Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 305


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙӘН ҺУЙҒЫС
Йәнһеҙгә әйләндереү. □ Мертвить, умертвить. Нервыны йәнһеҙләндереу. Рухты йәнһеҙләндереу.
ЙӘНҺЕҘЛӘНЕП КИТЕҮ (йәнһеҙләнеп кит-) (Р.: становиться жестоким; И.: become cruel; T.: amansız olmak) ҡ.
Аяуһыҙға әүерелеү. □ Превратиться в жестокого, бессердечного. Ул бигерәк йәнһеҙләнеп китте.
ЙӘНҺЕҘЛӘНЕП ҠАЛЫУ (йәнһеҙләнеп ҡал-) (Р.: опустеть; И.: get devastated; T.: boşalmak) ҡ.
Йәмен юғалтыу; бушап ҡалыу. □ Опустеть, стать пустым, безжизненным. Тормош йәнһеҙләнеп ҡалды. Тирә-яҡ йәнһеҙләнеп ҡалды.
ЙӘНҺЕҘЛӘНЕҮ (йәнһеҙлән-) (Р: становиться безжизненным; И.: become lifeless; T.: cansizlanmak) ҡ.
1. Йәнһеҙгә әйләнеү. □ Становиться безжизненным, мёртвым. ■ Шаулап торған урмандар йәмһеҙләнгән, ҡороғандар, йәнһеҙләнгән, улгәндәр, яу, яу, тимен, яу, ямғыр! Ш. Бабич. Аҙбарҙағы башмаҡтар, һөрөлөшөп, бер мөйөшкә уҡмашҡан, эҫтәре уткәшкән, куҙҙәре йәнһеҙләнгән, тояҡтары ҡуша баҫылған. Й. Солтанов.
2. кусм. Ҡыҙыҡһыҙға әйләнеү, йәмен юғалтыу. □ Становиться скучным, неинтересным, серым. ■ Уның [Ғәйшә] өсөн тормош йәнһеҙләнеп, тотошлай бушап ҡалды, донъя һунде. «Йәшлек», 20 июнь 2009.
3. кусм. Аяуһыҙға әйләнеү, ҡанһыҙланыу; йәнһерәү. □ Становиться жестоким, бесчеловечным, бессердечным.
ЙӘНҺЕҘЛӘНӘ БАРЫУ (йәнһеҙләнә бар-) (Р: превращаться в безжизненное; И.: get lifeless gradually; T.: cansizlanmak) ҡ.
1. Әкренләп йәнһеҙгә (4) әйләнә барыу. □ Превращаться в безжизненное, мёртвое. Көҙ етеу менән, тирә-яҡ йәнһеҙләнә бара.
2. Ҡыҙыҡһыҙға, һүлпәнгә әйләнеү, йәмен юғалта барыу. □ Постепенно превращаться в серое, неинтересное, скучное. Тормош йәнһеҙләнә бара.
3. кусм. Ҡанһыҙлана, яуызға әйләнә барыу. □ Постепенно становиться жестоким, бесчеловечным, бессердечным. Ир
көндән-көн йәнһеҙләнә барҙы, өйҙәгеләргә көн курһәтмәне.
ЙӘНҺЕҘЛӘНӘ БАШЛАУ (йәнһеҙләнә башла-) (Р: становиться жестоким; И.: become cruel; T.: cansizlanmak) ҡ.
Йәнһеҙгә (7) әйләнә барыу. □ Становиться жестоким, бесчеловечным, бессердечным.
ЙӘНҺЕРӘҮ (йәнһерә-) (Р: ослабевать; И.: slacken; T.: zayıflamak) ҡ.
1. Арыу, хәлдән тайыу. □ Ослабевать, терять силы. ■ [һарыҡай] асығып, тамам йәнһерәп, тоҙло ерлекте лә ялап ҡараны. С. Ильясов.
2. ҡар. йәнһеҙләнеү 2. И [Катил:] Ҡанһыраған икән был, йәнһерәгән икән был. Һарайымды кутәргән угеҙемде килтерең! Үгеҙ ҡылыр ҡылыҡты, һеҙ, батырҙар, тик тороң! «Урал батыр».
ЙӘН ҺӨЙГӘН (Р: любимый; И.: darling; T.: sevgili) с.
1. Бик ныҡ яратҡан кеше. □ Любимый, возлюбленный. ■ Аҙнағоло — йән һөйгәне барында уға [Зөлхизәгә] ниндәй ҡурҡыныс булыуы мөмкин! 3. Биишева. Илгә ҡыран һалғандың, илде тар-мар ҡылғандың, таш аттырып ҡая тауға, дейеугә ут һалғандың йән һөйгәне һомаймы? «Урал батыр». Матур ҙа куп, сибәр ҙә куп — йән һөйгәне бер булыр. Халыҡ ижадынан.
2. Күңелгә ятышлы. □ Приятный, располагающий, любимый. Йән һөйгән эш. Йән һөйгән хеҙмәт. ■ Тормошоңда иң татлыһы нимә һуң? — тиһәң әгәр, — татлы нәмә юҡ донъяла йән һөйгән хеҙмәт ҡәҙәр. Р. Ғарипов. • Донъяла ни татлы — йән һөйгән хеҙмәт татлы. Мәҡәл.
ЙӘН ҺӨЙМӘҮ (йән һөймә-) (Р: ненавидеть; И.: hate; T.: sevmemek) ҡ.
Бик ныҡ яратмау, оҡшатмау. □ Ненавидеть, презирать, претить, испытывать чувство отвращения к кому-чему. ■ Бындай куңелһеҙ тынлыҡты йәне һөймәгән Кыҙырас, сынаяғын туңкәреп, тороп китергә булды.
3. Биишева.
ЙӘН ҺУЙҒЫС (Р.: беспощадный; И.: unmerciful; T.: acımasız) с.
305