ЙӘТЕШЛЕ
ЙӘСМИН III (Р.: дух ячменя; И.: spirit of the sty; T: arpacık ruhu) и. миф. диал.
Күҙгә сыҡҡан арпа эйәһе. □ В башкирской мифологии: дух ячменя на глазу. И Йәсмин, Йәсмин! Мэ, кукеш! Экспедиция материалдарынан.
ЙӘСТИҠ и. ҡар. йәсиғ. Йәстиҡ намаҙын уҡыу. ■ [Юлдыбикә:] Кисә бик әйбәтләп йәстиҡ намаҙымды уҡып алғас, Хөснөтдин хәҙрәтте .. уйлап ултырҙым. Т. Хәйбуллин.
ЙӘСТҮ [фарс. ] и. ҡар. йәсиғ. ■ Бына ҡарттар йәсту намаҙынан сыҡты.
3. Биишева. [Олуғ әмир:] Мин иһә йәсту намаҙы утеу менән, Шәйхелислам хәҙрәттең хәлен белергә барырмын. Ә. Хәкимов. Фәузиә, сығып эттәргә аш ҡойғас, тәһәрәт алды, йәсту намаҙын уҡыны ла тушәк йәйеп, йоҡларға әҙерләнде. Т. Ғарипова.
ЙӘТЕШ I (Р.: удобный; И.: easy-to-use; T.: rahat) с.
1. Тотоноу, файҙаланыуға уңайлы; йәпле.
□ Удобный. Йәтеш ҡорал. Йәтеш кәрәк. Йәтеш бысаҡ.
2. Ҡуйыу, урынлаштырыу өсөн уңайлы; йәпле. □ Удобный. Йәтеш шкаф. ■ Юлдаш йәтеш кенә һикәлтә булып һыу эсенә ослайып ингән яҫмаҡ ташҡа атланып ултырҙы ла аяҡтарын һыуға тыҡты. 3. Биишева. Кешеләр, йәтеш урын һайлап, йәшел уләнгә ултырҙылар, сход тышта булды. Ж. Кейекбаев.
3. Торош, килбәте килешле. □ Складный, аккуратный; удобный. Йәтеш кәуҙәле. ■ Белорет вокзалында уларҙы, Таһир ҡулына бер моҙға сейәле май, киптерелгән ит тоттороп, Зияфтың уҙе кеуек йәтеш кенә кәуҙәле атаһы оҙатып ҡала. Р. Өмөтбаев.
4. Эш-хәлгә яйлы. □ Удачный, подходящий, хороший.
5. Урыны, яйына килешле; ҡулай.
□ Удобный. ■ [Ғабдулла:] Кылыстың арғы башында һәләк йәтеш ҡамышлыҡ бар. М. Кәрим.
6. Ҡатмарлы түгел, мәшәҡәтһеҙ; анһат.
□ Лёгкий, необременённый; удобный. Йәтеш тормош. ■ Эште сурәкәй уйнауҙан башлап алып китәбеҙ. Тәнде яҙыу, сәм
ҡуҙғатып алып китеу өсөн, һәләк йәтеш уйын ул. Н. Мусин.
ЙӘТЕШ II (Р: удобно; И.: easy-to-use; T: rahat) р.
1. Тотоноу, файҙаланыуға уңайлы итеп; йәпле итеп. □ Удобно. Эләктерергә йәтеш булыу.
2. Ҡуйыу, урынлаштырыу өсөн уңайлап; йәпле итеп. □ Удобно. Йәтеш ҡуйыу. Йәтеш һалыу. Йәтеш урынлаштырыу.
3. Торош, килбәтен килешле итеп.
□ Аккуратно, удобно. Йәтеш ятыу. Йәтеш ултырыу.
4. Эш, хәлгә яйлы итеп. □ Удачно, хорошо. ■ Йәтеш булды — [Ғумәр Кырымғужин] алам тигән бөтә нәмәһе бер ук хужалыҡ тауарҙары магазинында бар икән. Н. Мусин.
5. Урыны, яйына килешле итеп; ҡулайлап. □ Удобно, m Салауат образы Эльбрус Ниғмәтуллинға — башҡорт егете данын ку-тәргән замандашыбыҙға — бик йәтеш тура килә. «Йәшлек», 4 сентябрь 2010.
6. Ҡатмарлы түгел, мәшәҡәтһеҙ; анһат.
□ Лёгко, удобно. Йәтеш тормош. ■ Эште сурәкәй уйнауҙан башлап алып китәбеҙ. Әбей менән бабай йәтеш кенә итеп тороп яталар, ти. Әкиәттән. [Сынтимер] һыңар ҡуллы булыуына ҡарамаҫтан, ғәжәп йәтеш итеп тәмәке яһаны ла төтөнөн ситкә өрөп ебәрҙе. Ә. Хәкимов.
ЙӘТЕШ ИТЕҮ (йәтеш ит-) (Р: правильно сделать; И.: do right; T: iyi etmek) ҡ.
Кемдеңдер эшен хуплағанда әйтелә; яҡшы итеү. □ Правильно сделать. Кайтып йәтеш иткәнһең. ■ [Мырҙабай:] Бына, бисәнең тыйыуына ҡарамайынса, Имәнҡулға барып йәтеш иттем дә баһа. Н. Мусин.
ЙӘТЕШ КЕШЕ (Р: спокойный человек; И.: quiet person; T: sakin kişi) и.
Ығы-зығыһыҙ, мәшәҡәтһеҙ, анһат ҡына, ипле генә йөрөгән кеше. □ Спокойный, покладистый человек. Куршем йәтеш кеше булып сыҡты. Йәтеш кеше менән эш итеуе уҙе бер бәхет.
ЙӘТЕШЛЕ (Р: удобный; И.: convenient; T: rahat; kullanışlı) с.
Йәтеш килгән, уңайлы. □ Удобный, подходящий. Йәтешле ваҡытты көтөу.
319