ЙӘҺҮДИЛЕК
ялтлап китә. Ә. Хәкимов. [Ирем] Итбай дуҫына .. ҡәмәр билбаулы, терһәкле-ецсәле бик ныҡ йәушән, башына көмөш көмбәҙле ҡорос төркәй, шуның өҫтәуенә ҡалъяны менән әҙернә-йәйә, уғы тулы һаҙаҡ буләк итте. «Алдар менән Зөһрә».
ЙӘХМӘРЕШ (Р.: неряшливый; И.: slovenly; T.: çapaçul) с. иҫк.
Шамтыр, эшлекһеҙ. □ Неряшливый; ленивый. ■ Йәхмәреш ҡыҙҙар менән мин урамдарҙа йөрөйөм, эҫе яҙҙа ҡалтырайым, сөнки бурандарҙа йөрөйөм. Ш. Бабич.
ЙӘҺАЛӘТ [ғәр. ЭД**.] (Р: невежество; И.: ignorance; T.: cehalet) и. иҫк. кит.
Белемһеҙлек, наҙанлыҡ. □ Невежество, необразованность, невежественность; глупость. ■ Беҙҙәрҙе йәһаләткә тоташтырған замана ҡалай булһа — барыу шулай, сығайыҡ шул тарихтан аҙаштырған. М. Аҡмулла.
ЙӘҺАЛӘТЛЕК (йәһаләтлеге) (Р: невежество; И.: ignorance; T.: cehalet) и. иҫк. кит.
Наҙанлыҡ. □ Невежество, необразованность, невежественность. И Мәғарифтан булып ҡаплы куҙегеҙ һәм дә йөҙөгөҙ, аталып: «ҡыҫҡа аҡылдар», йәһаләтлектә йөҙҙөгөҙ. Д. Юлтый.
ЙӘҺЕД [ғәр. (Р: старательность; И.: application; assiduity; T.: çalışkanlık) и. иҫк. кит.
Тырышлыҡ. □ Старание, усердие, усилие. Йәһед курһәтеу. Йәһед менән алдырыу.
ЙӘҺЕД ИТЕҮ (йәһед ит-) (Р: стараться; И.: endeavour; T: çabalamak) ҡ. иҫк. кит.
Тырышыу. □ Стараться, проявлять старательность, усердствовать, проявлять усердие. Уҡыуҙа йәһед итеу.
ЙӘҺЕЛ I [ғәр. (Р: невежественный; И.: ignorant; T: cahil) с. иҫк. кит.
Аҡылһыҙ; наҙан; хәреф танымаған. □ Невежественный; необразованный, непросвещённый. Йәһел кеше. Йәһел булыу. Йәһел ҡалыу. Йәһел ҡалдырыу.
ЙӘҺЕЛ II [ғәр. lW] (Р: невежество; И.: ignorance; T: cahillik) u. иҫк. кит.
Аҡылһыҙлыҡ; наҙанлыҡ. □ Невежество, невежественность; необразованность, непросвещённость. ■ Эй, китап, мин аңраны төҙ юлға кундерһәнә, мине баҫҡан йә
һел утын һыу һибеп һундерһәнә. Ш. Бабич. [Мөхәмәтсәлим:] Иҫеңдәме, Мифтахетдин: элегерәк әһле ислам булды купкә ғилемлерәк. Бөгөнгө мәғишәткә куҙ ташлаһаҡ, илде йәһел баҫып бара, белем һирәк. М. Өмөтбаев.
ЙӘҺЕЛ МӨРӘККӘБ [ғәр. 3^] (Р: не образованный; И.: uneducated; T: cahil) с. иҫк. кит.
Ҡара наҙан. □ Необразованный, неграмотный. Йәһел мөрәккәб булыу. Уҡымай йөрөп, йәһел мөрәккәб булып ҡалыу.
ЙӘҺЕННӘМ р. диал. ҡар. күп. Халыҡ йәһеннәм йыйылды. Йәһеннәм килеу. Йәһен-нәм таралыу.
ЙӘҺҮД [ғәр. <$£>] (Р: иудей; И.: Jew; T: Yahudi) и.
Тарихи яҡтан сәмит телдәре төркөмөнөң боронғо халыҡтарының береһенә ҡараған, хәҙерге көндә Израилдә, шулай уҡ төрлө илдәрҙә төп халыҡтың дөйөм тормошо менән йәшәгән халыҡтарҙың дөйөм этник исеме һәм шул халыҡтарҙың бер кешеһе; еврей. □ Иудей, еврей. / Иудейский, еврейский. Йәһуд халҡы. Йәһуд теле. ■ Курсанттар араһында башҡорт, латыш, йәһуд, осетин, татар, хатта немец та бар. С. Кулибай. Мәскәугә сауҙа эше менән барыусы йәһудтәр ҡайҙан арзан нәмә алыу хаҡында һөйләшеп баралар. Д. Юлтый. Йәһудтәр уҙҙәренең телен һәм яҙмаһын тергеҙә, бер нисә кеше башлаған эш тотош милләттең мөҡәддәс бурысына әйләнә. Р. Бикбаев.
ЙӘҺҮДИ I [ғәр. (Р; иудей; И.: Jew; T: Yahudi) и. этн.
Йәһүд халҡының бер кешеһе. □ Иудей, еврей. ■ [Офицер] коммунистар, комиссарҙар һәм йәһудиҙәр ҡотҡоһона бирелмәҫкә, еңеусе фюрер армияһына төрлөсә ярҙам курһәтергә ҡуша. Ә. Хәкимов.
ЙӘҺҮДИ II [ғәр. cs-bfcî] (Р: иудейский; И.: Judaic; T: Yahudi) с.
Йәһүдкә мөнәсәбәтле. □ Иудейский, еврейский. Йәһуди дине. Йәһуди йәмғиәттәре. Йәһуди мәктәбе.
ЙӘҺҮДИЛЕК (йәһүдилеге) (Р: иудаизм; И.: Judaism; T: Yahudilik) и.
1. Донъялағы өс монотеистик диндең береһе. □ Иудаизм, иудейство. Йәһудилек
325