ЙӘНҺЕҘ
ЙӘНҺЕҘ I (Р.: мёртвый; И.: dead; Т.: cansız) с.
1. Йәне юҡ, тере түгел. □ Неживой, бездушный, безжизненный. Йәнһеҙ нәмә. ■ Риманың кәуҙэһе, йәнһеҙ нәмә кеуек, ҡулдан ҡулға эләгеп, һауала сайҡалды. Ул, бер һуҙ ҙә әйтә алмай, һауала бәуелде. Б. Хәсән.
2. Үлгән, үле. □ Мёртвый, неживой, безжизненный, бездыханный. Йәнһеҙ кәуҙә. Йәнһеҙ кеше. Э Уц яҡта — ҡулдарын артҡа ташлап салҡан ауған, донъяуи мәшәҡәттәрен туңәрәкләгән комиссарҙың йәнһеҙ кәуҙэһе. X. Ирғәлин.
3. Хайуан һәм үҫемлектәр донъяһына ҡарамаған. □ Неживой, неорганический. Йәнһеҙ тәбиғәт. ■ һәр кем уҙенец хисси типкене арҡаһында, йәнһеҙ тәбиғәт ҡаршыһында уға көндәш итеп, йәнле тәбиғәтте тыуҙыра. Ғ. Хәйри.
4. Тын торған, тормош әҫәре сағылмаған. □ Мёртвый, безжизненный. Йәнһеҙ тынлыҡ. Йәнһеҙ дала. М Тикшереуселәр йәнһеҙ планетала әле ялағайҙар уйнауын, әле кук йә ҡыҙыл ут йәки ниндәйҙер ҡараңғы таптар куреп ҡала. «Башҡортостан ҡыҙы», № 5, 2010. Тирэ-йундә уҙе Емештән ус алырға уңайлы тип ҡыуанған йәнһеҙ тынлыҡ хөкөм һөрә ине. 3. Биишева. Ул [Мотаһар], йәнһеҙ урам сихырына юлыҡҡандай, тәнтерәкләп саҡ барҙы, аяҡ бармаҡтары араһына улән уралып һөрлөктө. Й. Солтанов. Урман ситтән ҡарап торғанда ғына буш, йәнһеҙ тынлыҡҡа сумған төҫлө. Н. Мусин.
5. Дәртһеҙ, илһамһыҙ, һүлпән. □ Вялый, инертный, пассивный, бездеятельный. Йәнһеҙ ҡиәфәт. Йәнһеҙ йөҙ. ■ Йөктәрҙе тейәгәнсе өйҙән берәу ҙә куренмэне. Тик тәҙрә аша ғына Ҡәйумдең таштан киҫеп яһалғандай йәнһеҙ йөҙө куҙгә салынғылап ҡалды. Ғ. Лоҡманов. Уның [Диңгеҙхандың] ҡаршыһында ап-аҡ сәсле, һап-һары йөҙлө, алашаныҡы төҫлө сығыңҡы яңаҡлы, һунгэн кумерҙәй йәнһеҙ куҙле, урттары эскә батҡан ҡарсыҡ ултыра. Т. Ғарипова.
6. кусм. Ҡыҙыҡһыҙ, һүлпән. □ Серый, тусклый; неинтересный, скучный. Йәнһеҙ тормош. ■ «Уғата йәнһеҙ уйын тапҡан. Үҙен уҙе интектереп ултырыуҙың ни ҡыҙығын
таба икән?» — тип ҡустыһы тәҡдименән баш тартҡан Тимерғәле көлдө генә. Я. Хамматов.
7. кусм. Аяуһыҙ, мәрхәмәтһеҙ, рәхимһеҙ. □ Бездушный, жестокий. Йәнһеҙ әҙәм. Йәнһеҙ мөнәсәбәт. ■ [Шәһиҙә әбей:] Бына шул йәнһеҙ бәндәләр әҙәм балаларын эт урынына ла курмәй ҡырҙылар, һ. Дәүләтшина. Улының атаһына ҡарата булған был йәнһеҙ мөнәсәбәтенә Ныязғолдоң кәйефе бик ҡаты ҡырылды. Һ. Дәүләтшина. Ерем! Кугем! Әйтсе, йәнһеҙ палач нисек әйләнмәй һуң тораташҡа?! Ф. Туғыҙбаева. Яшинский .. ҡот осҡос йәнһеҙ ауыр һуҙҙәр менән Дәуериәне тетеп сыҡты. 3. Биишева.
♦ Йәнһеҙ шаһит ниндәйҙер хәл-ваҡиға булып үткән урындағы йәнһеҙ әйберҙәр, тәбиғәт. □ Неживой свидетель. ■ Йылғаның тау яҡ ярҙарында, куп йылдарҙы куреп, йәнһеҙ шаһит булып уткәргән өйәңкеләр бар. Ғ. Хәйри.
ЙӘНҺЕҘ II (Р.: замертво; И.: (drop) dead; T: cansız)/?.
1. Йәнһеҙ булып, йәне сығып. □ Замертво, бездыханно, безжизненно. Йәнһеҙ йығылыу. Йәнһеҙ ауыу. ■ Ер һелкенгәндәй булған: Әзрәҡә йәнһеҙ йығылған, имәнес ҙур кәуҙэһе һыуҙы урталай булгән. «Урал батыр».
2. Аяуһыҙ, ҡанһыҙ (булып). □ Бездушно, жестоко. Йәнһеҙ ҡыланыу. Йәнһеҙ язалау.
ЙӘНҺЕҘЛЕК (йәнһеҙлеге) (Р: безжизненность; И.: lifelessness; T: cansızlık) ҡ.
1. Тынлыҡ, хәрәкәтһеҙлек. □ Безжизненность, мёртвенность. Тирә-яҡ йәнһеҙлеге.
2. Һүлпәнлек, ашыҡмаусанлыҡ. □ Неторопливость, нерасторопность, медлительность. Эштә йәнһеҙлек курһәтеу.
3. кусм. Аяуһыҙлыҡ, ҡанһыҙлыҡ. □ Бездушие, жестокость. Йәнһеҙлек курһәтеу. Н Юҡ, ниәтенән кире һунмәне [Рамазан], был йәнһеҙлек булыр ине. Ә. Хәкимов. Шәмсиә, аңына килеп, әхирәтенә шундай ауыр хәбәрҙе ғәфу ителмәҫлек йәнһеҙлек, ғәмһеҙлек менән еткереуенә укенеп эҙләп сыҡҡанда, ул бер ерҙә лә юҡ ине. 3. Биишева.
ЙӘНҺЕҘЛӘНДЕРЕҮ (йәнһеҙләндер-) (Р: умертвить; И.: mortify; T: öldürmek) ҡ.
304