ЙӘН ҺАҠСЫҺЫ
Бөтә көс менән, йән көскә. □ Изо всех сил, во всю мощь. Йәнтәслим эшләу. Йәнтәслим һуғышыу. ■ Фазылетдин, курәһең, айҡашҡандыр, йәнтәслим көрәшкәндер. Р. Камал. Өлкән кеше әйткәс, тегеләре лә [егеттәр ҙә] тыңлаштылар, ҡаршылашмай Батырҙың уҙе кеуек йәнтәслим эшләнеләр. И. Ғиззәтуллин. Әбделхаҡ ағай килеп еткәндә, былтырғы һалам өҫтөндә [Садыйҡ менән Әхмәт] икәу йәнтәслим айҡаша, көрмәкләшә ине. Ш. Янбаев.
ЙӘНТӘСЛИМГӘ р. ҡар. йәнтәслим. Йәнтәслимгә йугереу. ■ Шиһап йәнтәс-лимгә ҡысҡырһа ла, Атаһулла ярҙамға бармаған. Н. Мусин. Сабырлыҡтың да сиге бар бит: бесәйҙең йәне көйә башланы. Аҡтыҡ көсөн ҡолағына йунәлтеп, уны [себенгә] йәнтәслимгә һелкте йорт хайуаны. Р. Сәғитов.
ЙӘНТӘСТЕМ [фарс.-ғәр. диал.
ҡар. йәнтәслим. ■ Ә Тәфтизан юлын дауам итте... Берсә йәнтәстем ул йугереп барҙы, берсә лыпын ятып шыуышты. Берсә боҫто... Берсә сығып баҫты... Эҙен белдермәҫкә тырышты. А. Игебаев.
ЙӘНҮБ [ғәр. чЛ] (Р: юг; И.: south; T.: cenup) и. иҫк.
Көньяҡ. □ Юг. Йәнубкә йунәлеу. ■ [Сәйфелмөлөк:] Юҡ, һис кисекмәй китергә кәрәк был ҡырағай илдән, йәнуб тарафына, мәҙәниәт-мәғрифәт усаҡтарына юл тоторға. Ә. Хәкимов. Улар [ҡоштар] беҙҙең яҡта бик һирәк куренеп, тик йәнубтә генә йәшәйҙәр. И. Насыри. Йәнубтә — Аҡһаҡ Тимер, ҡояш байышында — урыҫ кенәздәре, көнсығышта — тынғыһыҙ яугир, мәкерле сәйәсмән Иҙеукәй. Ә. Хәкимов.
ЙӘНҮБИ [ғәр. (Р: южный; И.: south; T.: cenubi) с. иҫк.
Көньяҡта урынлашҡан, көньяҡтағы. □ Южный. Йәнуби ел. Йәнуби илдәр. Йәнуби Америка.
ЙӘНҮР (Р: тля; И.: greenfly; Т.: bit) и. зоол. диал.
Ағас ҡорто. □ Тля. Йәнур баҫҡан. Баҡсасыларҙы йәнур интектерә.
ЙӘН ҮРТӘЛЕҮ (йән үртәл-) ҡ. ҡар. йән әсеү. Юҡҡа ғына йәне уртәлде.
ЙӘН-ФАРМАН [фарс. (Р:
изо всех сил; И.: with all one’s strength; T: çalapala) p.
Бөтә көс менән, йән көскә, бик шәп (хәрәкәт итеп). □ Изо всех сил, что есть силы, во всю мочь; сломя голову, во весь дух, со всех ног, на всех парах (о беге). Йән-фарман йугереу. Йән-фарман сабыу. ■ Гөлйөҙөм, тик ошо һуңғы һуҙҙе генә көткән кеуек, көйәнтә-силәктәрен, аяғы менән тибеп, ситкә тәгәрәтте лә йән-фарман яр аҫтына йугерҙе. Һ. Дәүләтшина. [Айҙар:] Ниңә шул тиклем йән-фарман сабаһың, аяҡтарыңды ҡыҙғаныр инең саҡ ҡына. М. Кәрим. [Карабай] тирмәнән сығыуға, алыҫтан йәнфарман сабып килгән бер һыбайлы куренә. «Ҡуҙыйкүрпәс». • Аштигәндә — йән-фарман, эш тигәндә — юҡ дарман. Мәҡәл.
ЙӘН-ФАРМАН ЭШЛӘҮ (йән-фарман эшлә-) (Р: работать что есть силы; И.: work with all one’s strength; T: çalapala çalışmak) ҡ.
Барлыҡ көстө һалып эшләү. □ Работать что есть силы. ■ Ҡасим Ҡәмәр менән Марияның йән-фарман эшләуҙәрен, Андрейҙың Һамар менән Ырымбур араһында Дутовҡа ҡаршы һуғышыуҙарын, Харисты чехтарҙың Өфөнән Себергә оҙатыуҙарын һөйләне. А. Таһиров. [Сергей:] Үҙе лә [Гибадулла] йән-фарман эшләй, бисәһен дә егә белә. Н. Мусин.
ЙӘН ҺАҠЛАҒЫС (Р: амулет; И.: amulet, charm; T: muska) и.
Халыҡ медицинаһында ауырыуҙан, яраланыуҙан һаҡлау, дауалау маҡсатында ҡулланылған әйбер; бетеү. □ Амулет. ■ Атай һуғышҡа киткәндә, бер оло инәй 20 тинлек көмөш тәңкә биреп ебәргән, йән һаҡлағыс, тип. Экспедиция материалдарынан.
ЙӘНҺАҠСЫ (Р: телохранитель; И.: bodyguard; T: koruma) и.
Шәхси һаҡсы, һаҡлап йөрөтөүсе. □ Телохранитель. ■ [Хан] эргәһенә шунда уҡ оҙон һөңгө тотҡан, кәкре ҡылыс таҡҡан ике йәнһаҡсы килеп баҫты. Б. Рафиҡов. [Батша:] Бул, әйҙә, йәнһаҡсым. Хеҙмәт ит. Онотмам, ҙурлармын! Ғ. Ибраһимов.
ЙӘН ҺАҠСЫҺЫ и. ҡар. йәнһаҡсы. Йән һаҡсыһын беркетеу.
303