ЙӘТЕШЛЕК
■ Мылтыҡлылар тау үркәсенең сусайы-шып үҫкән гранит таштары араһынан һәр ҡайһыһы үҙенсә йәтешле урын һайлап, юлға ҡарап боҫоп ятты. 3. Биишева. Үҙенең [Гөлбаныуҙың] ун биш йәшендә тиңдәштәренән буйсанлығы менән айырылып торған ҡыҙға итектәренә тиклем йәтешле булды. Т. Гарипова. [Шаҡман түрә] улына исем, үҙенеке кеүек йәтешле исем эҙләне. К. Мәргән.
ЙӘТЕШЛЕК (йәтешлеге) (Р.: удобство; И.: conveniency; T.: kolaylık; rahatlık) и.
Йәтешле булыу уңайлыҡ. □ Удобство. Юл йәтешлеге. ■ [Николай Петрович] ат арбалы юлдың оҙонлоғонан, форсаттың йә-тешлегенән файҙаланып, оҙаҡламай барып етәһе ауыл хәлдәрен алданыраҡ белә торорға сәмләнеп, һәләк булған полкташының һуғышҡа тиклемге ғүмер юлын барланы. Й. Солтанов.
ЙӘТЕШЛӘНДЕРЕҮ (йәтешләндер-) ҡ. йөкм. ҡар. йәтешләнеү, понуд. от йәтешләнеү. Йәтешләндереп ҡуйыу. Йәтешлән-дереп һалыу.
ЙӘТЕШЛӘНЕҮ (йәтешлән-) ҡ.
1. төш. ҡар. йәтешләү 2. страд, от йәтешләү 2. Урын йәтешләнде. ■ Ярыҡ кирбестәр йәтешләнгән урындарынан ҡуптарылып, ситкә быраҡтырылды. Й. Солтанов.
2. ҡайт. ҡар. йәтешләү 1. возвр. от йәтешләү 1. Юлға йәтешләнеп тороу. Йәтешләнеп ятыу. ■ [Байрас] унан ситән буйына барып, аяҡ бөкләп, йәтешләнеп ултырҙы. 3. Биишева. «Осмайым, барыбер менәм!» — тигән сәмсел уй үтә баштан һәм тағы бер ысырғанып тырмашыуым була — мин аттың өҫтөнә йәтешләнеп менеп ултырам. Н. Мусин.
ЙӘТЕШЛӘҮ (йәтешлә-) (Р: готовить; И.: prepare (for); T.: hazırlamak) ҡ.
1. Тейешле, әҙер хәлгә килтереү; әҙерләү. □ Готовить, приготавливаться. Урын йәтешләү. Тамаҡҡа йәтешләү. Бесән йәтешләү.
■ Тимер карауатты индереп, Фәриҙәгә урын йәтешләй башланылар. Р. Солтангәрәев. Хужалар ятыр урын йәтешләй башланы.
3. Ураҡсин.
2. Уңайы, яйына килтереү; килештереү.
□ В форме деепричастия на -п выступает в функции наречия «удобно, аккуратно». Йәтешләп ятыу. Йәтешләп теҙеү. Йәтешләп һөйләү. ■ Сәлих урынынан торҙо. Төйөнсөгөн арҡаһына бестерәүләп йәтешләп аҫты. С. Агиш. Походҡа китәсәк ир-егеттәр уҡ башаҡтарын үткерләй, янға яңынан кереш тарта, сәп атып ҡарап, уҡ һайлап, уларҙы йәтешләп һаҙаҡтарына тултыра. Н. Мусин. Ул туры атҡа һуйылы менән берҙе һыҙырҙы ла, кырандасҡа йәтешләп ултырып, Рабиғаға ни әйтәсәген уйларға тотондо. М. Хужин.
ЙӘТЕШ ТОРОУ (йәтеш тор-) (Р: быть готовым; И.: be ready; T: hazır olmak) ҡ.
Әҙер тороу. □ Быть готовым к чему-л. Юлға йәтеш тороу. Китергә йәтеш тороу. Бесәнгә йәтеш тороу.
ЙӘТЕШҺЕҘ (Р: неудобный; И.: uncomfortable; inconvenient; T: rahatsız, elverişsiz) c.
Йәтеш килмәгән; килешһеҙ, уңайһыҙ.
□ Неудобный, неподходящий. Йәтешһеҙ ваҡыт. Йәтешһеҙ урын. ■ [Камил — Рә-үефкә:] Ә һин шул йәтешһеҙ дөрөҫлөктөң эҙенә төшкәнһең. Ә. Хәкимов. • Көрө һүҙ ҡолаҡҡа йәтешһеҙ. Мәҡәл.
ЙӘТЕШҺЕҘЛЕК (йәтешһеҙлеге) (Р: неудобство; И.: inconvenience, discomfort; T: rahatsizlık) и.
Йәтешһеҙ, уңайһыҙ булыу □ Неудобство. Йәтешһеҙлек тыуҙырыу. Йәтеш-һеҙлектәргә күнеү. Йәтешһеҙлектәре күп.
ЙӘТИМ I [ғәр. (Р: сирота; И.: orphan; T.: yetim) u.
1. Ата-әсәһе йәки икеһенең береһе булмаған бала йәки үҫмер. □ Сирота. Йәтим яҙмышы. Үкһеҙ йәтим. Йәтимдәр йортона урынлаштырыу. ■ Картатайым үлеп киткәс, атайым алпауытта эшен ташлап ҡайтырға, өс йәтимде ҡарап үҫтерергә тейеш була. «Ағиҙел», №3, 2010. [Малайҙар:] Беҙ — йәтимдәр, тәрбиәһеҙ урамда ҡалған балалар, торор еребеҙ, кейер кейемебеҙ юҡ. Хәлегеҙҙән килгән тиклем бирһәгеҙ ине. И. Насыри. Йәтимдәрҙең иң кескәйе Йосоп исемле булған. «Йософ менән Зөләйха тарихы». • Йәтимдең ауыҙы ашҡа тейһә, мо
320