ЙӘТИМҺЕРӘҮ
роно ҡанар. Әйтем. Инәһе юҡ ҡыҙ — йәтим, атаһы юҡ ул — йәтим. Әйтем.
2. Нимәнәндер мәхрүм булған кеше. □ Сирота, обделённый чем-л. ■ Туғанынан яҙған — ярты йәтим, туған теленән яҙған — мец йәтим. Р. Бикбаев.
ЙӘТИМ II [ғәр. еАз] (Р: осиротелый; И.: orphaned; T.: yetim) с.
1. Ата-әсәһе йәки икеһенең береһе булмаған. □ Осиротелый, осиротевший; сиротский. Йәтим бала. ■ Көскә ултырып та етмәгән йәтим үҫмерҙәр — әсәләренең, кесе туғандарының берҙән-бер таянысы. Ә. Хәкимов. Рәис беҙҙең арала берҙән-бер йәтим малай ине. Н. Мусин. [Хөсәйен:] Мин йәтим кеше, илем дә, һыуым да, төбәп барған ерем дә юҡ. Әкиәттән.
2. кусм. Яңғыҙ. □ Одинокий, сирота. ■ [Ел] иманһыҙ, укһеҙ йәтим япраҡтарҙы ҡайһылай теләй, шулай быраҡтыра. И. Абдуллин. Башын һалып Зәки эшкә кергән йәтим Башҡортостан бәхетенә, валлаһи, ул һатмаҫ тыуған илен донъя аҡсаһына, тәхетенә. Ш. Бабич.
ЙӘТИМ БИСӘ (Р: вдова; И.: widow; T.: dul) и. диал.
Тол ҡатын. □ Вдова. Йәтим бисәне ҡыйырһытһаң, ҡарғышы төшә. Куршемдә йәтим бисә йәшәй.
ЙӘТИМДӘР (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.:bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Мырҙалар ырыуының аймағы. □ Название одного из родовых подразделений башкир рода мурзалар.
ЙӘТИМДӘР ЙОРТО (Р: детский дом; И.: children’s home; T: kimsesiz çocuklar yurdu; yetiştirme yurdu) и. диал.
Балалар йорто. □ Детский дом, сиротский приют. Йәтимдәр йортона тапшырыу. И Бер көндө Зөлфәт иртәләп ҡайтты ла Сәйҙәне алғы яҡҡа саҡырып сығарҙы. «Гөлнара баланы йәтимдәр йортона бирергә ниәтләй», — тине ул. «Шоңҡар», № 4, 2011.
ЙӘТИМ-ЕЛПЕ и. диал. йыйн. ҡар. йәтим-еһер. Йәтим-елпенең куҙ йәше төшә. Йәтим-елпене ҡыйырһытма.
ЙӘТИМ-ЕҺЕР (Р: сироты; И.: orphans; T: yetimler) и. йыйн.
Йәтим балалар; йәтимдәр. □ Сироты. Йәтим-еһер йыйылған. Йәтим-еһерҙе эш менән тәьмин итеу.
ЙӘТИМ ҠАЛЫУ (йәтим ҡал-) (Р: осиротеть; И.: become an orphan; T: öksüz kalmak) ҡ.
Ата-әсәһеҙ йәки икеһенең береһенән ҡалыу. □ Осиротеть. И Унынсы йәшенә сыҡмыш улан Әсмә ата вә әсәнән, һәм дә иң ғәзиз вә иң мәрхәмәтле ата вә әсәнән, йәтим ҡалды. Р. Фәхретдин. Еңеү яҙы. Хәтер һандығынан аҡ мәрйендәр ҡатыш ҡара мәрйен алып таға йәтим ҡалғандар. Т. Ғәниева.
ЙӘТИМЛЕК (йәтимлеге) (Р: сиротство; И.: orphanhood; T.: yetimlik) и.
Йәтим хәле; йәтим булыу. □ Сиротство. Йәтимлектә үткән балалыҡ. ■ Әле шып-шым, тып-тын, гуйә, теге сәукә балалары, йәтимлектәрен тойоп, бер мөйөшкә һырығышҡан. Р. Камал. Әхмәтте ул да [угәй атаһы] уҙ балаһы кеуек курә ине, уға йәтимлек елен ҡағылдырмаҫҡа тырышты.
3. Ураҡсин.
ЙӘТИМСЕЛЕК (йәтимселеге) и. ҡар. йәтимлек. Йәтимселек тойғоһо. Йәтимселектә йәшәу.
ЙӘТИМҺЕРӘТЕҮ (йәтимһерәт-) (Р: постоянно обижать; И.: keep offending; T: incitmek) ҡ.
Йәтим итеп ҡарау; йәтимһетеү, ситләтеү, тибеү. □ Относиться как к сироте к кому, постоянно обижать кого. Балаларҙы йәтимһерәтеү. ■ [Айбулат — Гөлйөҙөмгә:] Илама. Балаларҙы яҡшы ҡара, йәтимһерәтмә. Һ. Дәүләтшина.
ЙӘТИМҺЕРӘҮ (йәтимһерә-) (Р: чувствовать себя сиротой; И.: feel as an orphan; T: kendini yetim gibi hissetmek) ҡ.
1. Йәтимлектә йонсоп бойоғоу, үҙеңде йәтим итеп һиҙеү; йәтимһеү. □ Чувствовать себя сиротой. Бала йәтимһерәп йөрөй. Йәтимһерәп китеү.
2. кусм. Ташландыҡ, буш, күңелһеҙ хәлдә булыу. □ Осиротеть. Йорт йәтимһерәп ҡалған. ■ Байгилдин тәҙрә ҡапҡастары бик
11 - 1.0117.12
321