ЙӘҮЖӘ
Юғары сифат, өҫтөнлөк. □ Превосходство; высокое качество, достоинство; преимущество. Йәуҙәт курһәтеу.
ЙӘҮЖӘ и. астр. ҡар. жәүзә. Йәужә бөрөжө. Йәужә йондоҙлоғо аҫтында тыуыу.
ЙӘҮКӘ [рус. явка\ (Р.: весть; И.: news; T.: haber) и.
Саҡырыу, өндәү йәки юғалған нәмәне эҙләү хәбәре. □ Весть, молва, огласка. Йәукә һалыу. ■ [Сәлиха — Мырҙашҡа:] Әлимәм дә Әлимәм тип, бөтә донъяға йәукә һалдыц бит!.. Д. Юлтый. [Ғәләу] инспектор менән бергә ҡапҡанан сығып, союзға йәукә һалырға китте. Т. Йәнәби. Немец буржуйҙары йәукә һала, сит илдәрҙән ғәскәр саҡыра. Д. Юлтый.
ЙӘҮКӘЛӘҮ (йәүкәлә-) (Р.: оповещать; И.: notify; T.: duyurmak) ҡ.
1. Халыҡҡа берәй хәбәр һалыу; йәүкә һалыу. □ Оповещать, извещать (всех); поднимать шум, тревогу. // Оповещение, извещение. Йәукәләп эҙләу. ■ Осланмаған эштәре, әйтелмәгән һуҙҙәре уны [аҡһаҡалды] шулай дәртләндереп, йәукәләп йөрөтә был донъяла. Г. Яҡупова. [Фәйзрахман ағай:] Көн элгәре йәукәләмәгеҙ, ҡыҙҙар. Н. Мусин. [Мәҙинә] һыу буйҙарын байҡаны башта, эргәләге сауҡалыҡҡа инеп йәүкәләне — һис берәу тауыш бирмәне. Т. Ғарипова.
2. диал. Ошаҡлау. □ Ябедничать, доносить. Йәукәләп йөрөу. Хужаға йәукәләу. ■ Осраған бер кешегә йәукәләп йөрөй торған эш тугел. Н. Мусин.
ЙӘҮКӘСЕ (Р: ябедник; И.: squealer; Т.: gammaz) и. диал.
Ошаҡсы. □ Ябедник; ябедница. Йәукәсе булыу. Йәукәсегә оҡшаған.
ЙӘҮЛӘҮ (йәүлә-) ҡ. диал. ҡар. ниәтләнеү. ■ Ташбатҡан халҡы эштец әрәсәһенә төшөнөп алған. Баҡтиһәң, улар Ташбатҡан ауылының урманын алырға йәуләгәндәр. Ж. Кейекбаев.
ЙӘҮМ [ғәр. (Р: день; И.: day; T.: gün) и. иҫк. кит.
Көн, тәүлек. □ День, сутки. ■ Сон тигән ауылға еткәнебеҙҙә, [Ялсығол] донъянан утте, алтмыш биш йәшендә, рәжәб айында, жәузәнең егерме алтынсы йәумендә,
тарих һижри 1200 йылында, ҡуй йылында. М. Өмөтбаев.
ЙӘҮҺӘР I [ғәр. >»] (Р: драгоценности; И.: jewels; T.: mücevher) и.
1. Аҫыл таш. □ Драгоценности; сокровища. ■ Беҙҙә гәуһәр, беҙҙә йәуһәр, беҙҙә һәр бер ашлыҡтар. Ш. Бабич. Беҙ — даръяның гәуһәре, бер булырбыҙ йәуһәре. «Буҙйегет». Сағыу ҡояш көлә-көлә йәуһәр нурын ҡойғанда, йугерә-йугерә йыуа йыйҙым яҙғы йәшел урманда. А. Игебаев. • Хеҙмәт — тормош йәуһәре. Әйтем.
2. ҡар. гәүһәр. Йәуһәр ҡашлы йөҙөк. Йәуһәр муйынсаҡ.
ЙӘҮҺӘР II (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Үҫәргән ырыуының аймағы. □ Название одного из родовых подразделений башкир-усерганцев.
ЙӘҮҺӘРЛӘНЕҮ (йәүһәрлән-) (Р: гранить; И.: facet; turn into a jewel (of brilliants); T.: cevherlenmek) ҡ.
Алмастың йәүһәргә әйләнеүе. □ Гранить. // Превращение алмаза в бриллиант. Алмастың йәуһәрләнеуе.
ЙӘҮҺӘРЛӘҮ (йәүһәрлә-) (Р: превращать алмаз в бриллиант; И.: facet; T.: cevher-lemek) ҡ.
Алмасты йәүһәргә әйләндереү. □ Превращать алмаз в бриллиант. Йәуһәрләу процесы.
ЙӘҮҺӘРСЕ и. ҡар. зәргәр. Оҫта йәу-һәрсе. Йәуһәрсе эше. Йәуһәрсе булып эшләу.
ЙӘҮШӘН (Р: латы; И.: armour; T.: zırh) u. иҫк.
Һуғышта уҡ, ҡылыстан һаҡланыу өсөн күкрәк менән арҡаға кейелгән ике яҡлы киң япҡыс (борон ҡаты кун тышлы ҡалын кейеҙҙән, һуңыраҡ тимерҙән эшләнгән). □ Латы; кираса; зерцало (двусторонняя широкая накидка из войлока, позднее железа, надеваемая на грудь и спину для защиты от меча и стрел на войне). ■ Ут яҡтыһында [яугирҙарҙың] баштарындағы тимер торҡалар, өҫтәрендәге йәүшәндәр, һарайталар, һөңгө остары куҙҙе сағылдырып
324