Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 298


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙӘНДӘНДЕРЕП ЕБӘРЕҮ
Дәртләндергес, рухландырғыс, йәшәү көсө биргән. □ Оживляющий, животворный. Йәнләндергес рух.
ЙӘНДӘНДЕРЕП ЕБӘРЕҮ (йәнләндереп ебәр-) (Р.: оживить; И.: reanimate; T.: canlandırmak) ҡ.
1. Шаулап торған урынға әйләндереү, күңеллелек биреп ебәреү. □ Оживить, внести оживление. ■ Ҡурай, йыр беҙҙең палатка тирәһен йәнләндереп ебәрҙе. М. Ғафури. Кистәрен улар [Зинченколар] йыш ҡына, ғәжәйеп украин йырҙарын йырлап, сәй табынын йәнләндереп ебәрәләр. Ә. Хәкимов. Атайым янына килгән ағайҙар эргәһенә тағы бер кешенең өҫтәлеуе табынды йәнләндереп ебәрҙе. М. Бураҡаева.
2. Ниндәйҙер эште көсәйтеп, үҫтереп ебәреү. □ Оживить, активизировать. Эште йәнләндереп ебәреу. ■ Куп ерҙәрҙә быҫҡып ҡына янған мәҙәниәт усаҡтары эшен йәнләндереп ебәреу мөһим. «Башкортостан ҡыҙы», № 11, 2010.
ЙӘНЛӘНДЕРЕП ТОРОУ (йәнләндереп тор-) (Р.: оживлять; И.: revive; T.: canlandırmak) ҡ.
Даими рәүештә тын ятҡан урынға йәнлелек индереү. □ Оживлять, вносить оживление. Тирә-яҡты йәнләндереп тора.
ЙӘНЛӘНДЕРЕҮ (йәнләндер-) (Р: оживлять; И.: revive; T.: canlandırmak) ҡ.
1. Тынлыҡҡа йәнлелек индереү; күңеллелек биреү. □ Оживлять, вносить оживление. И Әле генә тынлыҡты йәнләндереп торған төрлө ҡоштар тауышы ергә һеңгәндәй юғалды. Б. Хәсән. Тымыҡ кукте йәнләндереп, шарҡылданы балҡып йәшнәу. Үҙ-уҙеңдән көлә белһәң, һис куңелһеҙ тугел йәшәу. Г. Юнысова.
2. Йәнһеҙ предметтарҙы йәнле итеп күрһәтеү. □ Одухотворять, одухотворить, одушевлять. // Одухотворение, одушевление. ■ Сәғәттәр буйына шул рәсемдәр алдында, уларға һоҡланып, уларҙан тәм алып, уларҙан йәм алып, уларҙың иң эске урындарына тиклем төшөнөп, уларҙы куҙ алдында кәуҙәләндереп, йәнләндереп ултыраһың. Б. Ишемғол. Уның [Аҫылғужаның] шиғыр
ҙарына тәбиғәтте йәнләндереп ҡарау хас. «Ағиҙел», № 10, 2010.
3. Дәртләндереү, дәрт биреү. □ Воодушевлять, вдохновлять. // Воодушевление. ■ Алда әрем өлпөләре, шулар артында канауҙар куренде. Ул беҙҙе йәнләндерҙе. Ашыға-ашыға шуға табан шыуыштыҡ. Д. Юлтый.
4. Теге йәки был эште көсәйтеп, үҫтереп ебәреү. □ Оживлять, вносить оживление, активизировать. // Оживление, активизация. Эште йәнләндереу. И [Нурисламдың] уйлауынса, совет власы тыуҙырған наҡыҫ мөмкинлектәрҙе ҡулдан ыскындырырға ярамай; фән-мәғрифәт эштәрен йәнләндерергә, халыҡтың аң-белемен, мәҙәниәтен кутәрергә кәрәк. Ә. Хәкимов. Бынан һуң Тоҙтубә тоҙон ташыуҙы көсәйтергә лә, Шәреҡ илдәре менән сауҙа итеуҙе йәнләндереугә лә ҙур мөмкинлектәр тыуыр һымаҡ ине. Ғ. Ибраһимов.
5. Элек булғанды күҙ алдына килтереү, иҫкә төшөрөү. □ Воскрешать. Үткәндәрҙе йәнләндереу.
6. әҙ. Һүрәтләү сараларының бер төрө: тәбиғәт күренештәрен йәки йәнһеҙ әй-берҙәрҙе кешегә хас сифаттарҙа йәнле итеп тасуирлау. □ Олицетворение. Йәнләндереу сараһы. ■ Йәнләндереу — метафора кеуек ук, әйберҙәрҙең уҙ-ара оҡшашлығына нигеҙләнгән троптарҙың береһе. К. Әхмәтйәнов. Ситләтелгән төшөнсәләр, тәбиғәт куренештәрендә кешеләрҙә була торған сифаттарҙы куреу, йәғни йәнләндереу алымы мәҡәлдәрҙә шаҡтай йыш осрай. Ф. Нәҙершина.
ЙӘНЛӘНДЕРЕҮСЕ (Р.: оживляющий; И.: animating; T: canlandıran) с.
Йәнлелек индереүсе. □ Оживляющий; вдохновляющий. И 20 йәшлек «Йәшлек» — йөмһуриәтебеҙҙең йылъяҙмаһын йәнләнде-peyce йәуһәр йөҙөк, йәмғиәтебеҙҙе йәшәр-meyce йәшмә, йәшәйешебеҙҙе йәмләусе йәйғор, йорт-илебеҙҙәге йәншишмә, йыһанда йым-йым йылтыраған йондоҙ. «Йәшлек», 8 ғинуар 2011.
ЙӘНЛӘНЕП КИТЕҮ (йәпләнеп кит-) (Р.: ожить; И.: revive; T: canlanmak) ҡ.
298