Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 309


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

йәнәшәнән
булмәләрҙец береһендә йөрөйҙөр. Р. Камал. Йәштәр ярышын туҡтатып торҙо. Мәрәйҙе йәнәштәге йыуан ҡарт ҡайынға билдәләне. Ғ. Хөсәйенов.
ЙӘНӘШТӘН (Р.: рядом; И.: nearby; Т.: yanında) р.
1. Кемгәлер йәки нимәгәлер йәнәш ерҙән, ҡемдецдер йәки нимәнецдер янынан. □ Рядом, около. Йәнәштән атлау. Йәнәштән барыу. ■ Эш, тибеҙ, сәсәйбеҙ, тормош һиҙҙермәй йәнәштән утә. Р. Камал. [Фәниә Ғилметдин ҡыҙы:] Беҙ уныц [министр Попов ] менән Өфөләге бер конференцияла осрашҡайныҡ. Президиумда бергә ултырҙыҡ. Һуңынан аш өҫтәле янында ла йәнәштән урын алдыҡ. «Башҡортостан», 29 март 2012.
2. Бер рәттән, йәнәш ҡуйып. □ Рядом, около. ■ Ватан! Ошо бер һуҙ ҡаныбыҙға әсә һөтө менән һецешҡән. Ғәҙәтләндек әйтеп Ватан һуҙен әсә һуҙе менән йәнәштән. Т. Морат.
ЙӘНӘШӘ р. ҡар. йәнәш II. Йәнәшә ултырыу. Йәндшә атлау. ■ Ҡараңғы булһа ла, Ғәйнулла, Кинйәбай, бер-береһенән айырылмаҫҡа тырышып, йәнәшә киләләр. Б. Хәсән. Сурайып сығып торған ташҡа бәке осо менән тәрән итеп соҡоп, Зиннәт икеһенец исемен йәнәшә яҙғайны. Ф. Иҫәнғолов. Яхъя ҡарт — ауылдыц муллаһы. Уныц өйө мәсет ҡаршыһында, Ғәзизгә йәнәшә. Ғ. Хәйри. Илмырҙа менән Хөсәйенгә һөрөнтө ерҙе лә, бесәнлекте лә, уҙ теләктәренән тыш, шулай йәнәшә алырға тура килде. К. Мәргән.
ЙӘНӘШӘГӘ р. ҡар. йәнәшкә. ■ Ерән ҡашҡа ат ектем, йәнәшәгә тай ектем. Ҡаш һикерттем, куҙ йугерттем, бер егетте тил-мерттем. Халыҡ ижадынан.
ЙӘНӘШӘЛЕК I (йәнәшәлеге) (Р: соседство; И.: vicinity; T.: komşuluk) и.
Йәнәш булыу, күршелек. □ Соседство, смежность. Йәнәшәлектә йәшәу. ■ Романдыц иртәнгеләй дыуамалланып алыуҙарын кәләш-тец йәнәшәлеге менән дә, тыуған яҡтың серле тәьҫире менән дә аңлатырға мөмкин. Б. Рафиҡов.
ЙӘНӘШӘЛЕК II (йәнәшәлеге) (Р: примыкание; И.: parataxis; T.: eklenme) и. лингв.
Эйәреүсе һүҙҙең эйәртеүсе һүҙгә грамматик йәһәттән түгел, мәғәнә йәһәтенән
генә бәйләнеше (мәҫәлән, көмөш йөҙөк, бик ҙур). □ Примыкание. Йәнәшәлек юлы менән бәйләнеу. Сифаттар уҙҙәре асыҡлап килгән исемгә йәнәшәлек юлы менән бәйләнә.
ЙӘНӘШӘЛЕК III (йәнәшәлеге) (Р: параллелизм; И.: parallelism; T.: paralellik) и. әҙ.
Бер-береһенә оҡшаш йәки, киреһенсә, ҡапма-ҡаршы күренештәрҙе, төшөнсәләрҙе йәнәш ҡуйып һүрәтләү. □ Параллелизм. Тематик йәнәшәлек. Ауаздашлыҡ йәнәшәлеге. Куп быуынлы йәнәшәлек. ■ Фольклорҙағы йәнәшәлектәр, купселектә, тәбиғәт куре-нештәрен кеше тормошондағы хәл-ваҡиғалар менән рәттән ҡуйып һурәтләйҙәр. К. Әхмәтйәнов. Ике шағирҙың һөйөу лирикаһындағы ана шундай йәнәшәлектәр образдар уртаҡлығында ғына тугел, ә эстетик идеалды кәуҙәләндереу ысулдарында ла куҙәтелә. «Ағиҙел», № 4, 2010.
ЙӘНӘШӘЛӘ р. ҡар. йәнәштә. ■ Иңкеу урындарҙа, уйһыулыҡтарҙа уҙған йылғы ҡуйы ҡылған тулҡынлана, .. тубәндәрәк ер биҙәге — зәңгәр кул ялтырай, йәнәшәлә сылтырап шишмә аға. И. Абдуллин. Йәнәшәлә генә бер снаряд ярылды, һәм уныц тулҡыны Мөхәмәтшаны бер яҡ ситкә алып ырғытты. М. Хужин.
ЙӘНӘШӘЛӘГЕ с. ҡар. йәнәштәге. ■ Был ваҡытта бабай ҙа йәнәшәләге таш өҫтөнә сугәләп алғайны. Д. Бүләков. Йәнәшәләге ҡапҡаһыҙ ихата эсендә төптә ук торған бәләкәс кенә тәпәш өйгә һуғылырға булдыҡ. М. Кәрим. [Ғилман] йәнәшәләге Ҡыҙҙар тауын, зәңгәрләнеп куренгән алыҫтағы урмандарҙы, ап-аҡ яландарҙы куҙенән ут-кәргәс, атаһы менән әсәһенең ҡәберҙәренә тағы ла хәтһеҙ ҡарап торҙо ла ҡайтыр яҡҡа ыңғайланы. Ғ. Лоҡманов.
ЙӘНӘШӘЛӘШЕҮ (йәнәшәләш-) ҡ. ҡар. йәнәшләшеү. Алдағы төркөм менән йәнәшәләшеу. ■ Билал алда нимәлер уйлап барған Шадринды ҡыуып етте. Уныц менән йәнәшәләшкәндән һуц: — Был ауылда ҡайһы ерҙә туҡтарбыҙ икән, иптәш комиссар? — тине. А. Таһиров.
ЙӘНӘШӘНӘН £>. ҡар. йәнәштән. ■ [Хәсән ағай] киц йөҙөм япраҡтары аҫтына аяҡтары тимерҙән, тирә-яғы семәрләп эш
309