Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 311


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙӘПРӘЙ
урын табыу. Йәпле ваҡыт. ■ Башҡорт яугирҙары уткелдең иҡе башына йәпле урындарҙы һайлап, яйлашып ятыуҙарына әллә ни ҡуп тә утмәне, Атанғол туғандың һыбайлылары ла килеп етте. Ғ. Хөсәйенов. Һин мосолман халҡының башынан кисергән хәлдәрен моңланып әйтеп тороусы йәпле һәйкәлһең, ҡанун. Ш. Бабич.
ЙӘПЛЕ II (Р.: удобно; И.: conveniently; T.: rahat) р.
1. Тотоноу, файҙаланыуға уңайлы; йә-теш. □ Удобно, соответствующе. Йәпле итеп яһау. Тотоуға йәпле. И Ул [Ғиззәт] ҡабыҡтары ҡубып төшкән, тимерҙәй ҡатҡан йыланы ике-өс сабыуҙа йыҡты ла бик матурлап, йәпле итеп һәргәу эшләп алды. Н. Мусин.
2. Килешле; йәтеш. □ Удобно, соответствующе. ■ Алдар батыр тирә-яғына куҙ йугертте. Ҡаршы яҡтағы тау ҡуйынына һыйынып көтөп тороп, ошо уҙән буйында дошманды ҡаршылау йәпле тугелме һуң? Н. Мусин.
ЙӘПЛЕ III (Р.: зубчатый; И.: forked; T: çatalı) с.
1. Саталы, айырсалы. □ ...зубчатый, с... зубцами; развилистый. Өс йәпле һәнәк. Өс йәпле ҡармаҡ. ■ [Яҡуп] ике йәпле ағас эҙләп тапты. М. Кәрим. Ныҡ ҡына таушалған өс карап .. Астара ҡалаһына етеп, ике йәпле туҡтаткыс ырғаҡтарҙы һыу төбөнә батырҙылар. Ә. Хәкимов.
2. Бер нисә бысаҡлы (бәке). □ С ... лезвиями. Ике йәпле бәке. ■ Тикшереу уткәндә куп йәпле, куп функциялы швейцар бәкемде тартып алдылар. «Ағиҙел», № 9, 2009.
ЙӘПЛӘНЕҮ (йәплән-) ҡ.
1. төш. ҡар. йәпләү II, 2. страд, от йәпләү II, 2. Йәпләнгән мылтыҡ. Таҫма менән йәпләнгән кәпәс.
2. ҡайт. ҡар. йәпләү II, 1. возвр. от йәпләү II, 1. Йәпләнеп ятыу. Йәпләнеп ултырыу. ■ Ғәлимә, сумаҙанын ергә ҡуйып, шул букәнгә йәпләнде. Й. Солтанов.
ЙӘПЛӘҮ I (йәплә-) (Р: сделать развилину; И.: make a fork; T: çatal yapmak) ҡ.
Йәп ҡуйыу, сата яһау. □ Сделать развилину. Һәнәк йәпләу. Йәпләп ҡуйыу. Йәпләп
биреу. • Һәнәге ҡыйбат тугел, йәпләгәс ҡыйбатлана. Әйтем.
ЙӘПЛӘҮ II (йәплә-) (Р: делать удобным; И.: make comfortable; T: rahat etmek) ҡ.
1. Уңайлы, йәтеш итеү; ҡулайлау.
□ Сделать удобным, аккуратным. Йәпләп ултыртыу. Йәпләп ятыу. ■ Фәтхулла янына йәпләп ултырып алып, уның менән һөйләшә башларға ғына йыйынғайным, булмәгә ..теремек бер малай шаулап килеп инде. Д. Юлтый. Зифа инде юлға сығыуға әҙерләп, йәпләп тултырып ҡуйған әйберҙәрен дә аҡтарып ташланы. Ф. Иҫәнғолов.
2. Урын-еренә килтереү, йәтешләп ҡуйыу; ҡулайлаштырыу. □ Делать удобнее, приспосабливать что. ■ Ике бәйләм арҡан ҡыйыҡ аҫтынан төшөрөлгән, остары ике сатлы оҙон ҡолғалар ҡырҡып килтерелгән — шуларҙы ботаҡтарҙан таҙартып, йәпләп маташа [Етембай]. Б. Рафиҡов.
3. диал. ҡар. йөкмәү 1,1. Тоҡ йәпләу. Йәпләп алып килеу. Биштәргә һалып йәпләу.
ЙӘПЛӘШЕҮ (йәпләш-) (Р: совпадать; И.: coincide (with); T.: raslamak) ҡ.
Үҙ-ара йәтеш кенә тап килеү. □ Совпадать, прийтись к месту (при сложении, стыковке и т. п.). Дуңгәләктәр йөпләште. И Тоташтырып ҡараһалар, уҡтың ике яртыһы йөпләшеп тора, ти. Халыҡ ижадынан.
ЙӘПЛӘШКӘ (Р: чехол для пики или ножа; И.: sheath; T.: kılıf) и. диал.
Һөңгө йәки бысаҡ ҡыны, тышлығы.
□ Чехол для пики или ножа. Һөңгө йәпләшкәһе. Бысаҡ йәпләшкәһе. Йәпләшкәнән һурып алыу.
ЙӘПЛӘШТЕРЕҮ (йәпләштер-) ҡ. ҡар. ҡулайлаштырыу. И Беҙ, аяҡтарҙы ныҡ терәп баҫып, тағы ла бер тапҡыр көсәндек, картерҙы, кутәреп, трактор ҡорһағына уҡ йәпләштерҙек. Й. Солтанов.
ЙӘПМӘЛЕ с. диал. ҡар. асалы. Йәпмәле ағас. Йәпмәле ботаҡ. Йәпмәле ботаҡ тәҙрәне ҡаплай.
ЙӘПРӘЙ I (Р: разросшийся; И.: spreading, branchy; T.: yalay dallı, geniş) c.
Йәпрәйеп торған. □ Разросшийся; развесистый, раскидистый. Йәпрәй ҡыуаҡ.
311