Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 299


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

йәннәти
1. Тәбиғәттең уяныуы. □ Ожить, возродиться. Тирә-яҡ йәнләнеп китте.
2. Күңелләнеп, әүҙемләшеп китеү.
□ Ожить, активизироваться. Әңгәмәсем йәнләнеп китте. ■ Приказ алғас, Новиков йәнләнеп китте. Д. Юлтый. Юлай ҡарт та йәнләнеп китте: шуны күптән уйламай, башҡортҡа һыбайланыу нығыраҡ килешә инде!.. Б. Рафиҡов.
ЙӘНЛӘНЕП ҠУЙЫУ (йәнләнеп ҡуй-) (Р.: оживиться; И.: become more active; liven up; T: canlanmak) ҡ.
Әүҙемләшеп ҡуйыу. □ Активизироваться, оживиться. И Кинйәнеңмөләйемкүҙҙәрен балҡытып, йылмайып баш ҡағыуына бөтәһе лә йәнләнеп ҡуйҙы. Ғ. Ибраһимов.
ЙӘНЛӘНЕҮ (йәнлән-) (Р: оживать; И.: return to life; T: canlanmak) ҡ.
1. Йәнлегә әйләнеү, йәнле булыу.
□ Оживать, возрождаться. Тәбиғәт йәнләнде. ■ Гүйә, улар [сәскәләр] шунда йәйләнделәр, нурҙар сәсеп ем-ем көлдөләр. М. Ғафури. Шыр яланғас ятҡан киң яландар, тын яландар бына йәнләнер, һибелер ҙә орлоҡ һөргән ергә, ер йәшәреп, донъя йәмләнер. Т. Йәнәби. Әгәр улар [ҡоштар] бергәләшеп һайраша башлаһа, урман ниндәй йәнләнә, тыңлап туйғыһыҙ бер сихри моңға күмелә. Р. Низамов.
2. Күңелле төҫ алыу; күңелләнеү, әүҙем-ләшеү, үҫеп китеү. □ Оживиться, активизироваться. ■ Халыҡ йәнләнде, бала-саға ҡаршы йүгерҙе. Д. Бүләков. Ғүмәр тағы ла йәнләнде, яһай башлаған пакетын бөтөрмәй һүҙгә кереште. С. Агиш.
ЙӘНЛӘНӘ БАРЫУ (йәнләнә бар-) (Р: постепенно оживать; И.: return to life by and by; T: canlanmak) ҡ.
Әкренләп йәнлегә әйләнеү. □ Постепенно оживать, возрождаться, активизироваться. Урам яйлап йәнләнә барҙы. Тәбиғәт көндән-көн йәнләнә бара. ■ Ҡарт дейеү, был [Әминбәк] уйнаған һайын, йәнләнә бара икән. Әкиәттән.
ЙӘНЛӘНӘ БАШЛАУ (йәнләнә башла-) (Р: начать оживать; И.: begin returning to life; T.: canlanmak) ҡ.
Йәнлегә (4, 5) әйләнә барыу. □ Начать оживать, возрождаться; начать активизиро
ваться. Тирә-яҡ йәнләнә башланы. Илебеҙҙең иҡтисады көрсөктән һуң йәнләнә башланы. ■ Бөлгөнлөккә төшкән ауылдарҙа ла тормош йәнләнә башлай. «Башҡортостан», 17 февраль 2012.
ЙӘНЛӘНӘ ТӨШӨҮ (йәнләнә төш-) (Р: повеселеть; И.: grow merry; T.: keyiflenmek) ҡ.
Бер аҙ күңелләнеп китеү. □ Немного ожить, повеселеть, выйти из состояния уныния. ■ Әкренләп табын йәнләнә төштө. «Йәшлек», 26 ғинуар 2008.
ЙӘННӘТ I [ғәр. (Р: рай; И.: paradise; T.: cennet) и.
1. миф. Диндар, гөнаһһыҙ кешеләр үлгәндән һуң бара торған икенсе рәхәт донъя; ожмах. □ Рай. / Райский. Йәннәткә инеү. ■ [Салих бабай:] Бик изге ҡарт ине меҫкен, урыны йәннәттә булһын. А. Карнай. Быуат! Иҫеңдәме икән: Әҙәм — һауа йәннәт баҡсаһының тат-тәғәмен алыштырғас ләззәт алмаһына, тәҡдиренә алған ғазап тәме? Т. Ғәниева. Хәсән менән Хөсәйендер — ике шаһит, йәшләй йәннәт эйәһе булдылар имде. «Ҡиссаи Йософ».
2. күсм. Рәхәт, матур тормош йәки урын.
□ Райская жизнь. И Йәннәт бит Аҡҡолай тирәһе! Т. Килмөхәмәтов. Урмандарҙа минең үҙ дәүләтем, дәүләт кенәме һуң — йәннәтем. М. Ғәли. Беҙ бергәбеҙ тағы! О, тәңреләр, нисек насип миңә был йәннәт? X. Назар.
ЙӘННӘТ II и. диал. ҡар. йәлдәү. Мурҙаның йәннәте. Йәннәт ҡуйыу.
ЙӘННӘТ АҒАСЫ (Р: райское дерево; И.: paradise tree; T.: cennet ağacı) и. миф.
Йәннәттә үҫкән ағастарҙың береһе.
□ Финик, доел. Райское дерево (по представлениям башкир, одно из деревьев, которое растёт в раю).
ЙӘННӘТ ЕМЕШЕ (Р: райские плоды; И.: paradise fruit; T.: cennet yemişleri) и. миф.
Йәннәттә хур ҡыҙҙары биргән төрлө емештәр. □ доел. Райские плоды (по представлениям башкир, в раю гурии подают особые плоды). Йәннәт емешен ауыҙ итеү.
ЙӘННӘТИ (Р: райский; И.: paradise; Т.: cenneti) с.
299