ЙӘРИӘ
ЙӘПӘТЕКЛӘНЕҮ (йәпәтеклән-) (Р.: угодничать; И.: fawn (upon); T.: birine yaranmaya çalışmak) к. диал.
Кемгәлер ярарға, яҡшы күренергә тырышыу, яҡшатланыу. □ Угодничать, заискивать, лебезить перед кем, льстить кому. Хужаға йәпәтекләнеу. Йәпәтекләнә белеу. Йәпәтекләнеп йөрөу.
ЙӘПӘТӘЙ с. диал. ҡар. ярамһаҡ. Йәпәтәй кеше. Йәпәтәй бала. Йәпәтәй булыу.
ЙӘР [фарс. jb ‘дуҫ’] (Р.: возлюбленный; И.: sweetheart; T.: yâr) и.
Күңел һөйгән, ғишыҡ уятҡан кеше. □ Возлюбленный; возлюбленная. Йәр булыу. Йәр һөйөу. ■ Алдарымда һалҡын шишмә, һалҡын булһа ла ҡуйы. һинән башҡа йәр һөймәмен, алтын булһа ла буйы. Халыҡ йырынан. Менгән дә атым туры булһа, сабыр инем билем талғансы, һөйгән дә йәрем тоғро булһа, ай-һай ҙа, гузәлем, һөйөр инем зауҡым ҡанғансы. Халыҡ йырынан. [Недо-сека:] Ну, Гриша, уҙец хеҙмәтте тултырып ҡайтыуға йәрең университетты тамамлар. Н. Мусин. • Ғәйепһеҙ йәр эҙләгән йәрһеҙ ҡалыр. Мәҡәл. Донъя курке йәр менән. Мәҡәл. Екмәһәң дә ат яҡшы, һөймәһәң дә йәр яҡшы. Мәҡәл. Еренән айырылған ете йыл илар, йәренән айырылған ғумер буйы илар. Мәҡәл. Йыйған малың, һөйгән йәрең ятҡа китмәһен. Мәҡәл. Йән аҙығы йәр булыр. Мәҡәл. Йәнең уртаҡ булһа ла, йәрең уртаҡ булмаһын. Мәҡәл. Йәр бирмәк — йән бирмәк. Мәҡәл.
ЙӘР БУЛЫУ (йәр бул-) (Р: быть возлюбленным; И.: be one’s sweetheart; T.: sevgili olmak) ҡ.
Кемдеңдер һөйгәне булыу. □ Быть адото возлюбленным, возлюбленной. ■ Илдәге бер иң сибәрҙең һөйгән йәре булғым килде. М. Кәрим, [һомай — Шулгәнгә:] Шундай батыр булалһаң — буҙым буләк ҡылайым; атама әйтеп туй яһап, уҙеңә йәр булайым. «Урал батыр».
ЙӘРБӘНДӘК с. диал. ҡар. ҡаҡса. Йәрбәндәк ҡарт. Йәрбәндәк битле кеше. Йәрбәндәк яңаҡлы. Йәрбәндәк булыу.
ЙӘРЕНГӘ р. ҡар. йәрингә. ■ Искәндәр йәренгә рабфакҡа китергә, уны тамамлап, тыуған ауылына уҡытыусы булып
ҡайтырға хыяллана. Ә. Хәкимов. [Рәхимов:] Коштар һанын йәренгә ете-һигеҙ тапҡырға арттырырға кәрәк. Ғ. Ибраһимов. [Кеше — бал ҡорттарына:] Әгәр мин балығыҙҙы ашаған булһам, уҙегеҙгә ҡыш ашауға нимә ҡалыр ине? Һеҙ ҙә астан улер инегеҙ, йәренгә мин дә балһыҙ ҡалыр инем. Әкиәттән.
ЙӘРЕҮ (йәре-) ҡ. диал. ҡар. йәлсеү. Йәреп йәшәу. Утынға йәреу. Эсәр һыуға йәремәу.
ЙӘРЕШ с. диал. ҡар. иҫәр. Йәреш кеше. Йәреш булыу.
ЙӘРИДӘ [ғәр. öAjjsk] (Р: газета; И.: newspaper; T.: gazete) u. иҫк.
Көндәлек ваҡиға һәм яңылыҡтар баҫыла торған ваҡытлы матбуғат; гәзит. □ Газета. Йәридә сығарыу. Йәридә алдырыу. ■ Бындай урынһыҙ фекерҙәрҙе йәридә сәхифәләренә яҙып ғаләмгә иҙһар ҡылыуға ла ояттыр. М. Ғафури.
ЙӘРИН (Р: будущий год; И.: next year; T.: gelecek sene) и. иҫк.
Киләһе йыл. □ Будущий год. Быйылдың йәрине бар. Йәрин Эт йылы була.
ЙӘРИНГӘ (Р: на будущий год; И.: next year; T.: seneye)/?.
Киләһе йылға. □ На будущий год, в будущем году. Йәрингә ҡалдырыу. Ул йәрингә уҡырға бара. И Ҡыҙ булырмы, әллә ул булырмы, шундай уйҙар килә Кәримгә, көлә белерме икән һәм дә уҙе тәпәй йөрөрмө икән йәрингә? Т. Арслан. • Быйылғы эште йәрингә ҡалдырма. Әйтем.
ЙӘРИӘ [ғәр. <е>>] (Р: рабыня; И.: female slave; T.: cariye) и. иҫк.
1. Ҡол ҡатын; хеҙмәтсе ҡатын. □ Раба, рабыня; наложница; служанка. Йәриә тотоу. И Берме-икеме ай утә, ике төркөм ике тарафтан ике-өс әсир йәриә табып ҡайтмыштар, ти. М. Өмөтбаев. Оҙаҡламай уларҙың [йәйләу ирҙәренең] йәшерәк, матурыраҡ ҡатын-ҡыҙҙары әйелгә, йәриәгә әйләндерелер, бала-сағалары мал урынына һатылыр. Ғ. Хөсәйенов.
2. Күңел һөйгән, ғишыҡ уятҡан ҡатын-ҡыҙ; һөйәркә. □ Возлюбленная, любимая; любовница. ■ Быға [әсәһенең улеменә] йәнә
313