Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 307


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

йәнәш
of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Йәнәй ырыуының аймағы. □ Название одного из родовых подразделений башкир-енейцев.
ЙӘНӘЛӘ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.:bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бөрйән башҡорттары аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир-бурзянцев.
ЙӘНӘП [ғәр. (Р: превосходительство; И.: excellency; T.: efendi) и. иҫк.
Кемделер ололап әйтелә торған һүҙ; әфәнде. □ Господин, превосходительство. ■ [Урмансы:] Батырша яуынан һуң батша йәнәптәре аяуһыҙ ус алған, беҙҙең иң матур ҡыҙҙарыбыҙҙы тоғро ярандарына таратып биргән. Г. Яҡупова. Ерҙә яу-яр ҡупһа, фарман килә ғали йәнәптәрҙән: яугир кәрәк!.. М. Ғәли. Бугәс-батша, йәғни император Петр IIIғали йәнәптәре уҙе килеп керҙе. Б. Рафиҡов.
ЙӘН ӘРНЕТКЕС (Р: щемящий; И.: fateful; T.: can alıcı) с.
Ғазаплы, үҙәкте өҙә торған. □ Щемящий, горестный. Йән әрнеткес хәбәр. ■ Бурылдың тормошо тын. Бурылдың тормошо, Ғәләмшә ҡортҡа тормошо кеуек, борсоулы, йән әрнеткес тугел. С. Агиш.
ЙӘН ӘРНЕҮ (йән әрне-) ҡ. ҡар. йән әсеү. ■ Йәне әрнеп, асыуы сигенән ташып сыҡҡан Зөлфиә йоҙроҡтары менән машинаһын туҡмарға тотондо. Ф. Әсәнов.
ЙӘН ӘСЕҮ (йән әсе-) (Р: болеть душой; И.: to feel pain; T.: cam acımak) ҡ.
Ауыр рухи ғазап кисереү, аҙарыныу. □ Болеть душой за кого-что, испытывать чувство тревоги за кого-что или чувство жалости к кому; огорчаться. И Йөрәгем һурылып бара. Куҙем курмәһә, әллә, бәлки, улай булмаҫ та ине. Куҙ кургәс, йән әсей бит. Ғ. Дәүләтшин. Саптар айғырҙы һәр ваҡыт Ғилаждың оло улы Мансур менеп йөрөй. Ул юҡ саҡта уның энеләре Шакир менән Закир менеп йөрөй. Сөнәғәттең йәне әсей, әлбиттә. Ж. Кейекбаев.
ЙӘНӘСЫҠҠА (Р: изо всех сил; И.: with all one’s strength; T.: bütün gücüyle) р.
1. Бөтә көстө һалып, бөтә көс менән.
□ Изо всех сил, во всю мочь. Йәнәсыҡҡа тырышыу. Йәнәсыҡҡа ҡысҡырыу. ■ [Шамилов] йәнәсыҡҡа сикәһен ышҡыу ына ҡарағанда, уҙ хәстәрен онотоп, шәкертен бәлә-ҡазанан ҡурсыу әмәлен эҙләуе куренә. Ә. Хәкимов. Ул [арбалы кеше], атының дилбегәһен тартҡылап, йәнәсыҡҡа ҡыуаланы һәм, кисеуҙе сыҡҡанда, хайуанға һонолоп һыу эсергә лә ирек бирмәне. Ж. Кейекбаев.
2. Сиктән тыш, бигерәк. □ Чересчур, слишком, чрезмерно. Йәнәсыҡҡа ҡатмарлы. Йәнәсыҡҡа куп. Йәнәсыҡҡа ҙур. ■ Убыр кулендә борон-борондан балыҡ куп булды. Йәнәсыҡҡа ҡамыш баҫа торғайны ул кулде. Д. Бураҡаев.
ЙӘН ӘҪӘРЕ (Р: живая душа; И.: soul; T.: can) и.
Бер бөртөк йән эйәһе. □ Живая душа. Бер йән әҫәре лә юҡ. ■ Ауылда һис бер йән әҫәре юҡ. М. Ғафури. Айсыуаҡ килеп еткәндә, больница тирәһендә йән әҫәре ҡалмағайны. Т. Килмөхәмәтов.
ЙӘНӘҮЕЛГӘ р. диал. ҡар. йәнәсыҡҡа. Йәнәуелгә ышҡыу. Йәнәуелгә йугереу. Йәнәуелгә сабыу. ■ Өйҙә тәғәм ризыҡ юҡ. Кумәк инек бит йәнәуелгә. Яр. Вәлиев.
ЙӘНӘҺЕ (Р: будто бы; И.: supposedly; T.: sanki) инш.
Кешенең ҡылығынан йәки һүҙенән бер мәғәнә сығарып, шуны мыҫҡыллаған һымағыраҡ итеп һөйләгәндә ҡулланыла.
□ Будто бы, якобы; дескать, мол. Йәнәһе, былай ҙа аңлашыла. Йәнәһе, ваҡыты юҡ. ■ Ғимран бабай аҙ ғына уйланып торғандай итә: йәнәһе, беҙҙе бында ҡалдырырғамы-юҡмы, шуны хәл ҡыла. Н. Мусин. Йәш бөркөттәр ҡыйыуһыҙ ғына бер ни тиклем өйләнделәр ҙә уҙ урындарына барып суктеләр, йәнәһе, ергә барып төштөләр. Ғ. Әмири. Нисек тә шатлана әле [турғай], курһәгеҙ уҙен. Йәнәһе, ул киләсәккә ҡалдыра эҙен. Р. Назаров.
ЙӘНӘШ I (Р: любимый; И.: dear; T.: sevgili) и.
307