Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 306


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙӘНҺҮРӘТ
Аяуһыҙ йолҡҡос. □ Беспощадный, безжалостный. Йән һуйғыс кеше.
ЙӘНҺҮРӘТ (Р.: мультфильм; И.: animated cartoon; T.: çizgi filmi) и.
Һүрәттәр йәки ҡурсаҡтар ярҙамында төшөрөлгән фильм; мультфильм. □ Мультфильм. / Мультипликационный. Башҡорт йәнһүрәте. Йәнһүрәт ҡарау. Йәнһүрәт төшөрөү И Буре, айыу, төлкө, ҡуян, терпе һымаҡ уҡ, был йәнлек тә [ҡондоҙ] куце-лебеҙгә бала саҡтан йәнһурәттәр, төҫлө -төҫлө һурәтле китаптар аша утеп ингән. «Башҡортостан», 15 март 2012. Бала, беренсенән, йәнһурәт ярҙамында яманды яҡшынан айырырға өйрәнһә, икенсенән, уныц ҡыҙыҡһыныусанлығы арта. «Йәшлек», 5 сентябрь 2009.
ЙӘНҺӘР с. иҫк. ҡар. йәнһеҙ 2, Йәнһәр булыу. ■ Һуғыш алдынан ғына яланда көтөу көтөп йөрөгән ун алты йәшлек уҫмерҙе йәшен ата. Уныц йәнһәр тип әйтерлек кәуҙәһен ергә кумеп ҡотҡарып алып ҡалалар. М. Ямалетдинов.
ЙӘНҺӘР БУЛЫУ (йәнһәр бул-) (Р: быть безжизненным; И.: be lifeless; T: cansız olmak) ҡ.
Йәнһеҙ булыу. □ Быть безжизненным, мёртвым. Йәнһәр булып ауҙы.
ЙӘНШИШМӘ [фарс. (Р : живо-
творный родник; И.: life-giving spring; T.: can verici kaynak) и.
Әкиәттәге тереклек шишмәһе. □ Животворный родник, родник с живой водой. И Донъяц һинец — йәншишмәнец тамсыһын-дай, купме йортта һыу әсәләр ихсаныцдан. М. Аҡмулла. Ул [сәсән], әйтерһец, йәншишмә һыуын эсеп, беләгенә көс, ярһыу йөрәгенә дәрт йыйҙы. Ә. Хәкимов. [Урал:] Кеше ашар дейеуҙән бар кешене ҡотҡарыу, Йәншишмәнән һыу алып, улгәндәрҙе терелтеу өсөн тыуған батырмын! «Урал батыр». Йәншишмәнец һуцғы тамсылары уҙенә тәғәйен булһа ла .. Урал батыр бар кешелек, бар тереклек, бөтә донъя мәцгелеге хаҡына, услап алып, уны тирә-йунгә һирпә. Ә. Сөләймәнов. Урал батыр бөрккән йәншишмәнән ҡотайғандай йәшел был ҡырҙар. X. Назар.
ЙӘН ШИШМӘҺЕ и. ҡар. йәншишмә.
ЙӘН ЭЙӘҺЕ (Р: живое существо; И.: alive; T.: canlı) и.
Кеше һәм бөтә тереклек. □ Живое существо. ■ Йорт алдында бер генә тауыш сыҡһа ине, исмаһам. Йән эйәһе лә юҡ. Ә. Бикчәнтәев. Бөгөн ҡояш сығыу менән, ауылдыц ҡулына салғы тоторҙай бөтә йән эйәһе туғайға ҡарай ағылды. И. Насыри.
ЙӘНӘ I (Р: опять; И.: again; T.: yine) р.
1. Яңынан, ҡабаттан. □ Опять, снова, вновь. Йәнә килеу. Йәнә осрашыу. ■ Яр буйындағы маяҡтар, төн килһә, балҡый йәнә. Ә. Вәли. Иц кәрәк саҡта йәнә бәйләнеш өҙөлдө. И. Ғиззәтуллин. Ҡыҙырас, ҡашын төйөп, куцелһеҙләнеп, йәнә иҙәнгә ҡараны. 3. Биишева. Шунан һуц улар [дуҫтар] йәнә хушлашып, оҙаҡламай ҡайтанан курешергә һуҙ бирешеп, уҙ юлдарына китәләр. «Ҡуҙыйкүрпәс». • Ҡыш утте, тип тун һатма, йәнә ҡыш бар. Мәҡәл.
2. Өҫтәмә рәүештә, тағы ла. □ Ещё. Йәнә бер ай утте.
ЙӘНӘ II (Р: опять; И.: and also; T.: yine) йый. терк.
1. һәм, тағы. □ И, да ещё. Мин, әсәйем йәнә ике ағайым. ■ Уныц [Һарыбайҙыц] бер улы йәнә Маҡтымһылыу исемле бер ҡыҙы булған. Халыҡ ижадынан. Тау батыр, Урман батыр йәнә Уғатар батыр — өсәуләп донъя ҡыҙырып йөрөй, ти. Әкиәттән.
2. Шулай уҡ, һәм дә. □ Также, и также. ■ Йәнә һәр кем тәкәббер булһа, маҡтансыҡ булһа, донъяла хурлыҡ курмәй китмәҫ. М. Өмөтбаев.
ИӘНӘИ (Р: название башкирского племени; И.: name of a Bashkir tride; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бер башҡорт ырыуының исеме. □ Еней (название башкирского племени). Йәнәй батыры. Йәнәйҙәр ере.
ЙӘНӘЙ БАШҠОРТО (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Йәнәй ырыуының аймағы. □ Название одного из родовых подразделений енейцев.
ЙӘНӘЙ ТИПТӘРЕ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one
306