ЙӘННӘТ ИШЕГЕ
Йәннәткә хас. □ Райский. Йәннәти утрау. Йәннәти тормош.
ЙӘННӘТ ИШЕГЕ (Р.: врата рая; И.: gates of paradise; T: cennet kapıları) и. миф.
Ожмахҡа инеү урыны. □ Врата рая.
■ Йома көн үлгәндәргә йәннәт ишеге асыҡ. Башҡорт мифологияһынан.
ЙӘННӘТ КҮЛДӘГЕ (Р: саван; И.: shroud; T.: kefen) и.
Мәйеткә кәфен эсенән текмәй генә яһап кейҙерелә торған күлдәк. □ Саван (нижнее погребальное одеяние покойника в виде длинной незашитой рубахи). Йәннәт күлдәген кейҙереү.
ЙӘННӘТ ҠӨШӨ (Р: душа умершего; И.: soul of the dead; T: cennet kuşu) и. дини.
Ожмахта йәшәгән ҡош. □ Райская птица. ■ Үлгән кешенец йәне йәннәт ҡошона әүерелә. Халыҡ ижадынан.
ЙӘННӘТ ҠЫҘЫ и. ҡар. хур ҡыҙы. Йәннәт ҡыҙы кеүек сибәр.
ЙӘННӘТЛЕ с. ҡар. ожмахлы. ■ Унда [Ҡөрьәндәге 2-се сүрәнең 153-сө аятында] «Әй, мөьминдәр, донъяла һиҙиәтле, әхирәттә йәннәтле булыу өсөн көрәшеүегеҙҙә Аллаһынан ярҙам һорағыҙ», — тиелгән. «Башҡортостан», 27 сентябрь 2011.
ЙӘННӘТТЕҢ ЕТЕНСЕ ҠАТЫ и. ҡар. фирҙәүес йәннәте.
ЙӘННӘТТӘГЕСӘ (Р: как в раю; И.: like in paradise; T: cennette gibi) р.
Йәннәттә кеүек. □ Как в раю, по-райски. Йәннәттәгесә йәшәү. Аллаға шөкөр, йән-нәттәгесә торабыҙ.
ЙӘННӘТ ХУРЫ и. ҡар. хур ҡыҙы.
ЙӘН ӨҘГӨС (Р: душераздирающий; И.: heartrending; T.: yürek parçalayıcı) с.
Йәнгә үтеп инерлек, бик ныҡ тәьҫир итерлек; тетрәткес. □ Душераздирающий.
■ Уныц [Мицнеямалдыц] йән өҙгөс тауыш менән ҡысҡырғанын ишетеп, Ниғмәт ағай, ҡулындағы балтаһын ергә быраҡтырып, өйгә табан сапты. Картотека фондынан.
ЙӘН ӨҘӨЛӨҮ (йән өҙөл-) (Р: проголодаться; И.: get hungry; T.: acıkmak) ҡ.
Асығыу □ Проголодаться. Йәне өҙөлөп, хәлдән тайып ҡайтып йығылды.
ЙӘН ӨРӨҮ (йән ор ) (Р: оживить; И.: animate; T.: can vermek) ҡ.
1. Хәл индереү, терелтеү. □ Оживить, воскресить, вдохнуть душу во что, в кого. Тәбиғәткә йән өрөү. И [Илдус:]һеҙ кешеләргә кәрәк, һеҙҙец ҡулдарығыҙ һулып бөткән кеше ғүмеренә йән өрҙө бөгөн. Ә. Мирзаһитов. Таш һынға йән өргән тылсымлы һүҙ кеүек булды Гөлгөнәнең өндәшеүе. Ш. Янбаев.
2. Күтәренкелек, йәнлелек биреү. □ Вдохнуть душу. И Түбәндә бала-сағаларҙыц сыр-сыуы ошо бер ҡарашта артыҡ тын тойолған, кешеһеҙлектән бер моңһоуланып киткән тирә-йүнгә йән өрөп ебәргәндәй тойола. Ә. Вахитов.
ЙӘН ӨШӨТКӘС (Р: леденящий душу; И.: freezing; T.: buz gibi) c.
Тетрәндергес, бик яман, ауыр. □ Леденящий душу, оцепеняющий. Йән өшөткәс хәбәр. Йән өшөткәс хәл. ■ Май аҙағы еткәс, йән өшөткәс хәбәр килде: «Көтөп ҡаңғырма...». Р. Сафин. Ядкәр баҫҡаҡ әлеге йән өшөткәс хәбәрҙе әйткәнгә тиклем хан булырға әҙерләнгән йәш егет бер аҙға ана шундай татлы хыялдар эсендә йөҙөп алды. К. Мәргән.
ЙӘН ӨШӨҮ (йән ӨШӨ-) (Р: находиться под страхом; И.: be afraid; T.: korkmak) ҡ.
Аяныс хәлдән ҡурҡып ҡалтырау. □ Находиться под страхом; похолодеть, соотв. Душа ушла в пятки. И [Ҡыраубикә:] Эшең уң сыҡмаһа, бәләһе үҙеңә булыр. Былай ҙа йән өшөп бөткән. Д. Юлтый. Шиктәреңде ташла ситкә, йылмая күр, йәнем өшөй, ҡараштарың алманы — таш, ташты алма итер кешем. Р. Бикбаев.
ЙӘН РӘХӘТЕ (Р: блаженство; И.: bliss; T.: üsmut) и.
Тыныслыҡ, бик рәхәт. □ Блаженство, очень приятное. И Йән рәхәте һөйгән йәр менән. Халыҡ йырынан.
ЙӘНСЕ БАРМАҠ (бармағы) (Р: безымянный палец; И.: fourth finger; T: yüzük parmağı) и. диал.
Сығанаҡ бармаҡ. □ Безымянный палец. Йәнсе бармаҡҡа шырау ҡаҙалды.
ЙӘНСЕК (Р: сплющенный; И.: flattened out; T: yassılmış) с.
300