ЙӘРӘХӘТ
Табын ырыуының аймағы. □ Название одного из родовых подразделений башкир-табынцев.
ЙӘРӘХӘТ [ғәр. 4^1»] (Р.: рана; И.: wound; T: yara) и.
1, Тәндең йәки эске бер ағзаның ҡырҡылып, тишелеп, зыянланған урыны; яра. □ Рана, ранение; травма, повреждение. Ауыр йәрәхәт. Пуля йәрәхәте. Йәрәхәтте бәйләу. Йәрәхәтте дауалау. ■ Бурәнәнән сөрөк алып, Яҡуп йәрәхәтенә һипте, куп итеп һипте. М. Кәрим. Тәнем булды йәрәхәт, сыға алмай башым кәбабтан. М. Аҡмулла. Ул [Зәбир ағай] быяла менән йәрәхәт урынын ярып ебәрҙе һәм ағыулы ҡанды һығып сығарҙы. Д. Бүләков. Яралыларҙың йәрәхәттәренә көйгән кейеҙ баҫып ҡанын туҡтатып, ҡәлғә эсенә алып инделәр.
3. Ураҡсин. • Тел йәрәхәте уҡ йәрәхәтенән яман. Әйтем. Һөңгө йәрәхәте китер, тел йәрәхәте китмәҫ. Мәҡәл.
2. кусм. Күңел рәнйеше. □ Рана, травма (душевная). Куцел йәрәхәте. ■ Йыры менән ул [Рауза] кешеләрҙең асыҡ йәрәхәттәренә ҡағылды, ахыры. М. Кәрим. Йәрем йәндең бар тәҡәтен алып китте, йәрем йәнгә йәрәхәтен һалып китте. Р. Бикбаев. • Яҡшы һуҙ йәнгә рәхәт, яман һуҙ йәнгә йәрәхәт. Әйтем.
♦ Йәрәхәткә тоҙ һибеү {йәки һалыу, баҫыу) онотолған ауыр кисерештәрҙе иҫкә төшөрөп, күңелгә ауыр итеү. □ Бередить рану, сыпать соль на рану кому. И Куптән башлаған һәм мәңге төҙәлмәй һәр саҡ һулҡылдап һыҙлай торған йәрәхәткә тоҙ һалыу ине был [Суртмаҡ баҫҡаҡтың һуҙҙәре]. К. Мәргән. Йәрәхәткә тоҙ һипмәҫ өсөн ул [Йәнтимер], иптәшенең хәленә кергән булып, аһ-ваһ килмәне. М. Кәрим.
ЙӘРӘХӘТ АЛЫУ (йәрәхәт ал-) ҡ. ҡар. йәрәхәтләнеү. ■ Көҙ көнө Кинйә менән киткәндәр бөтәһе һаҡланмаһа ла, яуҙа ауғандар урынына ла, ауыр йәрәхәт алып ҡайтарылғандар урынына ла яңылар килә торҙо. Ғ. Ибраһимов. Синфи дошман ҡулынан йәрәхәт алған кешеләр тураһында ул [Урманов] әуәлерәк айырым ҡарашта булды. М. Кәрим.
ЙӘРӘХӘТ БӘЙЛӘҮ (йәрәхәт бәйлә-) (Р: перевязать рану; И.: dress the wound; T: yarayı sarmak) ҡ.
Йәрәхәткә махсус бәйләмес һалыу. □ Перевязать рану, наложить повязку.
■ [Галя] шунда уҡ [өлкән лейтенанттың] йәрәхәттәрен бәйләне лә, носилкаға һалып, бында оҙатты. Ә. Хәкимов.
ЙӘРӘХӘТЛЕ (Р: раненый; И.: injured; T: yaralı) с.
1. Йәрәхәте булған, йәрәхәте бар, йәрәхәтләнгән. □ Раненый; травмированный.
■ Шуны ла оноторға ярамай: йәрәхәтле януар, куҙен ҡан баҫып, теләһә ниндәй йыртҡыслыҡҡа барыусан. Ә. Хәкимов. Атыу туҡтағас, бөттөләр, курәһең, тип уйланымы [ҡасҡын], йәрәхәтле аяғын һөйрәңкерәп, сатанлай-сатанлай, яҡын уҡ ҡалған ҡуйы ҡыуаҡлыҡҡа табан йугерҙе. Ә. Хәкимов. Шакир йәрәхәтле ҡулын курһәтергә тип, медсанбатҡа килгәйне. Ә. Чаныш.
2. кусм. Күңел йәрәхәте булған. □ Раненый, травмированный (о душевной боли). Йәрәхәтле йән. И Йылҡыбай уны [Һаб-рауҙы] кутәреп алды. Йәрәхәтле куңе-ленә ҡағылмаҫҡа тырышып, һуҙҙе уның ҡайғыһынан алыҫыраҡ нәмәләргә борҙо. Ә. Хәкимов.
ЙӘРӘХӘТЛӘНЕП БӨТӨҮ (йәрәхәтләнеп бөт-) (Р: израниться; И.: get covered with wounds; T.: yaralanıp bitmek) ҡ.
Бөтә тәне йәрәхәт менән ҡапланыу; күп йәрәхәт алыу. □ Израниться, травмироваться (сильно). Консерва асам тип, йәрәхәтләнеп бөттө. Һуғышта йәрәхәтләнеп бөттө.
ЙӘРӘХӘТЛӘНЕП ҠАЛЫУ (йәрәхәтләнеп ҡал-) (Р: получить ранение; И.: become wounded; T.: yaralanmak) ҡ.
Йәрәхәт алып, эҙе, яраһы һаҡланып ҡалыу. □ Получить ранение, травму, һуңғы алышта йәрәхәтләнеп ҡалды. Аяғы йәрәхәтләнеп ҡалды.
ЙӘРӘХӘТЛӘНЕП ЯТЫУ (йәрәхәтләнеп ят-) (Р: лежать раненым; И.: lie wounded; T.: yaralanmak) ҡ.
Йәрәхәт алып, түшәктә ятыу. □ Быть лежачим раненым, лежать раненым, получить
316