Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 302


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙӘНТЕРӘК
Халыҡ ижадынан. • Йән тартмағас, тәндә тартмай. Мәҡәл.
ЙӘНТЕРӘК (йәнтерәге) (Р.: опора; И.: support; T.: dayanak) и.
Ярҙам итерлек, таянып эш итерлек кеше йәки бер нәмә; таяныс. □ Опора, поддержка в жизни. Йәнтерәкһеҙ йәшәуе ҡыйын.
ЙӘН ТЕТРӘҮ (йән тетрә-) (Р: волноваться; И.: be agitated; T.: heyecanlanmak) ҡ.
1. Бик ҡыҙғаныс йәки ҡурҡыныс нәмәнән ҡаты кисерешкә төшөү. □ Волноваться, сильно переживать из-за чего. И Раҫҡа сыҡты курәҙәлек ҡылыуым да, йәнем тетрәп, ҡалтыранып ҡалыуым да ошо һуҙҙән. «Шоңҡар», № 1, 2009.
2. Ныҡ тулҡынланыу. □ Волноваться, сильно переживать из-за чего. И Бәрәләр ҙә туҙмәй ҡуҙен асыр, һәр тарафҡа сихри моц тулғас; йәнем тетрәп моцға талпынғанда, тел асҡысы бирһен һандуғас. С. Әлибаев. Шундай бер йыр йырлармын — ҡыҙҙарҙың йәне тетрәр. Р. Шәкүр.
ЙӘНТЕҮ (йәнте-) (Р: стараться; И.: endeavour; T.: çabalamak) ҡ. диал.
Тырышыу, хәстәрләү. □ Стараться, усердствовать, проявлять усердие.
ЙӘН ТИР (Р: усталость; И.: weariness; T: yorgunluk) и.
Ҡаты көсөргәнештән булған арманһыҙ хәл; ҡара тир. □ Усталость, изнеможение. Йән тиргә төшөу. ■ Ҡәҙермәт, сит илдә эшләнгән туфли һатҡан саҡтарына юлығып, магазинда ике сәғәттән артыҡ, йән тирҙәре сыҡҡансы сиратта тороп, шуны алып ҡайтҡайны. Н. Мусин.
ЙӘН ТИРГӘ БАТЫУ (йән тиргә бат-) (Р: сильно устать; И.: yearn; T: halsiz düşmek) ҡ.
Ныҡ арыу, хәлдән тайыу. □ Сильно устать, изнемогать.
ЙӘН ТИРГӘ ТӨШӨҮ (йән тиргә төш-) ҡ. ҡар. йән тиргә батыу. И Ҡоласын йәйеп уларға ташланған ыңғайға, Заһиҙә әбей йән тиргә тәшөп уянып китте. Н. Мусин.
ЙӘНТ ИТЕҮ (йәнт ит-) (Р: стараться; И.: endeavour; T.: çabalamak) ҡ.
Тырышыу, хәстәрләү. □ Стараться, проявить усердие. • Йәнт иткән йәр табыр. Әйтем. Йәнт итмәгән - тапмаған. Әйтем.
ЙӘНТӨЙӘК (йәнтөйәге) (Р: родина; И.: motherland, homeland; T: anavatan) и.
Тыуған яҡ, тыуған ил. □ Родина, родная земля. ■ Йәнтөйәккә кемдәр хужа икән, урҙа кеуек ирҙәр ҡолағас? Т. Ғәниева. Сумыр инем ошо йәнтөйәккә һыу төбөнә төшкән таш булып. Т. Ғарипова. Йәнтөйәктә атай-олатайҙар тормош даръяларын кискәндә, бергә булдың, геройҙарың һинең михнәт һурпаларын эскәндә. Р. Шәкүр.
ЙӘН ТҮҘМӘҮ (йән түҙмә-) (Р: рваться, стремиться; И.: wish for; T: heveslenmek) ҡ.
Сыҙай алмау, ашҡыныу. □ Рваться, стремиться к кому-чему. ■ Юл ауыр булды, шулай ҙа тик ятып йән туҙмәне. М. Ғафури.
ЙӘН ТЫНЫСЛАНЫУ (йән тыныслан-) (Р: успокоиться; И.: calm down; T: sakinleşmek) ҡ. диал.
Төрлө ҡайғы-хәсрәт бөтөү, күңел тынысланыу. □ Успокоиться (о душе). ■ Ҡуҙ терәрҙәй берәр бөртөк кенә балалары тыуһа ла Хөсәйеновтың йәне тынысланыр ине. Й. Солтанов.
ЙӘН ТЫНЫСЛЫҒЫ (Р: душевный покой; И.: comfort of mind; T: huzurluluk) u. диал.
Күңел тыныслығы, ҡайғы-хәсрәттәрҙең булмауы. □ Душевный покой. ■ Шундай ҡәнәғәтлек, тормош менән ризалыҡ бар ине әбейҙең ҡиәфәтендә, йән тыныслығы һирпелә ине. Г. Ғиззәтуллина.
ЙӘНТӘМӘҮ (йәнтәмә-) (Р: не стремиться; И.: not to wish; T: çabalamamak) ҡ. диал.
Теләмәү, тырышмау. □ Не стремиться, не стараться. Эшләргә йәнтәмәу.
ЙӘН-ТӘН (Р: душа и тело; И.: body and soul; T: can ve ten) и. йыйн.
Кешенең барлыҡ булмышы, йәне һәм тәне. □ Душа и тело, (всё) существо. Йән-тән менән. Йән-тән биреп уҡыу. Йән-тән менән бирелеу. ■ Аяманы улар [Башҡортостан егеттәре] йән-тәндәрен Тыуған илдең иркен һаҡларға. Ҡ. Даян.
ЙӘНТӘСЛИМ [фарс.-ғәр. û^] (Р: изо всех сил; И.: with all one’s strength; T: çalapala);?.
302