Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 310


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙӘН ЮЛДАШ
ләнгән киц һике өҫтөнә менеп ултырҙы ла [Сөмбөлгә] йәнәшәнән урын курһәтте. «Ағиҙел», № 4, 2010. Беҙ еләбеҙ. Йәнәшәнән әкрен генә тауы шыла. Туҡтап ҡолаҡ һалабыҙ беҙ тояҡтарҙың тауышына. Т. Йосопов. [Иштуғандың] Айһылыуы уның биленән йомшаҡ ҡына ҡосаҡлап, өнһөҙ-һуҙһеҙ йәнәшәнән бара ине. 3. Биишева.
ЙӘН ЮЛДАШ (Р.: неразлучный друг; И.: bosom friend; T: can yoldaşı) и.
Һәр ваҡыт бергә булған дуҫ. □ Неразлучный друг. Йән юлдашым минең. Йән юлдаш менән барыу. Серҙәремде тик йән юлдашыма һөйләйем.
ЙӘП I (йәбе) (Р: зуб; И.: cog; T.: çatal) и.
1. Осо тармаҡланып торған нәмәнең бер айырсаһы; сата. □ Зуб, зубец, рожок (раздвоённых, вилообразных предметов). ■ Уны [ос һәнәген] әсәйем .. йәптәре тарбағайланмаһын өсөн, йукә менән бөрөп бәйләп, һыу төшмәҫлек ергә — өй ҡыйығы эсенә һалып ҡуя. Н. Мусин. [Яҡуп] киҫкәгә сабылған балтаны көс-хәл менән һурып алып, ике йәпте таманлап ҡыҫҡартырға тотондо. М. Кәрим. [Әхмәҙулла мулла] һәнәк йәптәре шикелле бармаҡтарын хәтәр тырпайтып, бәке янып ултыра. 3. Биишева. • Һабы килһә — йәбе килмәй, йәбе килһә — һабы килмәй. Мәҡәл.
2. Бер нисә бысаҡлы бәкенең бер бысағы.
□ Лезвие (складного ножа). Бәкенең өс йәбе бар. Бәкенең бер йәбе һынып сыҡты.
ЙӘП II (йәбе) (Р: удачный момент; И.: good moment; T.: başarılı an) и.
Урын-еренә килеп, килешеп торған бер хәл. □ Удачный момент для чего-л.; выход из чего-л. ■ Мин йылымды уҙ йәбе менән генә һауып сығарып, яр башындағы аҡланға йәйеп һалдым. Ф. Иҫәнғолов.
ЙӘП III (Р: удачный; И.: fortunate; T.: başarılı) с.
Уңай, ыңғай. □ Удачный; подходящий. Йәп ваҡыт. Йәп мәлде табып барыу.
ЙӘП IV (Р: удачно; И.: fortunately; T: başarıyla) р.
Урын-еренә килеп, килешеп торған.
□ Удачно; подходяще. Йәп булыу. Йәп килеу. Йәптөшөу. ■ Байморат бына әле у ҙенеңэше
йәп килеуенә ҡыуанып ҡайтып килә. Н. Мусин. Көтөлмәгәнлек менән ҡылыҡһырланған бына ошо йөкмәтке уҙенә йәп килерлек поэтик форма, уҙенә хас композиция талап иткән. К. Әхмәтйәнов. [Хоҙайбирҙе мулла:] Ҡәҙерле Айсыуаҡ солтан тәҡсирҙең иңендә көмөш ҡәмәренә йәп килһен! Ғ. Хөсәйенов.
ЙӘПЕШ (Р: блюдце; И.: saucer; T.: bardak tabağı) и. диал.
Сәй эсә торған парлы һауыттың аҫҡа ҡуйылған йәйпәк өлөшө; сынаяҡ аҫты.
□ Блюдце. Сәйҙе йәпешкә һалып эсеу. Йә-пеште ватыу. Йәпеште төшөрөп ебәреу.
ЙӘП-ЙӘШ (Р: молоденький; И.: very young; T.: çok genç) с. артыҡл. дәр. ҡар. йәш. превосх. степ, от йәш.
Бик йәш. □ Очень молодой, молоденький. Йәп-йәш ҡыҙ. ■ Наҙлы яҙҙың ҡайнар ирене убеп асты йәп-йәш бороно. Р. Назаров. Ҡарт шунда уҡ йәп-йәш егет булған да ҡуйған, ти. Әкиәттән. Тал-тирәктәр ташҡын Иҙел кисеп баҫып тора һыңар аяҡта. Ағастарҙың һәр ботағы буйлап йугереп йөрөй йәп-йәш япраҡтар. Р. Ғарипов.
ЙӘП-ЙӘШЕЛ (Р: зелёный-презелёный; И.: bright green; T.: yemyeşil) с. артыҡл. дәр. ҡар. йәшел, превосх. степ, от йәшел.
Асыҡ йәшел, йәм-йәшел. □ Зелёный-презелёный, ярко-зелёный. Йәп-йәшел ялан. ■ Алда йәп-йәшел булып Өршәк туғайлығы йәйрәп ята. Ф. Әсәнов. Йәп-йәшел ҡырҙар йәшәрҙе, ярҙы япраҡ бар ағас. Ш. Бабич.
ЙӘП КИЛЕҮ (йәп кил-) (Р: прийтись по месту; И.: convenient; T.: denk gelmek) ҡ.
Урын-еренә килеү, килешеү. □ Быть, прийтись к месту. Йәп килеп тора. Кулдәгең уҙеңә йәп килеп тора.
ЙӘПЛЕ I (Р: удобный; И.: convenient; T.: rahat) с.
1. Тотоноу, файҙаланыуға уңайлы; йәтеш.
□ Удобный, соответствующий, подходящий. Тәпкенең һабы йәпле. ■ Үҙем бәйләгән [тубәтәйҙе] Буреһуҡҡан олатайға буләк иткәйнем, ул, ҡалай йәпле, йәй кейерем, эҫе ҡабып бара хәҙер башыма, тип һөйөнгәйне. Г. Яҡупова.
2. Урын-еренә килешле; йәтеш. □ Удобный, соответствующий, подходящий. Йәпле
310