ЙӘМШЕЛДӘҮ
китте. Р. Ҡол-Дәүләт. Бына уң флангыла йәмшегерәк танаулы, туңәрәк битле Ҡәнзәфәров фамилиялы егет баҫып тора. Н. Мусин.
ЙӘМШЕЛДӘҮ (йәмшелдә-) ҡ. диал. ҡар. бәлшәйеү 2. Ауыҙы йәмшелдәп төшкән. Бер һуҙ әйтеп булмай, йәмшелдәп тора.
ЙӘМШӘЙЕҮ (йәмшәй-) (Р: сплющиваться; И.: become flat; T.: yassılmak) ҡ.
Йәмшеккә әйләнеү, йәмшек булыу.
□ Сплющиваться, расплющиваться, мяться. // Сплющивание, расплющивание. Йәмшәйеп бөтөу. Самауырҙың ҡабырғаһы йәмшәйгән. Йәмшәйә төшөу. ■ Улар [Хөсәйен менән Әхсән] солан таҡтаһының ситендә, тышта ултырған, ҡорһағы йәмшәйеп бөткән еҙ ҡомған менән алмаш-тилмәш ҡойоп, биттәрен йыуҙылар һәм өйгә инделәр. Ж. Кейекбаев. Икенсе атыуҙа тубәтәй, йәмшәйеп, тағы ла килеп төштө. М. Кәрим. Таш тейгән урын, еңел генә йәмшәйеп, яп-ялтыр булып ҡалды. Я. Хамматов. Арыҫландың әсәһе, ҡолаҡ янынан утә ныҡ йәмшәйгән, һыу тамсылап торған еҙ самауырҙы алып килде.
3. Биишева.
ЙӘМШӘЙТЕҮ (йәмшәйт-) (Р: сплющивать; И.: flatten; T.: yassıltmak) ҡ.
1. Йәмшеккә әйләндереү; йәмшек итеү.
□ Сплющивать, расплющивать, мять. // Сплющивание, расплющивание. Йәмшәйтә һуғыу. И [Яҡуп] һул курше Йомабикә ҡарсыҡтың улән өҫтөндә ултырған еҙ ҡомғанын йәмшәйтергә лә өлгөрҙө. М. Кәрим. [Ҡолсобай:] Шунда танауымдың һеңерен онтап, йәмшәйтә һуҡтылар. Я. Хамматов.
2. Ҡыйшайтыу (ауыҙ тураһында).
□ Кривить (рот). ■ Бала әсәһе өҫтөнән ҡарын ҡаҡҡанды ла көтмәне, ауыҙын йәмшәйтеп илай башланы. Ғ. Ибраһимов.
ЙӘМӘҒӘТ [ғәр. (Р: общество;
И.: society; T.: cemiyet) и.
1. Үҙ-ара ниндәйҙер мөнәсәбәте, бәйләнеше булған халык төркөмө. □ Общество. / Общественный. Йәмәғәт вәкиле. Йәмәғәт милке. Йәмәғәт ойошмаһы. Йәмәғәт эше. Йәмәғәт эшмәкәре. Йәмәғәт эше рәуешендә. ■ Пленар ултырыштың төп өлөшөн танылған дин әһеле, йәмәғәт эшмәкәре, шул
уҡ ваҡытта уңған эшҡыуар Сан Мен Мун-дың телмәре алды. Р. Бикбаев. Өфө эш-ҡыуарҙар берләшмәһенең йәмәғәт ҡабул итеу булмәһендә бушлай консультациялар уткәрелә башланы. «Башҡортостан», 12 август 2011. Хәбибуллин йәмәғәт игене һаҡланған амбарға ут төртөуҙә ҡатнашҡаны өсөн ҡулға алынды. Ә. Вәли. Хәҙерге заманда ул [ҡатын-ҡыҙ] ғаилә мәнфәғәттәрен ҡайғыртып ҡына йәшәй алмай: эшләй, йәмәғәт тормошонда әуҙем ҡатнаша. «Шоңҡар», №7, 2011.
2. өндш. Йыйылған халыҡҡа өндәшкәндә әйтелә. □ Люди, граждане, народ. М [Мулла-сотник:] Йәмәғәт, тынысланығыҙ, ба-дишаһ хәҙрәттәре һаулығына доға ҡылабыҙ. Ғ. Ибраһимов. [Мулла хәҙрәт:] Йәмәғәт, көн хәстәре — беҙҙең турәләребеҙҙең шөғөлө. Ғ. Хөсәйенов. [Шымбай ҡарт:] Алйыған ҡарсыҡтың һуҙенә ҡолаҡ һалмағыҙ, йәмәғәт!
3. Биишева.
3. Никахлы ғаилә иптәше. □ Супруга, жена. Йәмәғәт алыу. Йәмәғәтле булыу. Хәләл йәмәғәт. ■ [Батшаның ярандары:] Эй, бадишаһ, һинән генә ҡалмаған бит, һин башҡа бер йәмәғәт ал, бәлки, балаң булыр. « Сәйфелмөлөк».
ЙӘМӘҒӘТ БАШЛАНҒЫСЫ МЕНӘН (Р: на общественных началах; И.: on a voluntary basis; T.: ücretsiz) и.
Үҙ теләге менән түләүһеҙ эшләү. □ На общественных началах. Йәмәғәт башланғысы менән эшләу. Йәмәғәт башланғысы менән барыу.
ЙӘМӘҒӘТ ҒӘЙЕПЛӘҮСЕҺЕ (Р: общественный обвинитель; И.: public prosecutor; T: başsavcı) и. юр.
Судта берәй ойошма исеменән ғәйепләүсе булып сығыш яһаусы. □ Общественный обвинитель. ■ Йәмәғәт ғәйепләусеһе вазифаһын башҡарырҙай йунле кеше табылмағас, ҡаза кургән абруйлы иптәштең уҙенә һуҙ бирелде. Й. Солтанов.
ЙӘМӘҒӘТ ЙЫЙЫНЫ (Р: сход; И.: gathering; T.: toplantı) и.
Йәмәғәттең ижтимағи мәнфәғәттәрен бергәләшеп ҡарау өсөн йыйылған ултырыш.
286