Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 288


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙӘМӘҒӘТ ӘЙТТЕРЕҮ
ҡарамаҫтан, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев туған халҡының тарихын, мәҙәниәтен ныҡышмалы рәуештә өйрәнеуенән туҡталманы. Я. Хамматов.
ЙӘМӘҒӘТ ӘЙТТЕРЕҮ (йәмәғәт әйттер-) ҡ. диал. ҡар. кәләш әйттереү. Улына йәмәғәт әйттерҙеләр. Курше ауылдан йәмәғәт әйттереу.
ЙӘМӘРӘ [ғәр. (Р.: горящий уголёк; И.: burning coals; T: kor) и. иҫк. кит.
Ҡуҙ, утлы күмер. □ Горящий уголёк, головня, жар. Ҡайындың йәмәрәһе. Йәмәрәгә әйләнеу.
ЙӘМӘТ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Мең башҡорттары аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир-минцев.
ЙӘН I [фарс, (Р: душа; И.: soul; Т.: сап) и.
1. Кешенең эске донъяһы, уй-фекере, кисереше, тойғоһо; күңел. □ Душа. / Духовный. Йәнрәхәтлеге. Йән теләгән нәмә. ■ Һин барында — һин генә йәндең турендә, һин генә, һин юғында — һине һағынып уйлайым мин гел генә. Ш. Бабич. Өҫтәл оҙон, ләкин табын туңәрәк, һый иҫәпһеҙ — йәндәреңә ни кәрәк. М. Кәрим. Йөрәгемдә — уты һунмәҫ сарсау, йәнем һыуһауына юҡ дауа! Р. Бикбаев.
2. Ниндәйҙер үҙенсәлекле тәбиғәтле, холоҡло кеше тураһында. □ Душа (человек, с теми или иными свойствами характера). Тубән йән булыу. Һатлыҡ йәнгә әйләнеу. й Быларҙың таянысы турәләр, муллалар, һатлыҡ йәндәр — барыһы ла ҡаты ҡайғы тулҡынында айҡалдылар. Т. Хәйбуллин. Көслө мөхәббәтенең ҡорбанына әйләнгән Зилбәрҙе лә һатлыҡ йәнгә һанамай, был бәләнең Тәңренән килеуен иҫәпкә алып, ҙурлап ерләнеләр, ҡорбандар килтерҙеләр.
3. Ураҡсин. Легендаларҙа ул [Үсбай],.. Хызыр Ильяс кеуек, арығанға ат, һыуһағанға һыу биреусе изге йән итеп тә кәуҙәләндерелгән.
3. Биишева.
3. Кеше һәм башҡа тереклектәрҙең йәшәүе, ғүмере. □ Душа. Йәнде аямау. Йәнем
бар саҡта. Тере йән. ■ [Фәйруш:] Ошо ун көн эсендә бөтөн сәсеу орлоҡтарын таҙартып бөтөрөргә тип йәнде сығарып алып баралар. Ҡ. Даян. Беҙҙә ике хайуан тойғоһо бар ине: береһе — йәнде һаҡлау, икенсеһе — ас ҡарынды туҡландырыу. Д. Юлтый. Бөтә нәмәләрҙең дә йәндәре бар — ағастарҙың да, таштарҙың да, уләндәрҙең дә. М.Кәрим.
4. Кемдер берәү. □ Душа, человек. ■ Йыйылды бер урынға аҡһаҡалдар, ишан, хәҙрәт, имамдар, хәлфә йәндәр. Һөйләштеләр былар хажға китергә, таң атҡас та хажға ниәт итергә. Ш. Бабич. Уралҡайҙан бейек, ай, тау булмаҫ, Уралҡайҙы һөймәҫ тә йән булмаҫ. Халыҡ йырынан. Ярлылар ҙа, бай кеуек, рәхәт теләусе йәндәр бит. Ш. Бабич.
5. Кеше һанын иҫәпләү берәмеге. □ Подушное число. Йән башынан булешеу. Бер булмәлә ете йән тора. Йән башынан туләнә торған һалым. И Элек йән башына өсәр бот иген булгәндә артыҡ алыусыларға хәҙер иген теймәне. Б. Бикбай. Айырылып киткән төрки ҡәбиләләре йән иҫәбе яғынан кумәгәйеп китеп, йәнә бер нисә ҡәбиләгә буленгән. Ж. Кейекбаев. Ерҙе община менән файҙаланыу хатта бик файҙалы буласаҡ, сөнки ул ваҡытта ер йән хисабына буленәсәк. М. Өмөтбаев.
6. эйл. ф. һөйл. йәнем (йәки йәнкәйем, йәнгенәйем). Иркәләп мөрәжәғәт иткәндә әйтелә. □ Сердце моё, дорогая, душенька, дорогой. ■ Көмөш йөҙөгөңдө һурып бир, йәнем алып ҡалды, тиерһең. Һары ла сәсем урермен дә һине йәндәй курермен. Халыҡ йырынан. Шундай бер көн килер һиңә, йәнем, һыу йөҙөнән һиңә ҡарармын. Юҡһынһа ла мине тулҡындарҙан, эҙләп табалмаҫ шул ҡарашың. Ф. Туғыҙбаева.
7. миф. Кешелә йәшәүсе мифик зат. □ Душа (по представлениям башкир, может жить автономно, улететь после смерти человека, войти в нового человека). ■ Кеше улгәс, уның йәне бәләкәй генә себен йә кубәләк булып осоп сыға. Экспедиция материалдарынан.
♦ Йән асыуы менән йөрәктән сыҡҡан ҡаты асыу менән. □ Со страшным гневом. ■ [Аҡмырҙа] .. йән асыуы менән һуңғы уғын төҙәп, атып ебәргән, ти. Әкиәттән.
288