Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 289


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

йән
Сәмләнеуҙең сигенә еткән Вәзир йән асыуы менән Ғабдулланыц салбар ҡайышынан эләктереп алды. М. Кәрим. Йән асыуы сығыу бик ныҡ асыуланыу, ярһыу □ Очень сердиться, быть озлобленным. Йәнгә ауыр булыу уй-тойғоға, күңелгә насар тәьҫир итеү; күңелһеҙләндереп тороу. □ Лежать тяжёлым камнем на душе. И Аҡыл, кәңәш һорап һиңә килдек, йәнгә ауыр булған саҡтарҙа. Кисер берук, өлөшөбөҙ булһа сәстәреңә төшкән аҡтарҙа. «Башҡортостан», 7 сентябрь 2011. Йәнгә дарман {йәки дарыу) ауыр хис-тойғоларҙан, борсолоуҙарҙан арындыра торған сара. □ Лекарство для души. Йәнгә йомшаҡ {йәки яғымлы) йәнде иркәләй, күңелгә тыныслыҡ бирә торған. □ Нежный, ласковый. ■ Йәнгә яғымлы, куңелгә яҡын булған был һуҙҙәрҙәнул [Айбикә]батырланып киткән кеуек булды. Һ. Дәүләтшина. Йәнгә йылы биреү күңелде наҙлау, тынысландырыу. □ Вдохнуть тепло в душу кого. Йәнгә тоҙ һибеү күңелде әрнетеү, теңкәгә тейеү. □ Надоедать; докучать. Йәнде ҡайҙа ҡуйырға белмәү ҡурҡып, ни эшләргә белмәү. □ Растеряться от страха. Йәнемде ҡайҙа ҡуйырға белмәй йөрөйөм. Йәнде ҡорбан итеү {йәки ҡылыу) кем йәки нимә өсөн йәнде аямау, үлергә әҙер булыу. □ Жертвовать собой. ■ Тыуған иле өсөн йәнен ҡорбан итергә лә әҙер торған, ти, ул [батыр]. Әкиәттән. Йәнде ҡулға (йәки усҡа) тотоп {йәки алып) ныҡ ҡурҡып. □ Душа ушла в пятки. И Аҫта упҡын, өҫтә кук тын, бер хәуефлән, бер кинән... Ҡайсын йырлай, мин йәнемде усымда тотоп киләм. М. Кәрим. Йәнде ус төбөндә тотоп {йәки ҡуйып) ҡар. йәнде ҡулға тотоп. И Йәнен ус төбөндә тотҡандай булып ҡурҡышынан саҡ ултырған Касъянов кашауайҙан һикереп торҙо. Я. Хамматов. Йәнде ус төбөнә ҡуйып йәшәй торған ҡот осҡос заманалар килде. Төндәр шомло, туҡтауһыҙ эттәр өрә. Ф. Рәхимғолова. Йәнде ярып бирергә әҙер тороу бер нимәне лә ҡыҙғанмау. □ Ничего не жалеть. ■ Яратҡан кешеңдең һәр ваҡыт яныңда булыуымы, әллә берәу өсөн йәнеңде урталай ярып бирергә әҙер булыумы? «Салауат», 15 ғинуар 2010. Йән дә
тән бар көскә, бөтә көстө, тырышлыҡты һалып. □ Изо всех сил, что есть мочи. Йән дә тән эшләу. Йән дә тән тырышыу. Йәне бар 1) үлмәгән, иҫән булыу. □ Быть живым (не мёртвым). Иҫән, йәне бар әле ҡарттың; 2) тере булыу, йәнле булыу. □ Быть живым, одушевлённым. ■ Хәйер, урмандың уҙенең дә йәне бар бит әле ул. С. Поварисов. Йәне генә юҡ яҡшы эшләнгән, юғары сифатлы. □ Высокого качества. Сәғәт ялтырап тора, йәне генә юҡ. Йәне йөрәк төбөндә {йәки түрендә) ғүмере бик аяулы, бик ҡәҙерле. □ Драгоценная жизнь. • Кәмәгә ултырғандың йәне ус төбөндә, атҡа менгәндең йәне йөрәк турендә. Мәҡәл. Йәне керле булыу намыҫы таҙа булмау. □ Иметь нечистую совесть. Йәне лә ҡалмау һау ере, бөтөн ере ҡалмау. □ Стать негодным, прийти в плохое состояние. Машинаның йәне лә ҡалмаған. Йәнен ҡуймау {йәки ҡалдырмау) һау ерен, бөтөн ерен ҡалдырмау. □ Живого места не оставить. Йәнен мамыҡҡа ураған һис бошонмаҫ кешегә ҡарата әйтелә. □ Неунывающий, жизнерадостный. Йәнен мамыҡҡа ураған кеше. Йәнен усына йомоп ныҡ ҡурҡып, ҙур хафа аҫтында. □ Дрожа от страха. Йәнде усҡа йомоп купме барылғандыр, белмәйем. Й. Солтанов. Йәнең нимә теләй теләгән нәмә барлығын белдергәндә әйтелә. □ Что душа пожелает. ■ Бер генә һан, китапхана 350(!) төр гәзит-журнал алдыра. Йәнең нимә теләй, барыһын да табырға мөмкин, тимәк. «Йәшлек», 25 февраль 2010. Йәне рәхәт (йәки тыныс) ҡайғы -моң юҡ, күңеле тыныс. □ Душа спокойна. ■ Ғишыҡһыҙҙың йәне тыныс: ятһа, улеп йоҡлайҙыр. Халыҡ йырынан. • Ярлының йәне тыныс. Мәҡәл. Ғишығы юҡтың йәне тыныс. Мәҡәл. Йәне-тәне менән бар булмышы менән. □ И душой, и телом, всем существом. Йәне-тәне менән ҡаршы. Йәне-тәне менән курә алмау. ■ Беҙ уны [апайымды] «Мир әсәһе» тип кенә йөрөтәбеҙ. Бөтә йәне-тәне менән халыҡтыҡы ул. К. Кинйәбулатова. Һағынып ҡайтҡан һайын урап сығам ауылымдың алты урамын, өйҙәренән шатлыҡ эркелгәнен йәнем-тәнем менән тоямын. М. Кәрим. Йәне юҡ 1) иҫе юҡ,
10-1.0117.12
289