Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 292


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙӘНГӘ ТЕЙЕҮ
Йылы һүҙ, яҡшы эш менән кешенең күңелен йылытыу. □ Утешать. Баланың йәненә инеу.
ЙӘНГӘ ТЕЙЕҮ (йәнгә тей-) (Р.: раздражать; И.: to hit/touch the spot; T.: canına değmek) ҡ.
Теңкәгә тейеү, аптыратыу. □ Раздражать, вытягивать (выматывать) душу кому, стоять над душой чьей, у кого, надоедать, назойливо приставать. ■ [Ильяс:] Улай булғас, ҡыҙҙың ҡолағын игә, минец йәнгә теймә! Б. Бикбай. Был һөмһөҙ ҡатынды теге көндө ук оҡшатмағайны Инсаф. Юл буйы уныц әрһеҙ ҡарашы уҡырға ҡамасаулап, йәнгә тейеп килде. Г. Ғиззәтуллина.
ЙӘНГӘ ЯҠЫН (Р: близкий; И.: amiable; T: cana yakın) с.
Үҙ итеп ҡабул ителгән. □ Близкий, родной, свой. ■ Ҡайһылай ҙа хозур, йәнгә яҡын икән тыуып уҫкән яҡтар! «Ватандаш», № 3, 2009. Йәнгә яҡын ерҙәремдец яғымлы елдәренә, онотоп уҙем-уҙемде тын ғына ҡолаҡ һалһам — шунда уҡ бөтә тәнемде ут-ялҡын солғап ала. Р. Назаров.
ЙӘНГӘ ЯТЫУ (йәнгә ят-) (Р: нравиться; И.: enjoy; T: hoşuna gitmek) ҡ.
Хис-тойғоларға хуш килеү, оҡшау. □ Нравиться, быть по душе. Китап йәнгә ятты.
ЙӘН ҒАЗАБЫ (Р: душевные муки; И.: anguish; T: ızdırap) и.
Кешенең эске намыҫ, әхлаҡи хис-ки-сереше. □ Душевные муки. Я Йән ғазабы тән ғазабынан әсерәк була ул. М. Кәрим.
ЙӘНДЕ АЛЫУ (йәнде ал-) (Р: убивать;
И.: kili; T: öldürmek) ҡ.
1. Үлтереү. □ Убивать, взять душу.
2. кусм. Теңкәгә тейеү, ыҙалау. □ Надоедать, докучать. ■ Уҫалыраҡ малайҙар Вәхит ҡарт куренһә: — Ана һинец бабац! — тип йәнде ала. Д. Юлтый.
ЙӘНДЕ АШАУ (йәнде аша-) (Р: изводить упрёками; И.: bore; T: can sıkmak) ҡ.
Тынғы бирмәй текемләп әрләү. □ Изводить упрёками. ■ [Азамат — Бәхтиә-ровҡа:] Ағай, әлегә һицә бер зыян да эшләгәнем юҡ, ниңә шул тиклемминец йәнде ашайһығыҙ? Р. Солтангәрәев.
ЙӘНДЕ ЙОЛҠОУ (йәнде йолҡ-) (Р: ругаться; И.: curse; T: sövmek) ҡ.
1. Бик ныҡ асыуланып әрләү. □ Ругаться. ■ Ул [хужа] һаран, берәй ғәйебеңде курһә, йәнеңде йолҡоп алырҙай булып асыулана, пыр туҙа. Ғ. Ғүмәр.
2. Намыҫ белмәй кешенекен алыу. □ Присваивать чужое.
ЙӘНДЕ ЙӘРӘХӘТЛӘҮ (йәнде йәрәхәтлә-) (Р: обижать; И.: hurt; T: incitmek) ҡ.
Рәнйетеү. □ Обижать, ранить душу.
ЙӘНДЕ ҠЫЙНАУ (йәнде ҡыйна-) (Р: мучить упрёками; И.: hurt; T: canını acıtmak) ҡ.
Ыҙалатыу. □ Мучить упрёками, причинять душевные муки. Н Ябыҡтым ҡайғы менән, уйлай-уйлай, был ерҙә һис берәугә һуҙем һыймай. Ҡазаға ғәрип бәндә сыҙай икән — залимдар Аҡмулланыңйәнен ҡыйнай. М. Аҡмулла.
ЙӘНДЕ ҠЫЙЫУ (йәнде ҡый-) ҡ.
1. ҡар. йәнде алыу 1.
2. Ерле-юҡҡа үртәү. □ Изводить попрёками. Юҡҡа йәнде ҡыя. ■ Дошман менән осрашыуҙы көтөп, нервылар тартылған бер мәлдә, сана шажлауы йәнде ҡыя ине. И. Ғиззәтуллин.
ЙӘНДЕ ӨҘӨҮ (йәнде өҙ-) (Р: убить; И.: kili; T: öldürmek) ҡ.
Үлтереү. □ Убить, лишить жизни. ■ һауаға атҡан уҡҡайым тау, урмандар аша уҙһасы. Ҡарлуғасҡай ҡошто ултергәнсе, бер дошмандың йәнен өҙһәсе. С. Юлаев. [Мөҙәристең] йәнен өҙә яҙып тәненә ҡаҙалған ярсыҡтарҙы супләп алғандан һуң, йәрәхәттәрен бәйләп, артабан дауаланыу өсөн уны тылға ебәрҙеләр. «Йәшлек», 1 май 2010.
ЙӘНДЕ ӨЙКӘҮ (йәнде өйкә-) ҡ. ҡар. йәнде тырнау. ■ Мирасовтың туш кеҫәһендәге бер хат һис тыныслыҡ бирмәйенсә, йәнен өйкәп торған һымаҡ ине. Ғ. Ибраһимов.
ЙӘНДЕ ТЫРНАУ (йәнде тырна-) (Р: беспокоить; И.: worry; T.: endişelendirmek) ҡ.
Эсте бошороп, тынғы бирмәү, тынғыһыҙлау. □ Беспокоить, тревожить. Бөгөнгө хәл йәнемде тырнап тик тора. ■ Ултырҙым да шиғыр яҙҙым, теҙҙем йөрәк ҡушҡанды.
292