Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 291


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙӘНГӘ ИНЕҮ
Тереклек һаҡлау, йәшәү; аслы-туҡлы йәшәү. □ Влачить жалкое существование, еле-еле перебиваться. ■ [Әптелғәлимдең] келәтенә инһәң, аҫыу лы торған туң түшкәләргә бәреп, маңлай тишерһең. Ә хеҙмәтселәр ҡатыҡ эсеп йән аҫрай. Ф. Иҫәнғолов. Олораҡ кешеләр, алда ҡот осҡос хәлдәр торғанлығын һиҙеп, ҡаты ҡайғырышалар: «Ҡайһылай итеп йән аҫрарбыҙ икән?» Б. Бикбай.
ЙӘН АТЫУ (йән ат-) (Р.: стремиться всей душой; И.: crave; T.: can atmak) ҡ.
1. Бик ныҡ теләү; елкенеү. □ Стремиться всей душой, жаждать. ■ Аһ, белмәйем, ниңә ҡайтыр өсөн, ҡайтыр өсөн йәнем аттым мин. Д. Юлтый. «Тиҙерәк атла!» — тиеп, тыуған йорттоң мөрйәһе бит тора йән атып. X. Назар.
2. Бөтә күңелде биреү; өҙәләнеү. □ Переживать сильно. Минең өсөн йән ата. Дуҫ тип йән атыу. ■ Иштуған йән атып йүгереп килгән ыңғайға һеңлеһен күтәреп алды. 3. Биишева. Юҡ, тиҙерәк әллә ҡайҙағы сит ҡалаға, ят кешеләр араһына китәм, тип йән ата [Ҡасим]. Ш. Янбаев.
ЙӘН АЯМАУ (йән аяма-) (Р: не жалеть себя; И.: to live without thinking of one’s own comfort; T: canına acımamak) ҡ.
Көрәштә, эштә үҙеңде йәлләмәү, йәнеңде бирергә әҙер булыу. □ Не жалеть, не щадить себя; стоять насмерть. ■ Ил-йорт ирке тип йәнен аямаҫ ир-егеттәр ғәййәр батырҙары, сая старшиналары тирәһенә ойошто, аҙаҡҡаса сигенмәҫкә ҡарар итте. Ғ. Хөсәйенов. Әлибаев окоптан окопҡа йөрөп атлыларҙың рухын күтәреү, һәр кемдең үҙ урынында йәнен аямай һуғышыу бурысын аңлата. Р. Өмөтбаев.
ЙӘН БЕЛМӘҮ (йән белмә-) (Р: находиться в полном забытьи; И.: inanimately; T.: cansız olmak) ҡ.
Иҫ белмәү, иҫһеҙ булыу. □ Находиться в полном забытьи. ■ [Айбулат:] Рәхмәт, атай, йән белмәй йоҡланым. Ғ. Ибраһимов. Етем үҫмер ҡаҡ һикелә, бүркенә башын һалып, ҡолас ташлап, йән белмәй йоҡлай ине. Ф. Иҫәнғолов.
ЙӘН БИҘҘЕРГЕС (Р: отталкивающий; И.: bothersome; T.: can sıkıcı) с.
Үҙенән биҙҙерә, нәфрәт уята торған.
□ Отталкивающий, надоедливый. ■ Йән биҙҙергес, ялҡытҡыс юл булды был. А. Игебаев.
ЙӘН БИҘЕҮ (йән биҙ-) (Р: надоедать; И.: be bored; T.: canı sıkılmak) ҡ.
Бөтөнләй туйыу, күрергә, кисерергә теләмәү. □ Надоедать, приедаться, охладеть душой, набить оскомину кому.
■ Полтаваның бысраҡ урамдарын йөҙгәндә, һуғышынан, бөтә әмеренән, ирегенән йәндәр биҙгәндә — Һуғыш бөтһөн! Д. Юлтый.
ЙӘН БИРЕҮ I (йән бир-) (Р: дать жизнь; И.: inspirit; T.: can vermek) ҡ.
1. Донъяға яратыу. □ Дать жизнь кому-чему, оживить кого-что, вдохнуть душу в кого, во что. • Йән биргәнгә йүн биргән. Әйтем.
2. Ҡеүәтләү. □ Воодушевить, ободрить.
■ һауа матур, яҙғы йылы елдәр үлән, япраҡтарға йән бирә. Д. Юлтый.
ЙӘН БИРЕҮ II (йән бир-) (Р: умереть;
И.: perish; T.: can vermek) ҡ.
Үлеү. □ Умереть, отдать богу душу, отдать концы. И Купме ҡоҙғон күпме йылдар буйы йән биререн көткән халҡымдың. Р. Бикбаев. Хәбәр килтергән күҙәтсе иһә күҙен йомдо, арҡаһына ҡаҙалған ағыулы уҡтан йән бирҙе. Ә. Хәкимов. Ҡарт ыһ та итмәгән, күҫәген тотҡан көйө йән биргән. Ә. Вахитов. Яуыз уйлы һөт күле батшаһының йән биреүе ана шулай булды, ти. Әкиәттән.
ЙӘН-БИШУЛ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Табын башҡорттары аймағының исеме.
□ Название одного из родовых подразделений башкир-табынцев.
ЙӘН БӨРКӨҮ (йән бөрк-) (Р: вдохнуть жизнь; И.: animate; T: can vermek) ҡ.
Йәм өҫтәү. □ Вдохнуть жизнь, оживить. Ямғыр тирә-яҡҡа йән бөрктө.
ЙӘНГӘ ИНЕҮ (йәнгә ин-) (Р: утешать;
И.: solace; T: teselli etmek) ҡ.
ю*
291