ЙӘН ҠОТОЛОУ
Бик ныҡ асыу килеп үртәнеү. □ Испытывать чувство сильного раздражения (от досады, недовольства). И Улар [ирҙәр] араһында Әхмәтханды ла куреп, Әнуәрҙең йәне ҡарайҙы. Р. Камал.
ЙӘН ҠОТОЛОУ (йән ҡотол-) (Р.: остаться живым; И.: get off; T.: can kurtarılmak) ҡ.
Иҫән ҡалыу. □ Остаться живым.
ЙӘН ҠУЙЫУ (йән ҡуй-) (Р: умереть; И.: die; T.: can vermek) ҡ.
Үлеү. □ Скончаться, испустить дух.
■ Дейеу, ҡот осҡос уҡереп, шул урында йән ҡуйған. Халыҡ ижадынан.
ЙӘН ҠЫҘҒАНМАУ (йән ҡыҙғанма-) ҡ. ҡар. йән аямау. ■ Ватан өсөн йән ҡыҙғанмай һинец улдарыц, Урал; шулар менән дошман ҡырҙы Шайморатов генерал. Ҡ. Даян.
ЙӘН ҠЫЙЫЛЫУ (йән ҡыйыл-) (Р: страдать; И.: suffer; T.: acı çekmek) ҡ.
Яфа сигеү, тәҡәтһеҙ булыу. □ Страдать, мучиться. ■ Был бәйетте беҙ яҙҙыҡ, нисә һалдат йыйылып. Көнө-төнө һуғыша-һуғы-ша бөттө йәндәр ҡыйылып. Бәйеттән.
ЙӘН ҠЫЙЫУ (йән ҡый-) (Р: убивать; И.: kili; T.: cana kıymak) ҡ.
1. Үлтереү. □ Убивать, умерщвлять.
■ Ҡан өсөн — ҡан ағыҙырға; йән өсөн — йән ҡыйырға! Ғ. Әмири. Бер төндө немецтар һөжум яһап, бер нисә кешенең йәнен ҡыйып, бер нисә кешене яраланылар. Ғ. Ғүмәр.
2. Кешене яфалау, үртәндереү. □ Мучать, терзать, тянуть душу. Я [Рәбиға:] Ҡарасы, Һандуғас еңгә, бынау Алаҡай һауҙырмай ҙа ҡуя, суҡынсыҡ. Шуның йәнемде ҡыйыуы барҙыр мәгәр. Яр. Вәлиев.
ЙӘН ҠӘРҘӘШ (Р: близкий друг; И.: dear friend; T.: can) u.
1. Яҡын дуҫ. □ Близкий друг.
2. Туган. □ Родственник. Йән ҡәрҙәшем ҡунаҡҡа килде.
ЙӘНЛЕ (Р: живой; И.: living; T: canlı) с.
1. Йәне булған, йәшәгән; тере; киреһе — үле. □ Живой. И Гөлнәзирәнең Кусем хаҡында оҙон кистәр буйы һөйләгән мауыҡтырғыс хикәйәләре аша малай .. уҙенең атаһын йәнле итеп куҙ алдына баҫтыра ине. Ғ. Әмири. [Мәулет бай:] Бисә, мин таңһыҙ ҡайтмам, йоҡлама, өйгә куҙ-ҡолаҡ бул. Өй эсендә минең
ҡайҙалығымды йәнле әҙәм белмәһен, ҡолағың менән ишет. Ғ. Дәүләтшин.
2. Хайуандар йәки үҫемлектәр донъяһына ҡараған. □ Живой, одушевлённый. Йәнле тәбиғәт. ■ Йәнле сәскәләр йәйен дә, ҡышын да бер туҡтамай уҫә бында. Ғ. Хәйри.
3. Тасуирлы, образлы. □ Живой, образный. Йәнле һөйләу теле. Йәнле агитация. ■ «Айбикә» повесында Дәуләтшина заманының тормошсан проблемаһын кутәреп сыға, уны йәнле образдар, бай һурәтләу саралары менән хәл итә. М. Минһажетдинов.
4. Хәрәкәткә тулы, шаулап торған.
□ Живой; оживлённый. ■ Йәнле йәйҙең йәмле иртәһендә селпәрәмә килде уйҙарым. Ш. Бикҡол. Бөгөн курше Яҡуп ауылында баҙар. Шуға курә Илсеғол урамы ла ғәҙәттәгенән йәнлерәк, шаулыраҡ. 3. Биишева.
5. Күмәк кеше ҡатнашлығында бик интенсив барған, ҡыҙыҡлы һәм күңелле булған (эш-хәлгә, төрлө ваҡиғаға ҡарата).
□ Оживлённый, весёлый, увлекательный, занимательный. ■ Шул ваҡыт шаһ, юғарынан тороп, мәжлестең етерлек тиклем йәнле бармау ын курә икән, һәм Тумәр Хәйәмгә шуны кутәреп ебәрерлек бер шиғыр әйтергә ҡушҡан. И. Насыри. һуңғы ваҡытта айырыуса йәнле, шау-шыулы тормошҡа кунеккән Сәғидуллин өсөн куңелһеҙ булды. А. Карнай. Юлдаштың әле, бынан бер генә сәғәт элек, тын, ҡотһоҙ, йәмһеҙ куренгән булмәһе ҡапыл шундай куңелле, шаулы, йәнле булып китте. 3. Биишева.
6. Кешегә хас булған үҙенсәлекле сифат, һыҙат; кешенең тәбиғәте, холҡо. □ Душевный, духовный, близкий. Изге йәнле кеше. ■ Бала саҡтан да бер нәмәгә лә артыҡ иҫе китмәй торған, бошонмаҫ йәнле ҡыҙ булып уҫте ул [Тоня]. Ғ. Әхмәтшин.
7. Кешене һәм башҡа тереклекте белдергән һүҙҙәр менән килеп, шулар өсөн өҙөлөп торғанды белдерә. □ Любящий; сострадательный, сердобольный. Ат йәнле кеше. Бала йәнле кеше. Кеше йәнле. Мал йәнле. Туған йәнле. ■ Ата болан бала йәнле була. Т. Килмөхәмәтов. Бала йәнле әсәһенең иркә уланы ине ул [Әмин]. Ғ. Хөсәйенов.
296