ЙӘҮҘӘТ
1. ҡар. йәтмәләү II.
2. Хәйлә ҡороу. □ Плести интригу; придумывать уловку Курше йәтмә урергә оҫта. Бармаҫ өсөн йәтмә уреу.
ЙӘТМӘ ҺАЛЫУ (йәтмә һал-) (Р.: поставить сеть; И.: net; T.: kepçe koymak) ҡ.
Балыҡ тотоу өсөн йәтмә ҡороу □ Поставить сеть. Балыҡҡа йәтмә һалыу. Йәтмә һалып ҡайтыу. Йәтмә һалырға барыу.
ЙӘТСӘ (Р.: ласка; И.: least weasel; T.: gelincik) и. зоол.
һыуһарҙар ғаиләһенә ҡараған бәләкәй генә нәҙек оҙон йыртҡыс йәнлек. □ Ласка (лат. Mustela nivalis). Аҡ йәтсә. Йәтсә өцө. ■ [Рәшит — Гнедковҡа:] Ана, курә-һеңме, йәтсә ҡарҙан башын сығарып ҡарап тора. Ә. Бикчәнтәев. Һайғаҡ аҫтынан сығып, шаулап йөрөргә башланы барса сысҡандар, ҡомаҡтар, аҫ вә әрлән, йәтсәләр. Ш. Бабич. Элегерәк заманда ыласын менән һунарлағандар, шәшкегә, аҫ һәм йәтсәгә — тәпе, ә эре йәнлеккә — бурегә, төлкөгә — ҡапҡан һалғандар. Р. Өмөтбаев.
ЙӘТТӘ (Р: пчелиная обножка; И.: pollen load; T.: polen, çiçek tozu) и.
Бал ҡорттарының аяҡтарына йәбешеп ҡайтҡан үҫемлек һеркәһе. □ Пчелиная обножка. Йәттә уҙенсәлектәре. Йәттә витаминдарға бай. Йәттә сифаты.
ЙӘТӘС I (Р: дужка; И.: aifoil section; T.: kuşların göğüs kemiği) u.
1. анат. Ҡоштоң саталы түш һөйәге. □ Дужка (грудная кость у птиц). Ҡаҙ йәтәсе. Тауыҡ йәтәсе. ■ Ғәҙәтемә ингән, өҫтәлгә бешкән тауыҡ ҡуйыуҙары була, мин уға-быға ҡарамай, йәтәсен айырып алам. Картотека фондынан. Фриц, ни эшләгәнен уҙе лә аңламаҫтан, гранатаның шартлаусы запалына ҡуйылған ҡулсаһын тартып өҙҙө. Хәҙер ни ҡаҙ йәтәсенә оҡшап торған ике сатлы һаҡлағыстан бармаҡты ыскындырырға ғына кәрәк. Ғ. Ибраһимов. Уйылдан сыңарсаҡ бармағы менән йәтәстең бер асаһын ҡыҫты. Н. Мусин.
2. этн. Шул һөйәкте айырышып уйнай торған отош уйыны (отҡан кешегә нимәлер бирергә алдан һөйләшеп, йәтәс һөйәген ике сатаһынан икәу тотоп һындыралар ҙа,
бер-береһенә уҙ ҡулынан ниндәйҙер әйбер тотторорға тырышалар; тотҡан саҡта «иҫемдә» тип әйтһә, отолмай, онотҡан булып, шуны әйтмәһә, «йәтәс» тип, уны оталар ). □ Держать пари, ломая куриную дужку (игра, рассчитанная на забывчивость одного из спорящих). Йәтәс айырышыу. ■ [Прокурор] отоша алмай бик оҙаҡ йөрөгәндән һуң, ҡапыл: «Йәтәс!» — тигәндәй булды. С. Агиш. Йәтәс айырып оттом ағайымды. Экспедиция материалдарынан.
3. тех. Сәп алыҫлығына ҡарап, мылтыҡтың ҡалҡытып төшөрмәле мәрәйлеге.
□ Прицел ружья. Мылтыҡтың йәтәсе. Винтовканың йәтәсе. Йәтәс планкаһы.
4. Саталап сигелгән биҙәк. □ Узор вязки в форме дужки. Йәтәс биҙәге. Йәтәс биҙәген бәйләу.
5. миф. Ырым-ышаныуҙарҙа ҡулланылған, өлөш төшөнсәһе менән бәйле ҡош һөйәге. □ Мифологизированная кость птицы, связанная с понятием доли и применяемая в гаданиях, розыгрышах, играх.
ЙӘТӘС II и. диал. ҡар. сапҡы. Йәтәс менән кәбеҫтә турау. Йәтәсте уткерләу. Йәтәс менән сабыу.
ЙӘТӘС АЙЫРЫШЫУ (йәтәс айы-рыш-) (Р: держать пари; И.: bet; T.: bahse tutuşmak) ҡ.
Йәтәс (1,2) уйынында йәтәсте һындырыу.
□ Держать пари, ломая куриную дужку. Һеңлем менән йәтәс айырыштыҡ. ■ [Миңлегөл:] Уйылдан ағай, йәтәс айырышайыҡ. Н. Мусин.
ЙӘТӘСЛЕ (Р: с прицелом; И.: with ап eyesight; T.: nişangahı olan) с. тех.
Йәтәсе (I, 3) булған. □ С прицелом. Йәтәсле мылтыҡ. Йәтәсле винтовка алыу. Йәтәсле мылтыҡтан атыу.
ЙӘТӘС ОТОУ (йәтәс от-) (Р: выиграть пари; И.: win a bet; T.: oyunu kazanmak) ҡ.
Йәтәс уйынында еңеү. □ Выиграть пари (в игре «Йәтәс»). Ағайымды йәтәстә оттом.
ЙӘТӘС ҺӨЙӘГЕ и. анат. ҡар. йәтәс 1,1.
Йәтәс һөйәге эләгеу. Тауыҡтың йәтәс һөйәге. Йәтәс һөйәген айырыу.
ЙӘҮҘӘТ [ғәр. (Р: превосходство; И.: advantage; T.: cevdet) и. иҫк. кит.
и*
323