Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 297


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙӘНЛӘНДЕРГЕС
♦ Йәнле ҡорал ҡарауһыҙ, башҡа кешеләр ихтыярына буйһоноп хеҙмәт итеүсе кеше. □ Живое оружие. Йәнле ҡурсаҡ бер генә хоҡуҡҡа ла эйә булмаған, үҙ теләге менән бер эш тә башҡара алмаған кеше. □ Живая кукла. Йәнле миҫал теге йәки был уй-фекерҙе, хәлде туранан-тура иҫбатлай, күрһәтә торған факт. □ Живой пример. Йәнле миҫал килтереу. Йәнле тарих 1) ысынбарлыҡтағы хәл-ваҡиғалар. □ Живая история. ■ Әле генә ниндәй моңло ине, бер бөйөк йән ине баяғы! Хәҙер улде, өнһөҙ-һуҙһеҙ ҡалды йәнле тарих, тылсым таяғы. Р. Ғарипов; 2) ҡар. йәнле шаһит. ■ Кинйәнең олатаһы Аҡҡол да йәнле тарих һымаҡ ине. һөйләй башлаһа, төн уткәне һиҙелмәй ҡала торғайны. Ғ. Ибраһимов. Йәнле шаһит 1) ниндәйҙер ваҡиғаны үҙ күҙе менән күргән, яҡшы белгән кеше. □ Живой свидетель. И Кунаҡ ҡатындар көслө ғәжәплә-неу, көслө икеләнеу араһында тороп ҡалдылар. Шау килешеп, куңелһеҙ хәлдең йәнле шаһиттары булып, йорттарына таралдылар. Ғ. Хәйри. Бына Айбулат алдында уның көтөусе дуҫы Асатай, шуларҙың йәнле шаһиты, уҙҙәренең походтары тураһында һөйләп, куҙҙәре эрелек менән янып ултыра. Һ. Дәүләтшина; 2) ҡар. йәнле миҫал. ■ Һуҙ сәнғәтенең аҫыл урнәктәре булған мәҡәл һәм әйтемдәр — быуаттан быуатҡа, быуындан быуынға кусеп, халҡыбыҙҙың уткән тормошо, ижад ҡеуәһе тураһында хәбәр алып килеусе йәнле шаһиттар ул. Ф. Нәҙершина. Ҡәнәш тауы уткәндәргә йәнле шаһит булып ҡалған. Й. Солтанов.
ЙӘНЛЕ-ЙӘНҺЕҘ (Р.: одушевлённый и неодушевлённый; И.: animate and inanimate; T.: canlı ve cansız) c.
Донъялағы бөтә тере һәм тере булмаған (нәмәләр). □ Одушевлённый и неодушевлённый. Йәнле-йәнһеҙ предметтар.
ЙӘНЛЕК (йәнлеге) (Р: зверь; И.: wild animal; beast; T.: hayvan) и.
Өйҙәге эт, бесәй һәм ҡырҙағы бөтә булған һөтимәр йән эйәһе. □ Зверь / Звериный. Йорт йәнлектәре. Йыртҡыс йәнлек. Ҡыр йәнлектәре. Йәнлек тиреһе. Йәнлек аулау. Йәнлек эҙе. ■ Элегерәк ҡамсат ҡондоҙоноң
тиреһе донъяла иң ҡиммәтле йәнлек тиреһе һаналған. Ж. Кейекбаев. Бик оҫта булған, ти, был һунарсы, ауламаған йәнлеге, атмаған ҡошо, тотмаған балығы ҡалмаған, ти, бының. Әкиәттән. Байсура итәгендәге сауҡалыҡтарҙың төҫө тағы ла ҡуйыланды, уларҙың эсендәге ваҡ ҡына йәнлектәрҙең шып -шырлауы тағы ла серлеләнде. Һ. Дәүләтшина. Аҡмалдың ҡышҡылыҡҡа солоҡтарын тикше-реп-барлап, ваҡ йәнлеккә тәпе, тоҙаҡ ҡороп ҡайтырға тип китеп барыуы. Б. Рафиҡов.
ЙӘНЛЕКСЕ (Р: зверолов; И.: trapper; T.: avcı) и.
Йәнлек аулаусы; һунарсы. □ Зверолов, охотник. Оҫта йәнлексе. Йәнлексе булыу. Йәнлексе булып эшкә инеу.
ЙӘНЛЕКСЕЛЕК (йәнлекселеге) (Р: звероводство; И.: animal breeding; T.: kürk hayvanı yetiştirme) u.
Йәнлек аҫраусылыҡ, ҡиммәтле тире менән тәьмин итеүсе йәнлек үрсетеү хужалығы. □ Звероводство. / Звероводческий. Йәнлекселек тармағы. Йәнлекселек менән шөғөлләнеу. Йәнлекселек хужалығы.
ЙӘНЛЕЛЕК (йәнлелеге) (Р: оживлённость; И.: liveliness; T.: canlılık) u.
1. Төрлө эшкә бәйле шау-шыу, хәрәкәт. □ Оживлённость, оживление, живость. Киске йәнлелек. ■ Шәрғиә булмаһа, кем унда шартына килтереп табын яраштырыр? Кем уйын-көлкөгә самимилыҡ, йәнлелек өҫтәр? Ә. Хәкимов. Уның [Аҡмалдың]ағас араһынан килеп сығыуы табынға яңы йәнлелек, яңы шау-шыу өҫтәне. Б. Рафиҡов. Беренсе класс уҡыусыларының ҡотлауы залда айырыуса йәнлелек тыуҙырҙы. 3. Биишева.
2. Тормошҡа хас тулылыҡ, тәбиғилек. □ Живость. Йәнлелек өҫтәу. ■ Мосолман шураһының киң залында, элекке көндәрҙәге кеуек, йәнлелек куренмәй. А. Таһиров. Төш ваҡыттары булыуға ҡарамаҫтан, ауылда һис ниндәй йәнлелек һиҙелмәй. Н. Мусин. Ауылда хәрәкәт, йәнлелек бөтөнләй юҡ. Т. Хәйбуллин.
ЙӘНЛӘНДЕРГЕС (Р: оживляющий; И.: life-enhancing; T: canlandıran) с.
297