Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 327


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙӘҺӘТ
ЙӘҺӘННӘМДӘ ЯНЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ (Р.: жестокий; И.: cruel; T: cehennem kütüğü) с.
Ҡылған яуызлыҡтары өсөн яуап алырға тейешле; яманлыҡ ҡылыусы, яуыз. □ Жестокий, бессердечный. Йәһәннәмдә янырға тейешле әҙәм. Барлыҡ ҡылған яузлыҡтары өсөн йәһәннәмдә янырға тейешле ул.
ЙӘҺӘННӘМИ [ғәр. (Р.: адский; И.: hellish; T.: cehennemi) с.
Йәһәннәмгә хас, йәһәннәмдәге. □ Адский. Йәһәннәми ғазап. Йәһәннәми ғазап сигеү.
ЙӘҺӘННӘМЛЕК с. ҡар. йәһәннәми. Йәһәннәмлеҡ гөнаһ.
ЙӘҺӘННӘМ ТИШЕГЕ и. ҡар. йәһәннәм аръяғы. Йәһәннәм тишегенә барыу. Я Әлеге минутта йәһәннәм тишегенә китеп барған уҙе тугел, Илғужа тураһында уйлай ине ул [Гөлшан]. Д. Бүләков.
ЙӘҺӘННӘМ ТӨБӨ (Р.: нижняя часть ада; И.: hell’s lower part; T.: cehennemin dibi) u.
1. дини. Йәһәннәмдең иң аҫҡы етенсе ҡаты. □ Нижняя, самая страшная часть ада. Йәһәннәм төбөндә яныу. ■ Ата-инәһенә ҡул кутәргән кешеләр йәһәннәм төбөндә яна икән. Башҡорт мифологияһынан.
2. кусм. ҡар. йәһәннәм аръяғы. ■ Унан, батырҙыц ҡулынан етәкләп, был йәһәннәм төбөнән һөйрәп килтергәндә, хәлдән тайған тотҡон, бөләңгерт кенә көн яҡтыһына ла туҙә алмай, иҫтән яҙып йығылды. Халыҡ ижадынан.
ЙӘҺӘННӘМ УТЫ (Р: геенна огненная; И.: Gehenna; T.: cehennem ateşi) и.
1. миф. Йәһәннәмдәге гөнаһлы кешеләрҙе яндыра торған ут. □ Геенна огненная. Йәһәннәм утында яныу. Я Был донъянан киткәс тә уҙен ябай уттан әллә купме тапҡыр көслөрәк һәм ҡурҡынысыраҡ йәһәннәм уты көтәсәген белгән кеше уҙ-уҙенә ҡул һалырҙан алда тап ана шул хаҡта фекер итәсәк. «Киске Өфө», № 6, 2012. Ул [мулла] Сәлимәнең был ҡырағай ғәҙәтенә йәберһенергә йәки уға мең төрлө йәһәннәм уты менән янарға ла өлгөрмәне, Сәлимә уның арҡаһына ла тәртешкә менән бер-икене биргеләп, ишектән төрткөләп сығарып ебәрҙе. 3. Биишева.
2. кусм. Бик эҫе урын. □ Жара, зной. ■ Йәһәннәм утында интегеп йөрөгән ураҡсылар яландың төрлө еренә төрлөсә һибелгән. һ. Дәүләтшина.
ЙӘҺӘРЕҮ (йәһәр-) [ғәр. j**] (Р: разговаривать громко; И.: speak loud(ly); T.: yüksek sesle konuşmak) ҡ. иҫк. кит.
Кешегә ишеттереп, ҡысҡырып һөйләү.
□ Разговаривать громко. Бала йәһәреп һөйләй. Шиғырҙы йәһәреп һөйләу.
ЙӘҺӘРТЕҮ (йәһәрт-) ҡ. иҫк. кит. йөкм. ҡар. йәһәреү. понуд. от йәһәреү. Йәһәртеп әйтеу. Шиғырҙы йәһәртеу.
ЙӘҺӘТ I [ғәр. (Р: сторона; И.: side; T.: yan) и.
1. Эш, хәлдең йүнәлеше; яҡ, тараф.
□ Сторона, направление, особенность (характеризующее что-л. в каком-л. отношении). Ғилми йәһәттән ҡарағанда. Һәр йәһәттән уңайлы. Я Йыйынтыҡҡа шиғыр, текстологик йәһәттән эшләнеп, уҡыусыға еңел аңлашылырлыҡ итеп бирелде. Ғ. Ҡунафин. Ошо йәһәттән маҡсатҡа тулыһынса өлгәшеп булды һымаҡ ине, тик бөгөн килеп Янаралдың куңеленә шик төштө. Б. Рафиҡов.
2. Ниҙеңдер йүне, яйы. □ Возможность (наличие условий для чего-то). Куңел асыу йәһәтен генә уйлау. Аҡса эшләу йәһәтен ҡарау. ■ Барсынбикә ҡапыл һалҡынайып киткәндәй булған өйҙән тышҡа сығыу йәһәтен курҙе. Т. Ғарипова. Тик, әллә ни эшләптер, һәр кем уҙенең ғүмерен һаҡлап алып ҡалыу йәһәтен генә уйлап тик ята. Д. Юлтый.
ЙӘҺӘТ П (Р: быстро; И.: quick; T.: hızlı);?.
Тиҙ хәрәкәт менән, тиҙ генә; етеҙ, тиҙ.
□ Быстро, проворно, шустро. Йәһәт булыу. ■ Кәмәнән йәһәт кенә әзмәүерҙәй өс ир төштө. Т. Килмөхәмәтов. Мәғфүрә менән килен Рәхимәнең бөтә ҡушҡандарын йәһәт эшләп торҙолар. Һ. Дәүләтшина. [Нурмыш] таң һарыһы менән тороп, атын эсерҙе, йәһәт кенә арба тәгәрмәстәрен майланы. Ғ. Лоҡманов. Ғәҙелбанат .. сикәләре яна башлауын тойоп, йәһәт кенә китеп барҙы. Н. Мусин.
327