек танау. ■ Рәмилдең тос йоҙроғо уның [Радиктың] йәмшек танауына бер-ике мәртәбә килеп ҡуныуы булды, борлап ҡан
285