Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 318


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙӘРӘШТЕРЕҮ
көтә. Д. Бүләков. • Егет инем — солтан инем, йәрәштем — хан булдым, ҡатын алдым — хур булдым. Мәҡәл.
ЙӘРӘШТЕРЕҮ (йәрәштер-) ҡ. йөкм. ҡар. йәрәшеү, понуд. от йәрәшеү. ■ [Ш.М.Иб-раһимовтыц] «Ҡырғыҙҙар. Этнографик очерк» .. тигән хеҙмәте ҡаҙаҡ халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, .. ҡыҙ менән егетте йәрәштереу, туй йолалары, бала тыуыу, баланы һаҡлау менән бәйле йолаларҙы бик ентекләп теркәуе менән етди ғилми әһәмиәткә эйә. Р. Шәкүр. [Тәнкәбикә:] Шул ҡорҙа Ырыҫҡол бей менән Илмырҙа бей, һеҙҙе йәрәштереп, туҫтаҡ эсте. М. Кәрим.
ЙӘСАРӘТ [ғәр. (Р: смелость; И.: courage; T.: cesaret) и. иҫк. кит.
Батырлыҡ, ҡыйыулыҡ. □ Смелость, храбрость, мужество, неустрашимость. Йә-сарәт ҡылыу. ■ Был беренсе муафәҡиәттән йәсарәт алып, бик дәрт менән ижтиһад ҡылырға керештем. М. Ғафури.
ЙӘСАРӘТ ИТЕҮ (йәсарәт ит-) (Р.: осмелиться; И.: dare; T: cesaret etmek) к. иҫк. кит.
Баҙнат итеү, ҡыйыуланыу, баҙыу. □ Осмелиться, набраться храбрости. ■ Уларҙың [ҡыҙҙарҙың], электрҙың ағып торған нурҙары араһында, балҡып торған йөҙҙәрен нисек итеп шаҙра айға тәшбиһ итергә йәсарәт итәйем? М. Ғафури.
ЙӘСАРӘТЛӘНЕҮ (йәсарәтлән-) (Р: осмелиться; И.: dare; T.: cesaretlenmek) ҡ. иҫк. кит.
Баҙнат итеү, батырсылыҡ итеү. □ Осмелиться, решиться. ■ Музыка быларҙың [гузәл ханымдарҙың] ғишҡына нисек матур тауыш сығара, әллә ниндәй айырылышыуҙарҙы, бик ҡыҙыҡ гузәл манзараның тиҙ генә бөтөуен иҫкә төшөрөп, йәсарәтләнә. М. Ғафури, һис бер инсан уға ҡаршы торорға йәсарәтләнмәҫ ине. М. Аҡмулла.
ЙӘСИҒ [ғәр. ‘киске намаҙ’] (Р: вечерние сумерки; И.: gloaming; T.: alaca karanlık) и. иҫк.
1. Эңер төшкән, киске шәфәҡ байыған ваҡыт. □ Вечерние сумерки. Йәсиғ етте. ■ Оҙаҡ та утмәне, йәсиғ ваҡыттарында, поезд гөжләп торған ҙур бер вокзалға ба
рып туҡтаны. А. Таһиров. Йәсиғ уҙған, төн уртаһы яҡынлашҡан, тирә-яҡты ҡараңғылыҡ тамам баҫҡан. Ш. Бабич.
2. дини. Шул ваҡытта уҡыла торған намаҙ. □ Вечерняя молитва, вечерний намаз. Йәсиғ уҡыу. Йәсиғ ваҡыты етте. Йәсиғ уҡырға әҙерләнеу.
ЙӘСИҒ НАМАҘЫ (Р: вечерняя молитва; И.: evening prayer; T: akşam namazı) и. дини.
Ҡояш байығас уҡыла торған киске намаҙ.
□ Вечерняя молитва, вечерний намаз (совер-шается после захода солнца). И [Ҡарамыш:] Ашап-эсеп, бер аҙ ял иткәндең һуңында ху-жамйәсиғнамаҙынайыйынабашланы. И. Насыри. [Мәрйәм:] Ғәлләм ағай, ни эшләйбеҙ, йәсиғ намаҙы еткән икән? М. Ғафури. Этҡол .. кирәгә башындағы ҡыҙыл башлы ҙур һөлгөнө алды ла, һөртөнөп, намаҙлығын йәйеп, йәсиғ намаҙын уҡырға кереште. Т. Хәйбуллин.
ЙӘСИН АҒАСЫ (Р: ясень; И.: ash; Т: dişbudak) и. бот.
Зәйтүн ағастар ғаиләһенә ҡараған ҡыйғас япраҡлы, ҡаты олонло бейек ағас; ҡорос ағас. □ Ясень (лат. Fraxinus). ■ Был [киң япраҡлылар] төркөмгә саған, бук, йәсин ағасы, эвкалипт һ. б. ҡарай. Интернет селтәренән.
ЙӘСЛӘ [рус. ясли} (Р: кормушка; И.: (feeding-)rack; T: yemlik) и. диал.
Малға бесән һала торған урын. □ Кормушка. Бесәнде йәсләгә һалыу. Йәслә эшләу. Йәсләне һыйыр баҫып емергән.
ЙӘСМИН I [ғәр. û^m] (Р: жасмин; И.: jasmin; T: yasemin) и. бот.
Хуш еҫле аҡ сәскә ата торған ҡыуаҡ.
□ Жасмин, чубушник. / Жасминный (лат. Jasmmum). Бакса йәсмине. Йәсмин уҫтереу. й Бар тәбиғәт биҙәкләнгән йәсмин менән, нәркәс гөлө ғәжәпләнеп ергә баҡҡан, гуйә, былбыл әсәһенә буләк өсөн ауыҙына алһыу ҡыҙыл сәскә ҡапҡан. М. Сөндөклө.
ЙӘСМИН II (Р: жасминный; И.: jasmin; T: yasemin) с.
Йәсмингә хас; йәсмингә ҡараған. □ Жасминный, жасминовый. Йәсмин еҫе. Йәсмин майы.
318