Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 315


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙӘРӘМБӘТ-БӘҘРӘК
ЙӘРСӘ [рус. ярица] (Р.: ярица; И.: spring rye; T.: yazlık buğday) и.
Яҙ сәсә торған арыш; яҙғы арыш. □ Ярица, яровая рожь. / Яровый. Йәрсә культураһы. Йәрсә сәсеу. Йәрсә уҫтереу. ■ [Степан — ҡатынына:] Ҡунаҡ алдына йәрсә икмәге ҡуйырҙар. Юҡмы ни? Ғ. Ибраһимов.
ЙӘРСӘ БАШ (Р.: житняк; И.: agropyron; T.: bitki) и. бот.
Арышҡа оҡшаған үлән. □ Житняк (лат. Agropyron). Йәрсә баш тамыры. Йәрсә баш һабағы. Йәрсә баш сәсеу.
ЙӘРҺЕҘ (Р: не имеющий возлюбленного; И.: without a sweetheart; T: sevgilisiz) c.
Йәре булмаған. □ He имеющий возлюбленного, возлюбленной; без возлюбленного, возлюбленной. И Тыуған ерһеҙ, һөйгән йәрһеҙ — телһеҙ, мин етем. Тыуған ерем, һөйгән йәрем, тик һеҙ — бәхетем. Р. Ғарипов. Һөйгән йәрһеҙ йәшәу кеуек, ай-ҡояшһыҙ ҡыйын икән. М. Кәрим.
ЙӘР ҺӨЙӨҮ (йәр һөй-) (Р: иметь возлюбленного; И.: have a sweetheart; T.: sevmek) ҡ.
Кемделер яратыу, мөхәббәт тотоу. □ Иметь возлюбленного, возлюбленную; любить. ■ Ләкин нисек Саһаръярҙы туң йөрәк әҙәм тиһең? Туң йөрәкле булған кеше ҡайһылай йәрҙәр һөйһөн? Р. Назаров. Йәрҙәрҙе лә һөйһәң, һөй матурын, матур йәргә яусы кәрәкмәҫ. Халыҡ йырынан.
ЙӘРӘБӘ I [рус. жребий} (Р: жребий; И.: lot; T.: kura) и.
1. Ниҙер бүлешкәндә, ҡайҙалыр берәүҙе билдәләгәндә ғәҙел булһын өсөн араһынан берҙе тәүәккәлләп тартып ала торған ваҡ ҡына бер иш нәмәләр. □ Жребий. Йәрәбәгә сығыу. Йәрәбә һалыу. Йәрәбә алыу. Йәрәбә тартыу. Я [Илмырҙа менән Хөсәйен] юл башынан уң яҡтағы өлөштөң уләне ҡуйыраҡ булғанға курә, йәрәбә һалырға ҡарар итәләр. К. Мәргән. Ә һин беҙгә шундай кәрәк, балам, өлөшөбөҙ, бәхет йәрәбәбеҙ. Т. Ғәниева. Йәшәу йәулем — йәрәбә ҡала. Иген — игенме, гәрәбә ҡала. Т. Йосопов. Мин көнләштем хатта шул мәхлуктән, ул мәңгегә тороп ҡалғанға. Эйе, мин — мәңгелек тигәндәй ул, өлөшөнә төшкәс йәрәбә. Р. Ғарипов.
2. миф. Тәҡдир, яҙмыш, өлөш менән бәйле предмет. □ Жребий (мифологизированный предмет, связанный с получением доли). Йәрәбә тартып сығарыу.
ЙӘРӘБӘ II [ғәр. ми*] и. диал.
1. ҡар. гәрәбә. Йәрәбә алҡа. Йәрәбә ҡашлы йөҙөк. Йәрәбә төҫө.
2. ҡар. эре мунсаҡ. Йәрәбә тағыу. Йәрәбә буләк итеу. Нәҙек муйынлы кешегә йәрәбә тағыу килешмәй.
3. ҡар. муйынса. Йәрәбә тағып йөрөу. Тәңкәләрҙән йәрәбә эшләу.
ЙӘРӘБӘ АЛЫУ (йәрәбә ал-) ҡ. ҡар. йәрәбә тартыу. И Ҡыҙыл йорт алдында бик куп һәм төрлө крәҫтиән йәштәре йыйылып, йәрәбә алырға теҙелеп, ишектең асылғанын көтөп торалар ине. М. Ғафури.
ЙӘРӘБӘГӘ СЫҒЫУ (йәрәбәгә сыҡ-) (Р: достаться по жребию; И.: fall out on one’s lot; T: kura çekmek) ҡ.
1. Йәрәбә тотҡанда өҫкә сығыу. □ Достаться по жребию. Йәрәбәгә машина сыҡты. Йәрәбәгә һыуытҡыс сыҡты.
2. миф. Тәҡдиргә яҙылған өлөш. □ Достаться по жребию; доставшаяся доля, судьба.
ЙӘРӘБӘЛӘҮ (йәрәбәлә-) (Р: бросать жребий; И.: cast lots; T: yazı tura atmak) ҡ.
Йәрәбә һалыу. □ Бросать жребий. Йәрәбәләп булешеу.
ЙӘРӘБӘ ТАРТЫУ (йәрәбә тарт-) (Р: тянуть жребий; И.: draw lots; T: kura çekmek) ҡ.
1. Йәрәбә сығарыу. □ Тянуть жребий. Йәрәбә тартыу сираты етте. Йәрәбәгә балаҫ тартып сығарҙы.
2. миф. Яҙмышыңа төшкән өлөштө сығарыу. □ Тянуть жребий, вытаскивание доли, судьбы. ■ Таяҡлап улсәп, йәрәбә һалып ер өләшкән, тәуләп сәсеугә төшкән көндәр ҙә артта ҡалды. Ғ. Лоҡманов. [Айыу:] Йәрәбә һалайыҡ. Йәрәбә кемгә сыҡһа, арыҫланға шуны ашатырбыҙ. Әкиәттән.
ЙӘРӘМБӘТ-БӘҘРӘК (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
315