ЙӘН ТАРТЫУ
1. Йәнселгән; йәмшек. □ Сплющенный, вмятый, имеющий вмятину. Йәнсек һауыт. Йәнсек таба. И Яу ҡайтарыр дәртем бар ҙа — ҡылыс йәнсек, уҡ һыныҡ. Т. Дәүләтбирҙина.
2. Йәмшек (танау). □ Приплюснутый (нос). ■ Тәпәшәк буйлы, йәнсек танаулы, һөйләгәндә һуҙен асыҡ әйтә алмай, бер нисә тапҡыр әйтә торған йөмһуриәт башлығы Ҡасим ҡарый ҡоролтайҙы асты. А. Таһиров.
ЙӘНСЕЛЕҮ (йәнсел-) ҡ. төш. ҡар. йәнсеү, страд, от йәнсеү. ■ Беҙҙец ғашиҡ булғандарҙың бәхетенә, кеше ҡорбаны булмаһа ла, машинаның өҫтө ярайһы уҡ ныҡ йәнселгән. Д. Исламов. Йортто һалғанда, балсыҡ, ағас, кирбес ярсыҡтары йәнселеп, машиналар тапап, таштай булып ҡатҡан ерҙе, ломдар менән аҡтарып, йомшартабыҙ. Ф. Иҫәнғолов. • Эт ауыҙына төшкән таш та йәнселмәй сыҡмаҫ. Мәҡәл.
ЙӘНСЕҮ (йәнсе-) (Р.: сплющивать; И.: flatten; T: yassıltmak) ҡ.
1. Баҫып, ҡыҫып, һуғып, рәүешен боҙоу; йәмшәйтеү. □ Сплющивать, расплющивать, вдавить. Тимерҙе йәнсеу. Консерва банкаһын йәнсеу. ■ Үҙ ҡулдарың менән курһәттең һин: «Тарыраҡ ал, - тинең, - алдыңды, ипләп кенә өйөрөп сап шулай, йөҙөн йәнсеп ҡуйма салғыңдың!..» Р. Ғарипов.
2. Баҫып, тапап иҙеү, емереү. □ Крепко побить, избить; рушить. И Ауыр танк .. юлында осраған барлыҡ нәмәне иҙеп, йәнсеп, ут сәсеп, дошман сафтарын тарҡатып йөрөй башланы. Ғ. Әмири. Ҡара, ҡара, тиҙерәк тайшан, ҡас тиҙ, һине тапап һытмаһын. Эләктереп һине көпсәгенә, йәнсемәһен, йәнең сыҡмаһын! М. Ғафури. Ул [дошман] шашынһа, һин дә шаш, асыуҙан аяу белмә, ҡыйрат, йәнсе, ҡыр! Ғ. Ғүмәр.
3. кусм. Рәнйетеү, йөрәкте әрнетеү. □ Глубоко обижать, сильно уязвлять, причинять страдание. ■ Йөрәгемде йәнсеп ҡуҙ яна — куңел турендәге шул бала. К. Кинйәбулатова.
ЙӘН СЫҒЫУ (йән сыҡ-) (Р: умереть; И.: die; T: can vermek) ҡ.
1. Үлеү. □ Умереть, испустить дух. ■ Хыялбайға керҙе мылтыҡ йәҙрәһе, сыҡ
ты йәне, ҡалды у лек кәуҙәһе. Ш. Бабич. Куңелдәрең һинең сабыр булғас, уйламайһың кеше хәлдәрен, минең бына кеше ҡайғыһынан сығып китер төҫлө йәндәрем. К. Кинйәбулатова. • Ҡара кешенең тире сыҡҡансы, һары кешенең йәне сығыр. Әйтем.
2. Бик ныҡ арыу, йонсоу. □ Доходить до изнеможения, изнуряться. ■ Бына беҙҙең Айбикә киленде әйтәм әле, бер эш мәнеһе белмәй бит бахырҡай. Әйтә-әйтә, өйрәтә-өйрәтә йәнең сыға. Һ. Дәүләтшина.
3. Ҙур хафа кисереү, өҙәләнеү. □ Беспокоиться, тревожиться, терзаться. ■ Курше-фәләнгә сыҡһаң, былар сыулашып бер нәмә ҡуптармаһындар, тип йәнең сыға. Т. Хәйбуллин.
ЙӘНҪАРЫ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Үҫәргән ырыуының аймағы. □ Название одного из родовых подразделений башкир-усерганцев.
ЙӘНТ (Р: старание; И.: diligence; T.: çaba) и. диал.
Тырышлыҡ, хәстәрлек. □ Старание, усердие. Йәнт курһәтеу. Йәнт менән алдырыу.
ЙӘН ТАЛАШЫУ (йән талаш-) (Р: быть при смерти; И.: be at death’s door; T: can çekişmek) ҡ.
Үлемесле хәлдә булыу. □ Быть при смерти, на смертном одре.
ЙӘН ТАПШЫРЫУ (йән тапшыр-) ҡ. ҡар. йән биреү II. ■ Дошман ҡулынан йән тапшырып [Бабсаҡ батыр] ятты шулай. Халыҡ ижадынан.
ЙӘН ТАРТЫУ (йән тарт-) (Р: испытывать расположение; И.: attract; T: gönül çekmek) ҡ.
Ыңғай хистәр уятып, үҙенә йәлеп итеп тороу, күңел тартыу. □ Испытывать расположение, влечение к кому-чему, тянуть к кому-чему. И Йән тартмаһа ла, ҡан тарта тигәндәй, Дәурәндең ошо фани донъяла ҡалған ҡанын йөрөтөусе берҙән-бер һәм иң һуңғы зат бит ул. М. Хужин. Алтын алҡа ауыр тарта, алты мыҫҡалдан арта. Ҡайҙа тыуһаң, ҡайҙа уҫһәң, йәнде шул ерҙәр тарта.
301