Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 295


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙӘН ҠАРАЙЫУ
1. тсбф.йәндуҫ2. Ш [Тоҡомбаев — Дусяға:] һинең йән киҫәгең дә, моғайын, берәй ерҙә бына шулай беҙҙең кеуек ашыға-ашыға, китеп баралыр әле. Ғ. Ибраһимов. Ирҙәр ҡәһәрле һуғыш арҡаһында йыраҡта ҡалған ҡатынын, бала-сағаларын юҡһына, егеттәр һөйөклөләрен, мөхәббәт утында дөрләп янған йән киҫәктәрен һағына. Р. Өмөтбаев.
2. эйл. ф. йән киҫәгем. Ҡәҙерлем, һөйөклөм. □ Сердце моё, душа моя.
ЙӘНКИҪӘР (Р.: палач; И.: hangman; T.: cellat) и. иҫк.
Үлем хөкөмөн башҡара торған кеше. □ Палач. Йәнкиҫәр балтаһы.
ЙӘН КИТЕҮ (йән кит-) ҡ. ҡар. йән биреү II.
ЙӘН КӨЙҘӨРӨҮ (йән көйҙөр-) ҡ. йөкм. ҡар. йән көйөү, понуд. от йән көйөү.
■ Иң йәнде көйҙөргәне — һаран ирҙәр, әҙерәк туләргә тырышыуҙары бер әле, өҫтәлдәге ҡунаҡтарға тигән тәмәкене, хушбуй-фәләнде сәлдерергә маташалар. «Ағиҙел», №6, 2011.
ЙӘН КӨЙӨГӨ (Р: зануда; И.: bore; T.: can sıkıcı adam) и.
1. Асыуға тейгән, асыуҙы килтергән кеше. □ Зануда. ■ Берәу ҙә сығыш яһамағас, класс етәксеһе булараҡ, Ғәҙилә Илһамовна һуҙ һораны. Директорҙың йөҙө ҡара янды. Тағы нимә һөйләр был йән көйөгө? Л. Якшыбаева.
2. Үкенес. □ Досада. ■ Ҡыл да ҡыбырлатмайым бит, йән көйөгө, мин — ушән. Ҡайҙа минең яҡты донъям — ай-йондоҙло кук-тушәм?Т. Йосопов.
ЙӘН КӨЙӨҮ (йән КӨЙ-) (Р: раздражаться; И.: fume; T.: öfkelenmek) ҡ.
Асыу килеп, көйәләнеү. □ Раздражаться, чувствовать раздражение, досадовать, быть недовольным. // Досада, раздражение.
■ Әллә ҡайҙан әйттем шул маҡтансыҡҡа, тип йәнем көйөп ултыра инем, тәңгәлемә генә бер ҙур бәрҙе килеп ятты. Н. Мусин. Шәрип, уҙе лә һиҙмәҫтән, ығы-зығылана башланы. Юҡҡа-барға йәне көйә. Ә. Вахитов. Әллә ҡайҙа йөрөгән Тимерйәнгә йәне көйҙө Үмәр ҡарттың. Ш. Янбаев. Таштар, ышҡылып, тупраҡтары ҡойолоп, ағарып
бөткән. Миһрандың уларға ниңәлер йәне көйҙө. Р. Солтангәрәев.
ЙӘНКӘЙ (Р: душенька; И.: my dear; T.: canım) и. өндш.
Яратып, иркәләп әйткәндә ҡулланыла. □ Душенька, душечка, милый, милочка. ■ Ай янында Зөһрә йондоҙ, ҡалҡыр булһаң, ҡалҡ инде. Йәнкәй, һине бик һағындым, ҡайтыр булһаң, ҡайт инде. Халыҡ йырынан. Алтын балдаҡ бармаҡта, әйләнәлер һалмаҡҡа. Әйтер һуҙең булһа, йәнкәй, әйҙә сыҡтыҡ аулаҡҡа. Халыҡ йырынан. Әйҙә, йәнкәй, әйҙә, гөлкәй, әйҙә, тим гөл-баҡсаға, унда һайрай һандуғастар, ғишыҡ, йыр, моңдар аға. Д. Юлтый.
ЙӘНКӘЙ-ЙӘНӘШ (Р: любимый; И.: dear; T.: sevgili) и.
Яратҡан, һөйгән кеше; йәр. □ Любимая, возлюбленная; любимый, возлюбленный; душечка, душенька, милый, милочка. И Йөрәгемдә минең дөрләп яна йәнкәй-йәнәш ҡайғы ла һағышы. Халыҡ йырынан. Бик куп ыҙалыҡтар кисерә-кисерә юғалған йәнкәй-йәнәшен эҙләй торғас ҡына, өр-яңынан ҡауыша улар. Ә. Сөләймәнов. Шул йырыңды һинең тыңлай-тыңлай уҫеп еттек беҙ ҙә бер заман. Аҙаҡ белдек: йәнкәй-йәнәшең бит ауҙан тугел, яуҙан ҡайтмаған. М. Ямалетдинов.
ЙӘНКӘШ (Р: любимый; И.: dear; Т.: sevgili) и.
Һөйгән йәр. □ Любимый, возлюбленный; любимая, возлюбленная. ■ Беҙҙең йәнкәш йугерә, аҡ быймаһы туҙғансы. Беҙҙең йәнкәш хаттар яҙа, ҡағыҙ бите тулғансы. Халыҡ йырынан. Егет менән ҡыҙ һөйөшә торған ниндәйҙер бер пьесала Маһира егеттең һөйгән ҡыҙы ролен алып бара, йәғни минең йәнкәш тейешле ҡыҙ сифатында ҡатнаша ине. К. Мәргән.
ЙӘН ҠАЙЫШЫУ (йән ҡайыш-) (Р: болеть душой; И.: to feel pain; T.: canı acımak) ҡ.
Йөрәк һыҙлау, ныҡ әсенеү. □ Болеть душой, кручиниться, сокрушаться. ■ Атаҡайым мине йәштән бирҙе, ҡайышмай микән уның йәндәре. Сеңләүҙән.
ЙӘН ҠАРАЙЫУ (йән ҡарай-) (Р: раздражаться; И.: fume; T.: öfkelenmek) ҡ.
295