ЙӘРӘШЕҮ
ранение. Ҡаты алыштан һун, йәрәхәтләнеп ята. Дауаханала йәрәхәтләнеп ята.
ЙӘРӘХӘТЛӘНЕҮ (йәрәхәтлән-) ҡ.
1. төш. ҡар. йәрәхәтләү, страд, от йәрәхәтләү. Йәрәхәтләнгән аяҡ. Йәрәхәтләнгән йән. ■ [Биктимер] башын тотоп ҡараны, кәуҙәһен барлап сыҡты, йәрәхәтләнгән ер тапманы. К. Мәргән. Был палатала тағы ике ауырыу: төҙөлөштә башына кирбес төшөп, маңлай һөйәге йәрәхәтләнгән урта йәштәрҙәге бер ханым, йығылып беләген һындырған бер уҡыусы ҡыҙ ята ине. Ф. Әсәнов. Алтынсәс яу менән бик ныҡ һуғышһа ла, уц ҡулы йәрәхәтләнеу сәбәпле, кире ҡайтҡан. М. Ғафури.
2. Йәрәхәт алыу, яралы булыу. □ Получать ранение, травмироваться, получать повреждение, һуғышта йәрәхәтләнеу. ■ [Илғужа ағай] айыу менән алышҡанда ҡаты йәрәхәтләнгән. Д. Бүләков. Шулар [генерал-офицерҙар] бойороғо менән һалдаттар меңәрләп ҡырыла, йәрәхәтләнеп аяҡ-ҡулһыҙ ҡалғандарҙың иҫәбе юҡ. Ә. Хәкимов.
3. кусм. Күңелдә, йөрәктә тәрән борсолоуҙан, ҡайғы-хәсрәттән эҙ барлыҡҡа килеү.
□ Получать душевную рану, травму. ■ Ни генә әйтмә, йөрәк йәрәхәтләнгән, куңел китек. Үткәндәрҙән куңелдә һағыш һәм моң ғына тороп ҡалған. Ғ. Лоҡманов. [Сәхибә:] Йәрәхәтләнгән йөрәккә ағыу һалалар [иремдең улдары]. Ғ. Хәйри.
ЙӘРӘХӘТЛӘП БӨТӨРӨҮ (йәрәхәтләп бөтөр-) (Р.: нанести многочисленные раны; И.: inflict multiple wounds; T.: yaralamak) ҡ.
Тәнгә күп һанлы йәрәхәттәр һалыу.
□ Поранить сильно, нанести многочисленные раны. Ҡулды йәрәхәтләп бөтөрҙөм.
ЙӘРӘХӘТЛӘП ЕБӘРЕҮ (йәрәхәтләп ебәр-) (Р: поранить; И.: wound, hurt; T: yaralamak) ҡ.
Тәндә йәрәхәт барлыҡҡа килтереү. □ Поранить, нанести рану, травму, нанести ранение, травмировать. Ҡолағын йәрәхәтләп ебәрҙе.
ЙӘРӘХӘТЛӘҮ (йәрәхәтлә-) (Р: ранить;
И.: injure; T: yaralamak) ҡ.
1. Тәнде ни менәндер зыянлау, йәрәхәтле итеү; яралау. □ Ранить, нанести рану, трав
му, нанести ранение, травмировать. Атып йәрәхәтләу. Хәнйәр менән йәрәхәтләу. Ҡулды йәрәхәтләу. ■ Ситтән килгән илсене йәрәхәтләп, хатта ҡурҡытып ебәреу ҙә егетлек һаналмай. К. Мәргән. Әле кисә генә бер өйөр буре өс-дурт көтөу һарыҡты боғаҙлап, йәрәхәтләп ташлаған. Ә. Чаныш. Ҡарабай, иң элек һин уҙең йыртҡысты йәрәхәтләп көсөн алғанһың, тип дуҫын маҡтай. «Ҡуҙыйкүрпәс».
2. кусм. Рәнйетеү, йөрәкте әрнетеү. □ Ранить душу, травмировать душу Ҡуңелде йәрәхәтләу. ■ Бигерәк тә Зөбәйҙәнең, йәнәһе, уҙ ауыҙынан сыҡҡан һуҙҙәре нескә куңелдәрҙе ныҡ йәрәхәтләне. М. Кәрим. [Вазифа:] Әгәр ҙә [Ғимай] шул килмәуе менән генә йәрәхәтләһә, был тиклем дә ауыр булмаҫ ине. И. Насыри. Йәшлек, йәшлек... Үҙ юлыңа уҙең яһалма кәртәләр ҡораһың бит... Һуңынан ҡайһындай укенестәр баҫа һине, һағыш төйөнө йөрәгеңде өйкәй ҙә йәрәхәтләй! Й. Солтанов.
ЙӘРӘХӘТ ҺАЛЫУ (йәрәхәт һал-) ҡ. ҡар. йәрәхәтләү. ■ Яу яҙмышы уны [Рамаҙанды ] аяп килде, хатта кескәй генә йәрәхәт һалып интектермәне. Ә. Хәкимов.
ЙӘРӘШЕЛЕҮ (йәрәшел-) ҡ. төш. ҡар. йәрәшеү, страд, от йәрәшеү. ■ Нишләһен инде Зөләйха, йәрәшелгән ҡыҙ Мысыр батшаһына кейәугә сығырға мәжбур була. «Йософ китабы». [Ҡамал — Йәғҙәгә:] Беҙ һинең менән туғыҙ йәштән йәрәшелгәнбеҙ бит. И. Абдуллин. Шул ҡыҙ менән бер туған, унан ике генә йәшкә ҙурыраҡ һөйәрбикә Әлибайға йәрәшелгән. Ғ. Ибраһимов.
ЙӘРӘШЕҮ (йәрәш-) (Р: сосватать; И.: ask in marriage; T: kız istemek) ҡ.
Ҡоҙалау, яусы (ҡоҙа) ебәреү, ҡыҙ һоратыу (әйттереү). □ Сосватать, помолвить. Ҡыҙйәрәшеу. ■ Мәҙәк Шәмғолдың уртансы улы кәләш йәрәште. Р Камал. Бына тиҙҙән арыш урағы етә, арыш урағына төшөр алдынан уллы кешеләр, килен йәрәшеп, туйҙа йөрөргә ашығырҙар, кәйефләнеп ҡалырҙар. Ғ. Хәйри. Йәрәшеп, ҡалым туләнелгәнен алып бирегеҙ тиһә, ҡаршы килмәҫ [атаһы]. Ғ. Ибраһимов. Йәрәшкән кәләше батырҙы ғумеренең һуңғы сигенә тиклем ошонда
317