йән
моңһоҙ. □ Бездушный; 2) кешене йәлләр бәғере юҡ; ҡаты бәғерле. □ Жестокий, немилосердный. ■ [Гөлйемеш апай:] Эсендә йәне юҡтыр был доҡторҙыц. М. Кәрим. Йән кеүек (йәки шикелле) күреү яҡын итеү, үҙ итеү. □ Считать своим, близким. Йән ҡайғыһы үлем янағанда иҫән ҡалырға тырышыу тураһында. □ Печётся только о себе, думать только себе. Йән ҡыл өҫтөндә тороу (йәки булыу, ҡалыу) бик хәүеф-хафалы хәлдә булыу. □ Быть на волоске от чего-л., быть на краю гибели. ■ Йәне ҡыл өҫтөндә генә ҡалғанда ла, ул [ҡатын] сараһын табып йәшәргә тырышҡан. «Һаҡмар», 17 май 2011. Йән теләгән кәрәк булған, оҡшаған. □ Что пожелает душа. И Йәне теләгән саҡта йәне теләгән кешеләр менән генә аралашты һәм яҡынлашты ул [Б. Бикбай]. М. Кәрим. Йән теләгән ерҙән теләһә ҡайҙан (һайлау мөмкинлеге булғанда). □ Откуда душа пожелает, откуда захочется. И Тағы шуны әйтеу ҙә мотлаҡ: был мәҡәләләрҙе һис тә эҙмә -эҙлекле уҡыу кәрәкмәй. Улар бер-береһенә бәйләнмәгән, шуға курә йәнең теләгән ерҙән алып уҡырға мөмкин. «Ағиҙел», № 1, 2011. Йән теләгән ҡәҙәр күңелең күпме теләй, шул тиклем (куләмгә ҡарата). □ Сколько душа пожелает, сколько захочется. Йән урынында булмау күңел тыныслығы булмау, борсолоу. □ Душа не на месте у кого. Йән ус төбөнә (йәки боғаҙға) килеү ҡар. йән. Йән үксәгә (йәки табан аҫтына) китеү (йәки төшөү) бик ныҡ ҡурҡыу. □ соотв. Душа ушла (упала) в пятки. Ҡурҡышынан йәне уксәһенә киткәндәй булды. Ни йәнең <менән> бәғерһеҙлек, моңһоҙлоҡҡа ҡарата әсенеп әйткәндә ҡулланыла. □ Как?; С каким сердцем? (сделать что-л. жестокое). ■ Шуға ҡарамаҫтан, иркәгеңде шулай хәуефле юлға ебәреп, ни йәнең менән тыныс ятмаҡ кәрәк? Ғ. Ибраһимов. [Януҙаҡ ҡарт:] Ә һин, Хажиғәли, ни йәнең менән был эшкә баҙнат иттең? М. Тажи.
ЙӘН II (Р.: душевный; И.: soulful; Т: сап) с.
Иң яҡын, ҡәҙерле. □ Душевный, духовный, близкий. Йән дуҫ. Йән ҡәрҙәш. Йән серҙәш.
ЙӘНАҒА и. диал. ҡар. ҡәйнеш. Йәнаға менән барыу. Йәнағаны куреу. Йәнағаһына кейәугә сығыу.
ЙӘН АҘЫҒЫ (Р.: духовная пища; И.: spiritua nourishment; T: gönül gıdası) и.
Күңелде күтәргән, ҡәнәғәтлек, рәхәтлек биргән нәмә. □ Духовная пища. ■ Кешегә икмәк менән бергә башҡаһы — йән аҙығы ла кәрәк. Й. Солтанов. Сумаҙан төбөнә һалып алып килгән китаптар ҙа уҡылып бөттөләр; техникумда саҡта иптәштәре менән төшкән рәсемдәрҙән башҡа йән аҙығы алырлыҡ, куңел йыуанысы табырлыҡ бер нәмә лә ҡалмаған кеуек ине. М. Тажи. • Яҡшы һуҙ — йән аҙығы, яман һуҙ — баш ҡаҙығы. Әйтем.
ЙӘН АЛҒЫС (Р: надоедливый; И.: vital; T: can alıcı) с.
Бер нәмәне ай-вайға ҡуймай ныҡытҡан кешегә әйтелә. □ Надоедливый. Йән алғыс әҙәм.
ЙӘН АЛҠЫМҒА КИЛЕҮ (йән алҡымға кил-) (Р: быть в тяжёлом состоянии; И.: to avert death narrowly; T: öleyazmak) c.
1. Ауыр хәл-кисерештең һуңғы сигенә етеү; үлә яҙыу. □ Быть в тяжёлом состоянии (от переживаний, трудностей и т. п.). ■ Куптэн тугел генә көйөнөп, йәне алҡымына килерҙәй булып йөрөгән бригадир Яҡуп Мырҙабаев иркен тын алды. Б. Бикбай. Гәрәй куҙҙәрен йомдо, йәне алҡымына килгәндәй булды. Б. Бикбай.
2. Ныҡ ҡурҡыу. □ Испугаться; душа уходит в пятки. Я Анау яурынына уҡа баҫҡандары килгән саҡта, төптө йәнең алҡымыңа килә торғайны. Ғ. Дәүләтшин.
ЙӘН АЛЫУСЫ (Р: Азраил; И.: death angel; T: Azrail) и.
1. дини. Ғазраил, кеше үлгәндә йәнен ала торған зат. □ Азраил, ангел смерти. Йән алыусы килеу.
2. Үлем хөкөмөн башҡара, тән язаһы бирә торған кеше; йәлләт. □ Палач. Йән алыусы балтаһы.
ЙӘНАСЫҒЫНА р. ҡар. йәнәсыҡҡа. Йәнасығына ҡысҡырыу. Йәнасығына һуғып ебәреу. Йәнасығына бәреу.
ЙӘН АҪРАУ (йән аҫра-) (Р: влачить жалкое существование; И.: live; T: yaşamak) ҡ.
290