Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 326


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙӘҺӘННӘМ
дине. Йәһудияек байрамдары. Йәһудилектең төп шарттары.
2. Йәһүд халҡының дини, милли һәм әхлаҡи яҡтан донъяға ҡарашы. □ Еврейство. Йәһудилек буйынса белгес.
ЙӘҺӘННӘМ [ғәр. (Р: ад; И.: hell; T.: cehennem) и.
1. миф. Гөнаһлы кешеләр үлгәндән һуң мәңге утта яна торған икенсе донъя; тамуҡ. □ Ад; геенна огненная, преисподня. Йәһәннәмгә инеу. Йәһәннәм соҡоро. ■ Бер аҙымын яҙа атланымы — йәһәннәм соҡорона осоп төшәсәк [Ҡәҙриә]. Ә. Хәкимов. [Шакир:] Имаҡаев уҙе атты, йәне йәһәннәмдә булғыры! А. Карнай. Башҡа ваҡытта хатта йоҡларға ирек бирмәй шаулашып йөрөгән кешеләр әллә йәһәннәмдәренә олаҡҡан! Р. Солтангәрәев. Ҡазан яғына киткән поез-дар, хатта саналар ҙа Мәрйәмгә йәннәткә киткән нәмәләй куренһәләр, ул ултырған поезд уны йәһәннәмгә алып барған кеуек куренэ ине. М. Ғафури.
2. кусм. Ғазаплы, тынысһыҙ, ауыр тормош. □ Ад, адская жизнь. ■ Был йәһәннәм тормошо кешеләрҙе фекер йөрөтөу ҡеуәһенән мәхрум итә. Д. Юлтый.
3. кусм. ҡар. йәһәннәм аръяғы. ■ [Байгилде:] Нимә, мин һине көтөп, иртәгә тиклем ятайыммы ни был йәһәннәмдә? Д. Бүләков. Уға [Ирина Платоновнаға] ышанһац, ижад кешеһе өсөн йәһәннәмдә ятҡан шул ҡаланан да йәтеш урын юҡ икән, тиерһең. Ә. Хәкимов.
♦ Йәнең йәһәннәмгә киткер ҡарғ. үл, юҡҡа сыҡ. □ Чтоб ты сдох. <Йәнен> йәһәннәмгә оҙатыу үлтереү. □ Убить, отправить на тот свет кого, отправить к праотцам кого. ■ [Томсон — Браунға:]Тағылаберһуҙ әйтһәң, мин һинең яҡты донъяла тап булып йөрөгән ҡара уләкһәңде туп-тура йәһәннәмгә оҙатам. Ғ. Ғүмәр.
ЙӘҺӘННӘМ АРТЫ и. ҡар. йәһәннәм аръяғы. Йәһәннәм артында тороу. ■ Малай кеше арый тиме ни, атайымды куреу өсөн йәһәннәм артына китер инем әле. Р. Низамов.
ЙӘҺӘННӘМ АРЪЯҒЫ (Р: у чёрта на куличках; И.: in some neck of the woods; T.: cehennemin dibinde) и.
Бик алыҫ ер. □ У чёрта на куличках; за тридевять земель (об очень отдалённом и глухом месте). Йәһәннәм аръяғында йәшәу. Йәһәннәм аръяғына барыу. ■ [Батырҙы] ара ҡумтаға индереп бикләйәсәктәр ҙә йәһәннәм аръяғында ятҡан Ур планетаһына алып китәсәктәр. Н. Ғәйетбаев.
ЙӘҺӘННӘМ АҪТЫ и. ҡар. йәһәннәм аръяғы. ■ [Мәҙинә:] Ниңә Зинченколар йәһәннәм аҫтындағы анау Муриноға кусенә? Ә. Хәкимов. [Ирназар] йәһәннәм аҫтындағы Ярыҡташ станцияһына элеваторға ололар ыңғайында ҡыш буйы иген ташыны. Ә. Хәкимов.
ЙӘҺӘННӘМГӘ ЕБӘРЕҮ (йәһәннәмгә ебәр-) (Р: убить; И.: kili; T.: öldürmek) ҡ.
Үлтереү, һәләк итеү. □ Убить, отправить на тот свет, в ад. Йәнен йәһәннәмгә ебәреу. ■ [Сәрбиямал — Емешкә:] Эй, динһеҙ! Сиған балаһы, ниңә эт муйынсағы тағып алдың? Йәнеңде йәһәннәмгә ебәрәм бит хәҙер!
3. Биишева.
ЙӘҺӘННӘМГӘ КИТЕҮ (йәһәннәмгә кит-) (Р: умереть; И.: die; T.: ölmek) ҡ.
1. Үлеү, юҡҡа сығыу. □ Умереть. Йәһәннәмгә киткер. ■ Аяуһыҙ хаким уҙенең рәхимһеҙ ҡулы менән ҡанһыҙ ишара яһаһа, куҙ асып йомған арала йәһәннәмгә китеуебеҙ бар. Р. Бикбаев. Әгәр ҙә арбаның бер тәгәрмәсе ярға табан шылһа, арбаң-атың менән йәһәннәмгә китерлек. Ғ. Хәйри.
2. Китеп, ғәйеп булыу. □ Пропасть, исчезнуть, уйти неизвестно куда. Йәһәннәмгә китеп юғалды. Йәһәннәмгә киткән кеуек булды.
ЙӘҺӘННӘМГӘ ОСОУ (йәһәннәмгә ос-) ҡ. ҡар. йәһәннәмгә китеү 1. Куперҙе нығытмаһаҡ, яҙын йәһәннәмгә осабыҙ.
♦ Йәнең йәһәннәмгә осһон ҡарғ. үл, дөмөк. □ Гореть тебе в аду.
ЙӘҺӘННӘМ ҒАЗАБЫ (Р: адское муче ние; И.: hell’s torment; T: cehennem azabı) и.
1. дини. Тамуҡта күргән ғазаптар. □ Адское мучение, адское страдание. Йәһәннәм ғазабы кисереу. Йәһәннәм ғазабы куреу.
2. кусм. Бик ҡаты яза, этлек. □ Адское мучение, адское страдание.Йа/гжнати ғазабын курһәтеу. Йәһәннәм ғазабында йәшәу.
326