Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 294


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙӘН ИНДЕРЕҮ
Ирҙәрҙең йомортҡалығы. □ Мужской половой орган.
ЙӘН ИНДЕРЕҮ (йән индер-) (Р.: оживить; И.: revive; T.: canlandırmak) и.
Кешенең күңелен йылытыу, йәшәү дәрте уятыу. □ Оживить, вдохнуть душу, жизнь. И Был һүҙ ҡаушап ҡалған балаларға йән индерҙе. 3. Биишева.
ЙӘН ИНЕҮ (йән ин-) (Р.: оживать; И.: revive; T.: canlanmak) и.
1. Терелеү. □ Оживать, воскреснуть. ■ Декабрь ҡояшының һаран нурҙарын күргәс, туңып барған Һиммәткә йән ингәндәй, йылынып киткәндәй булды. Р. Өмөтбаев. Айыусапҡан йылғаһы буйындағы ҡарағай урманына йән ингән бөгөн. Н. Мусин. Ут-ялҡындан тирә-йүн бер аҙ яҡтырып китте, һалҡын шыҡһыҙ ыҙбаға йән инә башлағандай булды. Ғ. Хөсәйенов.
2. Иҫкә килеү, терелекте күрһәтеү, теремекләнеү. □ Становиться живым, подвижным. В Быға тиклем ҡурҡып ҡына ултырған Ҡәсәй ҡартҡа йән ингәндәй булды. И. Көҫәпҡол. Бәғиҙәгә лә йән инде. Ҡайын ботағын һындырып, ҡыуыш тирәһен һеперергә лә тотондо. Ш. Янбаев. Баш гауптвахта тәңгәлендә лә туҡталманылар. Илмырҙаға йән инеп, тағы икеләнеү тойғоһо тыуҙы. Я. Хамматов.
3. Хәрәкәткә килеү, ҡуҙғалыу. □ Прийти в движение. ■ Һүрелеп барған утҡа йән инде. Я. Хамматов.
4. Инә ҡарынындағы баланың ҡуҙғал ыу ы. □ Шевелиться (о ребёнке в утробе матери). Балаға йән инеү.
ЙӘН ИРЕМӘҮ (йән иремә-) (Р: обижаться; И.: get angry; T: öfkelenmek) ҡ.
Кисерә алмау, рәнйеү. □ Обижаться. // Сильная обида. Һүҙҙәренә йәнем иремәй.
ЙӘН ИРЕТЕРЛЕК (Р: трогательный; И.: touching; T: duygulandırıcı) с.
Күңелдәге асыу, һалҡынлыҡты иретеү көсөнә эйә булған, мөләйем. □ Трогательный, приводящий в умиление, смягчающий душу. ■ Унда [Грузияла]беҙгә, йәнде иретерлек йомшаҡ тәбиғәттән тыш, йомарт, алсаҡ, һине һәр ваҡыт ҡунаҡ күреп ҡаршы алырҙай
кешеләр йәшәй һымаҡ ине. «Йәшлек», 4 декабрь 2010.
ЙӘН ИРЕҮ (йән ире-) (Р: умиляться; И.: be touched; T: rahatlamak) ҡ.
1. Рухи ләззәт кисереү, кинәнеү. □ Умиляться, таять от удовольствия. И Йәнем ирей, күктәр шаулатып, ямғыр ҡойоп болот елгәндә. М. Ғәли. [Садрисламдың] күкрәгендә һаман Гөлйөҙөмдөң йылы тыны йәнен иретеп торғандай. Ф. Иҫәнғолов. А һ, һинең тауышың, ҡанун, ысын сихырлы мөғжизә, ысын рәхәт, йәндәр ирей, ҡандар таша, бәғерең өҙә. Ш. Бабич.
2. Асыу бөтөү; йомшарыу. □ Перестать сердиться, отходить (душой). И [Горячев:] Еңеүселәр киң күңелле була, тиҙәр. Шайтан белһен, минең йәнем иремәй. М. Кәрим.
ЙӘНИҪӘП (йәниҫәбе) (Р: перепись; И.: census; T: sayım) и.
Кемдең йәки ниҙеңдер һанын билдәләү өсөн үткәрелгән тулы иҫәп. □ Перепись. ■ Йәниҫәп — дәүерҙең тап ошо мәлендә илдә йәшәүселәрҙе, уларҙың тормошон нисек бар шулай итеп тарих йылъяҙмаһында сағылдырыу ул. «Башҡортостан ҡыҙы», №2, 2010. 1907—1908 йылдарҙа үткәрелгән йәниҫәп кампанияһы Мөхәмәтша [Буранғолов] көткән форсаттың үҙе булып сыға. Ә. Сөләймәнов.
ЙӘН ИШАРАТЫ и. ҡар. йән әҫәре.
ЙӘН ЙОТТОРОУ (йән йоттор-) (Р: мучить; И.: torment; T: canını çıkarmak) ҡ.
Ныҡ ғазаплау. □ Мучить, терзать.
ЙӘН ЙЫЛЫҺЫ (Р: душевное тепло; И.: soul; T: can) и.
Йөрәк хисе, үҙ итеү хисе. □ Душевное тепло. ■ Ҡырауҙарҙан ҡурсый йән йылыһы, йөрәк ҡаны менән һуғарам, ергенәйем түлһеҙ ҡалмаһын тип, эш аттарын һирәк туғарам. Г. Ситдикова.
ЙӘН КИБЕҮ (йән кип-) (Р: измучиться; И.: grate; T: ızdırap çekmek) ҡ.
Ныҡ йонсоп, сараһыҙ сиккә етеү. □ Измучиться. Йәне кибеп бөткән.
ЙӘН КИҪЕҮ (йән киҫ-) ҡ. ҡар. йән ҡыйыу.
ЙӘН КИҪӘК (киҫәге) и.
294