Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 322


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙӘТИМҺЕТЕҮ
ләнеп, йәтимһерәп ултырған бер өйҙө кур-һәтте. X. Ғиләжев.
ЙӘТИМҺЕТЕҮ (йәтимһет-) ҡ. ҡар. йәтимһерәтеү. Баланы йәтимһетеу. Йәтимһетеп ҡарау. Үҙ балаһы булмағанға, ҡыҙҙы йәтимһетә.
ЙӘТИМҺЕҮ (йәтимһе-) ҡ. ҡар. йәтимһерәү 1. Ҡыҙ йәтимһеп йөрөй. Ата-әсәһе ҡайтып киткәс, бала йәтимһей.
ЙӘТИМӘ [ғәр. (Р.: девочка-сиротка; И.: orphan girl; T.: yetim) и.
Йәтим ҡыҙ. □ Девочка-сиротка. Йәтимә өйө.
ЙӘТИМӘК (Р.: осиротевший; И.: orphaned; T.: yetim) с. диал.
Йәтим ҡалған (мал йәки ҡош-ҡорт балаһына ҡарата). □ Осиротевший, осиротелый. Йәтимәк бәрәс.
ЙӘТИНКЕ с. диал. ҡар. сәүек 1. Йәтинке эт. Йәтинке эт абалауы. Йәтинке эт өрә.
ЙӘТМӘ I (Р: самострел; И.: crossbow; T.: mancınık) и.
Яны менән сиртеп ҡыҫа торған ҡорал (ваҡ йәнлеккә, ҡуянға ҡуйыла): □ Самострел (вид ловушки). ■ Мылтыҡтар, йәтмәләр, тоҙаҡтар, шалтырауыҡтар менән ҡоралланған кешеләр турғайҙарға ҡаршы ҡот осҡос ҡанһыҙ һуғыш иғлан итәләр.
Э. Ишбирҙин.
ЙӘТМӘ II (Р: сачок; И.: net; T.: kepçe) и.
1. Тоҡ рәүешендәге ваҡ ау йәки йылымдың тоғо. □ Сачок. Йәтмә менән кубәләк тотоу. Балыҡ йәтмәһе. Йәтмә ҡороу. ■ Бер лапаҫ алдында, кибергә эленеп, йыйып алырға онотолған балыҡсы йәтмәһе тора. Б. Рафиҡов. [Даль] һыуға эйелгән ҙур тирәк төбөнән йәтмә менән балыҡ аулаусыларҙы куреп ҡалды, улар эргәһенә барып, мөцгөр-мөцгөр һөйләшеуҙәренә ҡолаҡ һалып торҙо.
3. Ураҡсин.
2. кусм. Кешене алдар өсөн эшләгән хәйлә. □ Ловушка, хитрая уловка. Берәуҙец йәтмәһенә эләгеу. ■ Әлбиттә, Боғара ғәскәре ҡырылып бөтәсәк, ә нуғайҙар, йәтмәнән ысҡынып, хан урдуғаһына имен-аман барып етәсәк. Ә. Хәкимов. Башҡортостан бер ҡоллоҡтан ҡотолоп өлгөрмәне, икенсе-һенә, йәтмәнец ҡатырағына эләкте. Ә. Хә
кимов. [Ағинәй:] Харап итә инде баланы [Сәхипгәрәй]. Уныц йәтмәһе шундай .. эшләнгән, ҡайһы яҡтан барып ингәнеңде лә һиҙмәй ҡалаһың И. Ғиззәтуллин.
ЙӘТМӘ III и. диал. ҡар. ейәк. Ҡатмар ситенә йәтмә баҫыу. Йәтмәне бәйләу. Ебәк йәтмә. Йәтмә тағыу.
ЙӘТМӘ IV и. диал. ҡар. йәтсә. Аҡ йәтмә. Йәтмә өцө.
ЙӘТМӘ V (Р: перепонка (гусиных лап); И.: web; T.: zar) и. диал.
Яры. □ Перепонка (гусиных лап). Ҡаҙ йәтмәһе.
ЙӘТМӘ-ЙЫЛЫМ (Р. : сачки и сети; И.: landing nets and fishing nets; T.: kepçe) и. йыйн.
Йәтмә һәм йылымдар. □ Сачки и сети. Йәтмә-йылым әҙерләу. ■ Өй беренсә — ау, йәтмә-йылым, йәй буйы һыу буйынан кеше өҙөлмәй. М. Ямалетдинов.
ЙӘТМӘЛӘҮ I (йәтмәлә-) (Р: добыть при помощи самострела; И.: get with a crossbow; T.: mancınık ile avlamak) ҡ.
Йәтмә (I) ҡороу. □ Добыть при помощи самострела, самострелом. Төлкөнө йәтмәләп тотоу. Ҡуян йәтмәләу. Ҡыш көнө шәшкене йәтмәләйҙәр.
ЙӘТМӘЛӘҮ II (йәтмәлә-) (Р: ловить сачком; И.: fish with a landing net; T.: kepçe ile tutmak) ҡ.
Йәтмә (II, 1) ҡороу. □ Ловить сачком. Балыҡ йәтмәләу. Бәрҙене йәтмәләп тотоу. Кулдә йәтмәләу.
ЙӘТМӘЛӘҮ III (йәтмәлә-) (Р: скрестить; И.: cross one’s arms; T.: kollarını göğsünde çaprazlamak) ҡ. диал.
Ҡулды ҡаушырыу. □ Скрестить (о пальцах, руках). Ҡулдарын йәтмәләп ултырыу. Ҡулдарҙы йәтмәләп тороу. ■ Миһран ҡулдарын йәтмәләп эләктереп елкәһенә ҡуйған да, салҡан төшөп диванда ята. Картотека фондынан.
ЙӘТМӘ МУҠСА (Р: сетка; И.: netting; T.: ağ) и.
Бәләкәй ау, йылым. □ Сетка (для ловли рыбы). Йәтмә муҡсаһы алып балыҡҡа барыу. Йәтмә муҡсаһы уреу.
ЙӘТМӘ ҮРЕҮ (йәтмә үр-)
322